Беүә буйҙарында тормош гөрләйКүренекле ғалим Әнүәр Әсфәндиәров “Башҡортостан ауылдары тарихы” тигән китабында билдәләүенсә, хәҙерге Яңауыл районының төньяҡ-көнбайыш өлөшө – уран ырыуы башҡорт­тарының аҫаба ере. Киҫәк­ҡайындан Яңауылға барған боронғо юлдың нәҡ уртаһында урынлашҡан Уртауылдың ике тиҫтәнән ашыу кешеһе 1847 йылда Беүә йылғаһының уң яҡ ярында “Яңы Уртауыл” исеме алған ауылға нигеҙ һала.
Яҙмаларҙы артабан дауам итер алдынан бер иҫкәрмә яһап китергә кәрәк. Әйтелешенән сығыптыр инде, ул замандың урыҫ телендәге ҡағыҙҙарында Уртауыл Артауылға әйләнгән. Ул ғына түгел, тарихи сығанаҡтарға күҙ һалмау, телсе ғалимдарға мөрәжәғәт итмәү арҡаһында ауылдарҙың рәсми исеме бөгөн дә Иҫке Артауыл һәм Яңы Артауыл булып йөрөй. Шулай итеп, топонимдың сығышы менән “Уртауыл” икәнен белһәк тә, Яңы Артауыл хаҡында һөйләргә тура килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 730 тапҡыр // Тотош уҡырға
Берҙәмлек һөҙөмтәһеСуд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы менән ЮХХДИ араһындағы үҙ-ара тығыҙ бәйләнеш ыңғай һөҙөмтә бирә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 411 тапҡыр // Тотош уҡырға
Суд приставтарынан ҡурҡырға кәрәкмәйНиндәй генә хәлдәр булмай тормошта. Юл хәүефһеҙлеге буйынса штрафыңды ла түләргә онотоуың ихтимал, кредитыңды ябырға аҡса етмәгән мәлдәр ҙә була, һалымыңды ваҡытында ҡапларға ваҡыт табылмауы мөмкин. Ошо мәлдә беҙҙе суд приставтары менән осрашыу көтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 555 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡырымға автосәйәхәтОшо көндәрҙә Башҡортос тандың баш ҡалаһы Өфөнән еңел машиналарҙа тиҫтәләгән ҡыҙ-егет Ҡырымға ҡарай юл алды. “Барыһы ла мөмкин!” тигән девиз аҫтында улар ун көндә 5000 саҡрым юл үтергә ниәтләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 807 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балаҡатай һәм Саҡмағош райондарының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған территориаль һайлау комиссияһы ағзалары вәкәләттәренең ваҡытынан алда туҡтатылыуына бәйле, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 29-сы статьяһындағы 6-сы пунктҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған яңы ағзаларҙы тәғәйенләү өсөн кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 256 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ике йыл элек “Башҡортостанда иҡтисад һәм инвестиция үҫеше” тигән 2022 йылға тиклем иҫәпләнгән дәүләт программаһы проекты ҡабул ителгәйне. Ошо осорҙа Рәсәйҙә генә түгел, донъя иҡтисадында, сеймал һәм финанс баҙарында һиҙелерлек үҙгәрештәр күҙәтелде. Тап шуға ла тәҡдим ителгән документтың килеп тыуған хәлгә ярашлы булыу-булмауы хаҡында һүҙ барҙы республика Башлығы үткәргән Хөкүмәт кәңәшмәһендә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 300 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һуғыш ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеүгә, уларҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыуға һуңғы йылдарҙа 12 миллиард һумға яҡын аҡса сарыф ителгән. Ләкин эш әле бының менән генә тамамланмай, хәл ителәһе мәсьәләләр бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 287 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡотлайбыҙ!Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылында тыуып үҫкән, хәҙер Өфө ҡалаһында йәшәгән хөрмәтле Сафия Яхия ҡыҙы Ғарипова-Өмөтбаеваны 70 йәшлек матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 737 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уралым мираҫы – йәштәр ҡулындаЯланға етеп машинанан төшкәс тә, күңелде ләззәткә сорнап, хуш еҫтәр иркәләне. Улар араһында төрлө сәскәләр, йәшел үлән, ер еҫе айырылып тора ине. Күрәһең, ауылды һағындырған... Сәхрәнең бер осонда палаткалар лагеры ойошторолған, ә уртаһында халыҡ кәсептәре, һөнәрселек күргәҙмәләре менән матур итеп биҙәлгән бер нисә тирмә ҡуйылған. Икенсе яҡта – ҙур сәхнә. Тик кешеләр генә күренмәй ине. Шул саҡ төптә, яландың бер осонда, кемдеңдер йәштәрҙе үҙ янына йыйып лекция һөйләгәнен күреп ҡалдым... Үткән аҙнала Нуриман районының Ҡыҙылъяр ауылы янында үткән II “Урал мираҫы” башҡорт этнофорумы минең өсөн шулай башланып китте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 534 тапҡыр // Тотош уҡырға
Февраль буранын һиҙә башланым шикелле. Һыуыҡ ҡулдары курткам аша үтеп, тәнемде сәнсә. Ярай, өйөмә тиклем күп ҡалманы, хәҙер ошо боролошто үтәм дә... Тәк, ҡапҡа алдында, ышыҡта, тартып алырға кәрәк. Туңған зажигалкам бишенсе тапҡырҙан саҡ тоҡана, янған уты ла елгә эйәреп ҡасып китә. Бер нисә минут мәшәҡәтләнгәндән һуң тәмәкем саҡ төтәй. Үпкәгә һурған төтөн нисектер башҡа бәрә, ә ауыҙҙан сыҡҡанын буран юйып ташлай. Әйтерһең, битемде йыуырға тырыша. Тәмәкемә лә талаша бит! Тәбиғәт бөгөн уҫал. Мә, тарт әйҙә, мин индем...
Ком: 0 // Уҡынылар: 740 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 15 Алға
Бит башына