Ағымдағы йылдың 18 сентябрендә үтәсәк һайлауҙарҙың тәүге этабы тамамланды — кандидаттар билдәләнде, исемлек төҙөлдө. Дөйөм алғанда, алты округ буйынса 63 кандидат дәғүә итә. Уларҙың 11-е үҙ-үҙен тәҡдим итһә, ҡалғандарын сәйәси партиялар күрһәткән. Әйткәндәй, партияларҙың әүҙемлеге был юлы ла тигеҙ түгел. Булһа бүреләй, булмаһа сүреләй тигәндәй, ҡайһы берҙәре һәр округ буйынса үҙ кандидатын тәҡдим итеп ҡалырға тырышһа, араларында берәү-икәү менән генә сикләнгәндәре лә бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 213 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика йортонда төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов “Имен ҡала” системаһының эшмәкәрлеге буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда юлдарҙағы һәм транспорттағы, йәмәғәт урындарындағы хәлде контролдә тотоу, тәбиғи һәм техноген ваҡиғаларҙы ваҡытында иғтибарға алыу, экологик хәлгә даими мониторинг үткәреү мөмкинлеген биргән хәүефһеҙлек системаһын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 232 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Тормошомда бер-бер артлы ауырлыҡ килеп тик тора. Ә башҡалар еңел генә йәшәй кеүек. Ниңә шул ҡәҙәр һынауҙарға дусар ителәм икән, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Ком: 0 // Уҡынылар: 270 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кеше сәскәләрҙе дүрт мең йыл элек үрсетә башлаған. Беренселәрҙән булып был эшкә Египет халҡы тотонған. Урта быуаттарҙа баҡса һәм сәскә үҫтереү абруйлы шөғөл һаналған. Был хеҙмәткә ихтирам күрһәтмәгәндәр ҡаты язаға дусар ителгән. Кеше баҡсаһын тапағандарҙы мәсхәрә бағанаһына бәйләгәндәр, аяҡ бармаҡтарын өткәндәр һәм хатта, бур итеп һанап, ҡулын ҡырҡҡандар. Аҙаҡ тыуған еренән мәңгегә ҡыуғандар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 206 тапҡыр // Тотош уҡырға
Икмәк яҙмышын хәстәрләп Йәрмәкәйҙә бөгөн һәр ерҙәгесә мал аҙығы әҙерләү дәррәү бара. Бынан тыш, күп кенә урындарҙа ураҡҡа ла төшкәндәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 343 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әллә заман үҙе сыҡтымы...  “Йәйләү”гә?! Бер кем дә шуны инҡар итә алмай: ил инәһе, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның халыҡ этнопедагогикаһына һәм йолаларына нигеҙләнеп, йылдар дауамында тупланған хеҙмәтенә ярашлы ойошторолған “Йәйләү” лагеры Башҡортостан рухиәтендә үҙенсәлекле күренешкә әйләнде. Быйыл да республиканың бер нисә төбәгендә эшләне Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған был программа. Шуныһы инандырҙы: “Йәйләү”ҙә бер тапҡыр ял итеп ҡайтҡан балалар унда ҡабат барыр өсөн атлығып тора. Сөнки, туған телдә аралашыуҙан тыш, бындағы туғанлыҡ мөхитендә ҡанда һаҡланған милли рух тойғоһо тоҡана һәм ул ҡыҙ-малайҙарҙы берҙәм ниәтле итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 837 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Покемон”лы юлдар хәйерлеме? Йәштәр өсөн календарҙа тағы бер байрам өҫтәлде: 18 июлдә Рәсәйгә “Покемон ГО” уйыны рәсми рәүештә индерелде. Сер түгел, күптәр уны түҙемһеҙләнеп көттө, көнө еткәс, уйынды телефон-смартфонға күсерәм тип мәж килде. Бар донъяны ялмап алған “Покемон ГО” нисек уйнала, кешене нимәһе менән йәлеп итә, йоғонтоһо ни кимәлдә тигән һорауҙарға яуапты бергәләп эҙләйек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 356 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Төп эшебеҙ  кис башлана” Ауыл кешеһенең тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эшкә күмелгән иң мәшәҡәтле осоро. Көндөҙ сыра яғып эҙләһәң дә йорт хужаларын тапмаҫһың. Эйе, иҫәп алыусы булып эшләгән Гөлдәр Ишемғолова: “Беҙҙең төп эш кис кенә башлана”, – тип юҡҡа ғына әйтмәй шул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 330 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уңғанлыҡ — уң ҡул Малсылыҡҡа, һис шикһеҙ, нәҡ ауылда тыуып үҫеп, яҙмышын ер менән бәйләргә батырсылыҡ иткән егеттәр генә тотона. Ауыр, шул уҡ ваҡытта яуаплы эш ялҡауҙарҙы үҙ итмәй. Краснокаманың Мажар ауылынан Рөстәм Шакировты тап шундай йүнсел фермерҙар исемлегенә индерергә мөмкин. 2013 йылда ул һис икеләнеүһеҙ крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп, бөгөн уңышлы эш алып бара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 302 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йылы һөйәк һындырмай ҙа ул... Быйылғы йылдың алты айы, Ер шарында юғары һауа температураһы йыш теркәлеүе сәбәпле, тарихи булмаҡсы. Һәр хәлдә, һауа торошо артабан да ошолайыраҡ торһа, 2016 йыл иң йылыһы буласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 282 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 15 Алға
Бит башына