Тыуған еренең ҡалҡаны Ауыл ерендә теттереп донъя көткән замандаштарыбыҙ бихисап. Үҙенең тырышлығы менән донъяһын көткән Әхсән Мәсәғүтов та – эш юҡ тип зарланғандарға матур өлгө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 513 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юл аҙабы гүр ғазабына әйләнмәһен Заман техникаһы үҫешкән һайын, юлдарҙағы “тимер ат”тар һаны ла ишәйгәндән-ишәйә. Бөгөн транспорт сараларының ниндәй генә төрө юҡ. Хәлеңдән килһә, йәнең теләгәнен һайлап алырға мөмкин. Тәү ҡарамаҡҡа был уңайлы, әлбиттә. Юлда аҙапланып, этелеп-төртөлөп йәмәғәт транспортында йөрөмәйһең, тығындарҙа тормайһың, ваҡытың да бушҡа сарыф ителмәй. Әммә миҙалдың икенсе яғы ла бар — һуңғы ваҡытта юл-транспорт фажиғәләре бермә-бер артты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 288 тапҡыр // Тотош уҡырға
Туҡмай, тимәк, яратамы?! Республиканың ниндәй генә ауылына һуғылһаң да, ундағы күпмелер ир-егеттең Себер тарафтарына эшкә китеүе хаҡында ишетәһең. Урында, яҡын-тирәлә килем сығанағы булмағанлыҡтан халҡыбыҙҙың уландары, ғәзиз ғаиләләрен ҡалдырып, алыҫтарға юлланырға мәжбүр. Кемдер бер ай эшләй, икенсеһе ял итә, бәғзеләрҙең режимы икешәр айға ҡоролған. Яҡын кешеһен оҙаҡ ваҡыт күрмәгән ҡатындарҙың, атаһын һағынған балаларҙың тормошо ҙур тырышлыҡ менән һәүетемсә генә дауам иткән кеүек булһа ла, ғаилә башлығы эштән ҡайтып төшкәс, йылы мөхиттә, тәмлекәстәр менән һыйланып, табын артында аралашыу, күрешеү урынына уғата күңелһеҙ осраҡтар ҙа булып ҡуя... Вокзал-аэропортта уҡ иҫереп, эшләгән аҡсаһын кәйеф-сафаға түгеп, ауылына ҡарамаҫлыҡ һында килеп ингән ир-егеттәрҙе күреп, йән әрней.
Ком: 0 // Уҡынылар: 830 тапҡыр // Тотош уҡырға
Флүр ҒӘЛИМОВ:  “Эске азатлыҡҡа өлгәштем” Донъя – ҡуласа, килтерә лә бер баҫа... Ошо мәҡәл киң таралған халыҡ араһында. Боронғо дәүерҙәрҙән алып әллә ниндәй ҡыйралыштар кисергән, инде упҡын ситенә етеп, Мәңгелеккә сумдым тигән еренән ҡабат аяҡҡа баҫып китә алған әҙәм балалары алдында XX быуат аҙағы, XXI быуат башы йәнә ҙур һынауҙар ҡуйҙы. Бер ҡараһаң, барыһы ла цивилизация талаптарына яуап бирә һымаҡ, икенсе яҡтан баҡһаң, ошомо һуң Кешелек ынтылған яҡты көндәр: ата-әсәһен танымаған йәш быуын, эскелек, наркомания, аҙғынлыҡ һаҙлығына батып барған замана, эшһеҙлек, ҡатын-ҡыҙҙың власы, вәхшилек, ҡан ҡойош...
Ком: 0 // Уҡынылар: 1248 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тыуған ерҙең йылыһын тойоп Кушнаренко ере элек-электән бай тарихы, күп милләтле халҡы менән айырылып тора. Хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Ҡалтай ауылының 300 йыллығына арналған күркәм байрам төбәктең үҙенсәлекле тарихҡа эйә булыуын йәнә бер раҫланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 376 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көнсығыштың  бөйөк имамы Бер көн үҙенсәлекле фотоға юлыҡтым. Унда бер кеше эргәһендә бөтә донъяға билдәле боксер Мөхәммәт Али ултыра. Аҫтында яҙыу: Силәбе өлкәһенең “Арғаяш районы башҡорто Мөхәммәт-Ғәбделхәй Ҡорбанғәлиев – “Көнсығыштың бөйөк имамы” Токиола төҙөгән мәсеттә”. Исеме – башҡорттоҡо. Башта бер уй өйөрөлдө: Көнсығышта даны таралған был уҙаман ниндәй кеше икән ул?
Ком: 0 // Уҡынылар: 399 тапҡыр // Тотош уҡырға
Булған илдең аҫыл улдары “Заманалар булған элгәре,
Булған илдең батыр улдары.
Баш етмәҫлек эштәр эшләгәндәр,
Бөтә ғәләм белгән уларҙы”...
Ком: 0 // Уҡынылар: 494 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күрһәтерлек тәжрибәһе бар Быйыл мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе Өфөлә үтәсәк. 8 августа уҡытыусылар һәм белгестәр “Дөйөм белем биреү” тигән тема буйынса фекер алышһа, 9 августа – инклюзив уҡытыу һәм тәрбиә эше, 10-ында өҫтәмә һәм мәктәпкәсә белем биреү мәсьәләләрен өйрәнәсәк. 11 август – район һәм ҡала мәғариф идаралыҡтары етәкселәре көнө. Кәңәшмә 12 августа пленар ултырыш менән тамамланасаҡ. Сара барышында ҡунаҡтар Өфөләге бер нисә мәктәптең, балалар баҡсаһының, өҫтәмә белем биреү учреждениеһының эшмәкәрлеге менән дә танышасаҡ. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты ла ана шул маршрутҡа ингән мәғариф усаҡтарының береһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 394 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өйҙәр йылы һәм һыулы булһын Краснокама районының “Йылылыҡ селтәрҙәре” – районда коммуналь хеҙмәттәр күрһәткән иң ҙур ойошмаларҙың береһе. Ул Николо-Березовканы, Ҡуян, Әшит, Ҡарый һәм башҡа ауылдарҙы һыу, йылылыҡ менән тәьмин итә. Күп фатирлы йорттарҙа, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында һәм башҡа объекттарҙа йылы һәм уңайлы булһын өсөн коллектив ҙур көс һала. Уларҙың хәстәрлеге һәм яуаплылығы һөҙөмтәһендә көҙгө-ҡышҡы һыуыҡтарҙа йылы фатир һәм йорттарҙа көндәлек тормош ғәҙәттән тыш ваҡиғаларһыҙ имен дауам итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 445 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ир байлығы – тәүәккәллек Республикала фермерлыҡ йүнәлешен үҫтереүгә иғтибар арта. Бигерәк тә быға төрлө программаларҙың уңышлы эшләүе этәргес көс бирә. Әбйәлил районында ла йәш эшҡыуарҙарға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү, уларға йүнәлеш биреү, бихисап дәүләт программаларында ҡатнаштырыу буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Һөҙөмтәләр ҙә оҙаҡ көттөрмәй, хатта Магнитогорск ҡалаһында эшләп йөрөүселәр үҙ төйәгенә ҡайта, тыуған ауылында үҙ эшен булдыра. Шундайҙар рәтенә Буранғол ауылынан Айбулат Вәлиевте индерергә мөмкин.
Ком: 0 // Уҡынылар: 548 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына