Рөстәм Ләйсәнгә тағы сәскәләр алып килде. Күгәрсен күҙҙәре. ...Улар туғыҙынсы класты тамамлаған йыл ине. Йылы, йәмле йәйҙә Ләйсән дуҫтарын тыуған көнөнә саҡырҙы. Яҡын кешеләре араһында Рөстәм дә бар ине. Алма баҡсаһына ҡоролған туй табынына тиң һыйлы өҫтәл артынан урын алып, 15 йәшен тултырған Ләйсән байрам торты өҫтөндәге шәмдәрҙе һүндереүгә, ғаилә башлығы, оҙаҡ йылдар урындағы етәксе вазифаларының береһендә эшләгән Назар ағай һүҙ башланы:
Ком: 0 // Уҡынылар: 424 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дауаһы –  аяҡ аҫтында Мәғлүм булыуынса, һуңғы йылдарҙа яман шеш ауырыуы киң таралыу алды. Уны иҫкәртеү, дауалау алымдары аныҡ ҡына билдәле түгел. Ни өсөн тигәндә, белгестәр әйтеүенсә, сирҙең килеп сығыу сәбәбе төрлөсә. Ошо уңайҙан үҙем белгән, инанған шифа тураһында яҙмаҡсымын. Бәлки, уның берәй кешегә ярҙамы тейер.
Ком: 0 // Уҡынылар: 545 тапҡыр // Тотош уҡырға
Таңда ысыҡ кисһәң... Ауырыуҙарға бөтөн дауаның тәбиғәттә икәнлегенә өлкәнәйгән һайын нығыраҡ инана барам. Тәнгә лә, күңелгә лә шифа – унда ғына.
Ком: 0 // Уҡынылар: 311 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бесән сабып, һыйыр һауып... 15-21 июлдә Һарытау ҡалаһында XI Бөтә Рәсәй йәйге ауыл спорт уйындары уҙҙы. Унда Башҡортостандан 44 яҡташыбыҙ ҡатнашты: 39-ы спортсы булараҡ, бишәүһе тренер сифатында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 409 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мейе ҡартаймаһын тиһәң Бер нисә физик күнекмә яһап алһаң да, буй-һын яҙылып, турайып китә. Ә бына мейене камиллаштырыу, үҫтереү маҡсатында атҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәһен – яңы нейрондар барлыҡҡа килеүен, ҡыҙғаныс, шул ыңғайы ғына күреп булмай. Шулай ҙа мейегә физик әүҙемлектән килгән файҙа мускулдарҙыҡынан ҡалышмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 376 тапҡыр // Тотош уҡырға
Камиллыҡҡа ынтылыш Спорт менән шөғөлләнер өсөн теләк, ихтыяр көсө, тырышлыҡ, сәм булыуы мөһим. Тхэквондо һәм спорттың башҡа Көнсығыш ҡул һуғыштары төрҙәре йәштәр араһында киң таралған. Популярлыҡ буйынса ул бары хоккей менән футболдан ғына ҡалыша. Тхэквондо корейсанан тәржемә иткәндә былай килеп сыға: “тхэ” – аяҡ, “квон” – ҡул, “до” – сәнғәт, камиллыҡҡа юл, үҫеш. Алыш барышында тибеү, аяҡтарҙы әүҙем ҡулланыу был көнсығыш көрәшенең төп үҙенсәлеге булып тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 455 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ошо көндәрҙә Ханты-Манси автономиялы округында йәшәгән милләттәштәребеҙ вәкилдәре Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетында осрашыуҙа булып китте. Улар Ҡоролтай рәйесе Әмир Миңләхмәт улы Ишемғолов менән кесе Ватаныбыҙҙан ситтәге йәшәйештәре һәм милләттәштәрҙе ойоштороу йәһәтенән барлыҡҡа килгән мәсьәләләр хаҡында әңгәмә ҡорҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 257 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кешегә был донъяла ифрат күп кәрәк: күршенекенән ҙурыраҡ өй, елдереп йөрөр өсөн машина, ятып йоҡлар өсөн йомшаҡ түшәк, ултырып ашар өсөн заманса өҫтәл-ултырғыстар һәм башҡаһы... Ә донъя ҡуйғас, метр ярым ер етә... Уныһы ла ерҙең өҫтөндә түгел, аҫтында... Бүтәндәрҙең яҡшы һүҙ һөйләп, доға-аяттар бағышлап тороуы иһә тағы ла яҡшыраҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 387 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты күп фатирлы йорттарҙа инвалидтар өсөн уңайлы мөхит булдырыуҙы күҙәтәсәк. Рәсәй Президенты указдарының үтәлешенә бойондороҡһоҙ мониторинг буйынса “Халыҡ экспертизаһы” үҙәге етәксеһе Николай Николаев, Хөкүмәттең инвалидтар өсөн ҡулайлаштырылған торлаҡҡа ҡарата талаптар тураһындағы ҡарарына аңлатма биреп, ошо турала белдерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 258 тапҡыр // Тотош уҡырға
11 – 14 августа Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында “Өфө-форум” Йәштәр мағариф сараһы үтәсәк. Унда Башҡортостандан һәм күрше төбәктәрҙән 300-гә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 313 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 15 Алға
Бит башына