Һөйөү һәм  тоғролоҡ өсөн Башҡаларға өлгө, бер-береһенә тоғро һәм мөхәббәтле булған, балаларына матур тәрбиә биргән, ауылдаштары алдында абруй ҡаҙанған ғаиләләрҙең береһе ул Юнысовтар. Ғаиләлә сәскәләй өс ҡыҙ һәм бер ул үҫтергән был парҙың бергә йәшәүенә 55 йыл тулған. Бәхетле ғаилә ауылда тәүгеләрҙән булып “Һөйөү һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 359 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәтергә уйылған мәлдәр Йәшәй-йәшәй шуға инанаһың: тормошта бер нәмә лә осраҡлы түгел икән. Теге йәки был хәлгә, күренешкә аптырап, уйлана башлаһаң, тамырҙары тәрәнгә үк төшөп китә, үҙеңдән-үҙең асыш яһайһың, һығымталарға киләһең. Халыҡ педагогикаһы тигән нәмә лә шулай барлыҡҡа килгәндер, күрәһең. Ә тәрбиә бер ваҡытта ла артыҡ булмай, кеше ғүмере буйы уҡыу, өйрәнеү, фекер төйнәү, асыш яһау өҫтөндә. Донъя шуныһы менән дә мауыҡтырғыстыр инде... Түбәндәге яҙмаларымдың жанрын нимә тип билдәләргә лә белмәнем.. Парсаларға ла тартым һымаҡ...
Ком: 0 // Уҡынылар: 418 тапҡыр // Тотош уҡырға
Донъяны һиҙгер тойған шағирә Китап кәштәмдә яңы шиғри йыйынтыҡ үҙенә тәғәйен урынын алды. Ғәҙәтемсә, минең күңел донъяма бер балҡыш булып инер, аҡыл-зиһенемде яңы фекер, һүҙ-гәүһәрҙәр менән байытыр, болоҡһоған мәлдәремдә болоттарҙы таратыр, шатлыҡ-ҡыуаныстар күңел даръяма һыймағанда, шуларҙы уртаҡлашыр шиғыр китабының тәүге биттәренә бағам. Ҡыҙыҡһынып, аннотация тип нарыҡланыр юлдарға күҙ йүгертәм: “...Авторҙың был китабына һуңғы осорҙа ижад ителгән өр-яңы шиғырҙары тупланды. Уларҙа халыҡсанлыҡ та, ихласлыҡ та, донъяны һиҙгер тойоу ҙа бар”. Эйе, был яратып уҡыр китабым, зауыҡ һәм рухи талаптарымды ҡәнәғәтләндерер, донъяны тойор, асылдарын асырға булышыр хазинам минең! Ыҡсым, матур биҙәлешле, аҡһыл-зәңгәр төҫтәрҙән сафлыҡ, йылылыҡ бөркөп торған йыйынтыҡтың (Йомабикә Ильясова. Етегән: – Өфө: Китап, 2015. – 160 бит) уға исем биргән “Етегән” шиғырын ҡат-ҡат уҡыйым:
Ком: 0 // Уҡынылар: 565 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өмөт менән йәшәй Әмит... Журналист булараҡ, командировкаларҙа күп йөрөргә тура килһә лә, был яҡтарҙа беренсе тапҡырмын. Урыҫ-Юрмаштан алып Турбаҫлыға тиклем асфальттан рәхәтләнеп елдерҙем, артабан сәфәремде ҡыҙыл балсыҡ ярҙамында күтәртеп өйөлгән юлдан дауам иттем. Уны урындағы халыҡ та шулай атай, күрәһең – күтәрем юл, сөнки Турбаҫлыны үткәс, ауыл осонда бер ир-уҙамандан Әмиткә юл һорағайным: “Ана, күрәһеңме, бер илле-алтмыш метрҙан уң яҡҡа күтәрем юл китә, шунда борол. Үҙе алып бара ул”, – тине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 261 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мөғәллимдәр көс туплай Уҡытыусыларҙың республика август кәңәшмәһе ғәҙәттәгесә ниндәйҙер районда түгел, Өфөнөң үҙендә асылыуы оло мәғәнәгә эйә. Ни тиһәң дә, баш ҡала – ул мәғариф һәм белем үҙәге.
