Ҡул ҡаушырып  ултырыр мәл түгел— Ҡыш бауыры оҙон тигәндәй, мал аҙығы әҙерләүгә етди ҡарайбыҙ. Ҡыҙыу мәлдә ауыл эшсәндәренең ҡул ҡаушырып ултырырға һис кенә лә ваҡыты юҡ. Бөгөн бөтә техника, барса халыҡ баҫыу-яланда, — тип ҡаршы алды беҙҙе крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Зөлфәт Камалов.
Ком: 0 // Уҡынылар: 348 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шиғри күңелле табибәУның балалыҡ осоро, Бөйөк Ватан һуғышы алдынан тыуған бик күптәрҙеке кеүек, ифрат ауыр була. Көтмәгәндә өйҙәренә ҙур ҡайғы килә: 1944 йылда ғаилә башлығы йөрәк өйәнәгенән донъя ҡуя. Береһенән-береһе бәләкәй биш балаһын, төҙөлөп бөтмәгән өйөн ҡалдырып...
Ком: 0 // Уҡынылар: 442 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Кеше китап асҡан һайын офоҡтары киңәйә”Учалы яҡтарына юлға сыҡҡан һайын Талха Ғиниәтуллин иҫкә төшә... Юҡ, яҙыусы булараҡ ҡына түгел, ә шуға ҡарай үткән юлы, ныҡышмаллығы арбай уйҙарҙы. Тәүге яҙмаһынан алып исеме матбуғатта күренә башлағанға тиклем дә нисәмә йыл арауығы ята бит. Шунда ла туҡтап ҡалмаған. Хәҙер килеп – халыҡ яҙыусыһы. Әлеге мәлдә иһә биш томлығын сығарыу эштәре алып барыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 600 тапҡыр // Тотош уҡырға
Буденныйҙың ат ҡараусыһыЙәмле июнь көнөндә Әбйәлил районының Амангилде һәм Ҡаҙмаш ауылдары араһындағы оло юл ситендә “Ҡарғалар” тигән яҙыулы күрһәткес пәйҙә булды. Үткенселәрҙе был күренеш аптыратһа ла, урындағы халыҡты ғәжәпләндермәне: ҡарғалар араһы – Амангилделәге билдәле күп һанлы зат. Улар был көндә тамъян ырыуы башлығы Шағәле Шаҡман бейҙең тоҡомонан булған Әбүталип Әхмәтҡужа улы Әхмәтҡужин нәҫеленең шәжәрә йыйынын үткәрә ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 551 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәхетте ситтән эҙләмәгәс...Тәбиғәттең хозур ерендә урынлашҡан Хәмит: мәңге йәшел мәғрур ҡарағайҙар, кешеләрҙе бәлә-ҡазанан ҡурсаларға теләгәндәй сафҡа баҫҡан ғорур тауҙар, сылтырап аҡҡан Ҡағы йылғаһы... Алыҫтан ҡарағанда, ауыл уйпат урында йәшеренгәндәй. Әммә уға яҡынлашҡан һайын иркен ерҙе биләгәненә шаһит булаһың. Урамдар киң, йорттар төҙөк, кешеләр алсаҡ. Муллыҡта бәхетле, матур ғүмер кисерә хәмиттәр.
Ауыл район үҙәге Асҡарҙан 75 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Иң яҡында ятҡан ҡала Белоретҡа – 72 километр. Хәмит Бөрйән һәм Белорет райондары менән сиктәш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 857 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шиғриәт айбарлылығы — шағир иманлылығыМәҡәл инсаниәтселекте бәлә-ҡазаларҙан ҡотҡарырға Аллаһ алдында имтихан тотҡан Сәмреғош һымағыраҡ. Шул хозурлыҡ шәфәғәтлелеген иман иткән Хызыр Ильяс кеүек тә. Хоҙай юлсыһы Сәмреғош менән Хызыр Ильяс ҡайҙа, ҡасан, ҡайһы ерлектә, ниндәй илаһиәттә барлыҡҡа килгәнлекте самалау икеле булғандай, мәҡәлдең һүҙ-һүрәт, һүҙ-фекер, һүҙ-тойғо сифатында яралғанлығын да асыҡлау ситен.
Ком: 0 // Уҡынылар: 349 тапҡыр // Тотош уҡырға
Автомобилгә инеп ултырыу менән кондиционерҙы тоҡандырырға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Йәй – һалҡын һауа, ә ҡыш йылыһы кәрәк. Кеше уңайлыҡҡа тиҙ өйрәнә. Ләкин уның рәхәте генә түгел, зыяны ла байтаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 317 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иҫкегә иҫең китмәһен, тиһәләр ҙә...Тотонолған автомобилдәр баҙары Рәсәйҙә әүҙемләшә: быйылғы биш айҙа ғына ла ике миллиондан ашыу ошондай машина һатылған! Уҙған йылғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда ул 10,7 процентҡа күберәк тигән һүҙ. Аналитиктар был үҫештең дүртенсе ай инде дауам итеүен билдәләй. Ә Башҡортостанда хәл нисек?
Ком: 0 // Уҡынылар: 253 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иҫерек шофер елә ҡаршыға...Хәҙер автомобиль хәрәкәте бик көслө. Айырыуса ҙур ҡалаларҙа. Хатта тәжрибәле шоферҙарға ла рулдә булыуы еңел түгел, ығы-зығылы хәрәкәт ныҡлы иғтибар талап итә. Әммә шундай шарттарҙа ла рулгә эскән килеш ултырған кешеләрҙе күреп иҫ китә. Нигеҙҙә, улар – тормош һабаҡтарын алып өлгөрмәгән йәш-елкенсәк. Был хәүефле ғәҙәттән ҡасан арынырбыҙ?

Ком: 0 // Уҡынылар: 316 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Ураҙа айы тамамланғас, ҡорбан салырға уйлағайныҡ. Ҡуйҙы кемдән булһа ла алырға мөмкинме, әллә һатҡан кешенең диндарлығына ҡарарғамы, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Хөрмәтле ҡәрҙәш­тәр, тәү сиратта һәммәгеҙҙе лә яҡын­лашып килгән Ураҙа байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Рамаҙанда ҡылған изге ғәмәлдәребеҙ Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшһен, доғаларыбыҙ яуап алһын, иншаллаһ!
Ураҙала ҡорбан салдырыуға килгәндә, был ғәмәлде атҡарыу һәр кемдең үҙ ихтыярында. “Ҡөрьән Кәрим”дә лә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең хәҙистәрендә лә уның тураһында күп бәйән ителгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 418 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 Алға
Бит башына