Ком: 0 // Уҡынылар: 319 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәхмәт һиңә  барыһы өсөн, ҡояш!
Еңеү көнө – иң ҙур байрам бит ул,
Дүрт күҙ менән зарығып көткән көн –
Күпме ҡайғы, юғалтыуҙар аша
Илгә шатлыҡ алып килгән көн.
Ком: 0 // Уҡынылар: 435 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йыр-моң менән бергә Һүҙем – техник фәндәр кандидаты, доцент, запастағы полковник Иршат Ҡафыев тураһында. Иршат Рәшит улы 1964 йылда Учалы районының Сораман ауылында ябай колхозсы ғаиләһендә тыуа. Атаһы яғынан ата-бабалары сығышы менән Ғафури районынан. Тамырҙары арҙаҡлы шәхес Зәки Вәлидигә барып тоташа. Зат-зәүеренең нәҫелендә дин әһелдәре күп булған. Мәҫәлән, Һатлыҡтың улы Ҡафый Ғафури районының Үтәк ауылы мәсетендә имам вазифаһын биләгән, ләкин яҙмыштың боролмалы һуҡмаҡтары туғандарҙың бер төркөмөн тыуған төйәгенән мәңгелеккә айыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 237 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Гәзиткә һәр саҡ алдан яҙылам” Көҙгә ҡарай халыҡтың мәшәҡәте арта. Ҡыш арбаңды, йәй санаңды әҙерлә, тигәндәй, йәйге миҙгел ҡышҡылыҡҡа бесән, картуф туплау, йәшелсә тоҙлау, сүп утау мәшәҡәттәре менән үтә. Шулай ҙа тормош ығы-зығыһынан бер аҙға арынып, уй-кисерештәрен ҡағыҙ биттәренә төшөргән уҡыусыларыбыҙ табылып тора. Хаттарҙың күбеһе гәзит биттәрендә донъя күрә. Баҫылмағандарын иһә ошо дөйөм күҙәтеүҙә телгә алмаҡсыбыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 292 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауыл балаһының тәбиғәткә сыҡҡаны ...Бер-беребеҙгә ҡарашып ҡатып ҡалғанбыҙ. Кем әйтә, кем тәҡдим итә... Үҙем баҙнат итәм.
– Ней, ағай, әйҙә әле, Ҡуҡрауыҡ шарлауығын барып күрәйек, 30 километр ғына алыҫлыҡта ята, бер шунда йыйынған да юҡ.
Китә ағай туҙынып.
– Нимәһен барып күрәһең уның?! Колхоз заманында мал тауҙарҙа йәйләүҙә ятҡанда трактор менән янынан мең тапҡыр үттем.
– Ә туҡтап тирә-яғын, тәбиғәтен ҡараныңмы һуң? Шишмәһенән һыу уртланыңмы?
– Ҡайҙа, ти, ваҡыт бар инеме ни?..
Ком: 0 // Уҡынылар: 734 тапҡыр // Тотош уҡырға
 Хеҙмәт хаҡығыҙҙы тотҡарлайҙармы? Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Зариф Байғусҡаровҡа халыҡ йыш мөрәжәғәт итә. Һорауҙар ниндәй генә өлкәгә ҡағылмай — алимент, хеҙмәт хаҡын тотҡарлау, кредит, һалым түләүгә ҡағылышлы аңлашылмаусанлыҡтар һ.б.
Зариф Закир улының “Башҡортостан” гәзите менән дә әүҙем хеҙмәттәшлек итеүен иҫәпкә алып, беҙ унан гәзит уҡыусыларыбыҙҙан килгән һорауҙарға ла даими яуап биреүен һораныҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 240 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына