Тамашасыға ниндәй спектакль кәрәк? Өфө “Нур” татар дәүләт театрында премьера: коллективтың яңы баш режиссеры Байрас Ибраһимов Туфан Миңнуллиндың “Алты ҡыҙға бер кейәү” исемле пьесаһы буйынса спектакль сығарҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 635 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ышанысты юғалтманылар 1941 йылдың 22 июне, йәкшәмбе. Төштән һуң Үрген урамдары буйлап оран һалып һыбайлы сабып үтә: “Йыйылышҡа барығыҙ, йыйылышҡа!” Ниндәй йыйылыш ул баҙар көнө? Бер кем дә бер нәмә лә белмәй. Шулай ҙа халыҡ ауыл уртаһындағы ялбыр ҡарама төбөнә йәһәт кенә йыйыла. Бесән әҙерләү, баҙар тәьҫораттары тураһында фекер алышалар, шаярышып та алалар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 510 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ваҡытыма үҙем  идара итергә тырышам” “Ысын башҡорт” тинеләр Денис тураһында һүҙ башлап. Шәхесен өйрәнә башлағас, геройымдың сәйәхәт менән ҡыҙыҡһыныуы, башҡорт аттарына мөкиббәнлегенә, көслө рухлы булыуына төшөндөм. Денисты тормош тулҡыны ҡыумай, ә, киреһенсә, ул дилбегәне үҙенең ышаныслы ҡулдарына алған да уй-фекерҙәре, маҡсаттары, ҡылыҡтары менән заманды алға әйҙәй кеүек. Әңгәмә барышында быға тағы бер нисә тапҡыр инанырбыҙ... Аралашыу виртуаль киңлектә бара, сөнки әлеге мәлдә Денис – Алтай, Монголия, Байкал тарафтарына юлда.
Ком: 0 // Уҡынылар: 611 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр башҡорт күрергә тейешле урындар бар Күптәр йәйҙе түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Берәүҙәр ҡала ығы-зығыһынан ял итергә тыуған ауылдарына ашыҡһа, икенселәр сит илгә сығыуҙы хуп күрә. Хатта ял итеү теләге көрсөктән дә, күрше илдәрҙә булып ятҡан теракттарҙан да көслөрәктер, күрәһең. Телевизорҙан күреп-ишетеп торабыҙ, әле унда, әле бында рәсәйҙәр зыян күрә. Һәм... Ошо урында, сит ил диңгеҙҙәрен үҙ итеүселәрҙе “диңгеҙ Башҡортостанда ла бар!” тип шаҡ ҡатырмаҡсымын...
Ком: 0 // Уҡынылар: 639 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәнгә рәхәт, тәнгә сихәт  шифалы ҡымыҙҙары Дәүләкән районында йәмле Дим буйына һыйынып ҡына ултырған Яңы Яппар ауылы электән үҙенең киң яландарҙа утлап йөрөгән йылҡы көтөүе, сихәтле ҡымыҙ яһау оҫталары менән дан тота. Хәҙер ҙә бында күптәр был эште үҙенә файҙалы бер кәсеп итеп алған. Улар араһынан Сания менән Илгиз Ниғмәтуллиндарҙың исеме әйләнә-тирәлә генә түгел, ә тотош Башҡортостанға таралған. Быйыл йәй Баймаҡ районында ҡымыҙ яһау оҫталарының республика конкурсында уларҙың беренсе урынды яулауы ла ана шул хаҡта асыҡ һөйләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 619 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бүре Совхоз быйылғы һабантуйҙы үҙенең илле йыллыҡ байрамы итеп тә үткәрергә булған икән. Был хаҡта кисә юлда уҡ ишеткәйнем.
Ә бөгөн ярһыу ҡояш күкһел Ирәндек өҫтөнә арҡан буйлыҡ күтәрелеүгә ауыл халҡы, автобус, еңел машина, мотоцикл һәм етеҙ аттарға тейәлеп, Йомро түбә итәгендәге ҡарағайлыҡҡа ағылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 729 тапҡыр // Тотош уҡырға
Искәндәр ҡояшы Ултырғысҡа ултырғанда аяғы иҙәнгә лә тейеп етмәгән малай ҡурай уйнаны. Ғәҙәттә, ауыл малайҙары оялсан, ҡыйыуһыҙ була. Тик Искәндәр, бар донъяһын онотоп, бер-бер артлы башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнаны ла уйнаны. Тамашасыларының кем булыуы мөһим түгел, иң мөһиме – ул ҡурай менән бер бөтөн. Ана, алдында Урал һырттары буйлап башҡорт тирмәләре теҙелгән. Уҡ-һаҙаҡтарын аҫҡан егеттәр сая ҡараштарын алыҫтағы офоҡтарға төбәгән. Күнәктәрен сыңлатып, ҡыҙҙар көмөштәй саф шишмәгә юллана. Ҡуйы томан ятҡан яландарҙан текә ялдарын сәнсеп, дөбөрҙәтеп аттар сабып уҙа... Шул шанлы дәүерҙәр менән бөгөнгөнө тоташтырып, редакцияның беҙ ултырған бүлмәһенән “Яуымбай”, “Тау бөркөтө”, “Ҡара өйрәк”, “Перовский”ҙар ағылды...
Ком: 0 // Уҡынылар: 360 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ике Һаҡмар үтеп  һалдым һалабаш” Йәмле Һаҡмар буйында ултырған халыҡтың боронғо шөғөлгә әле булһа тоғро ҡалыуы һоҡландыра. Һаҡмар-Наҙарғол ауылында йәшәүсе Шәрифйән Шәрипов малай сағынан һалабаш һалыуҙа йөрөй. Тәүҙәрәк олатаһына ярҙамлашһа, аҙаҡ был эште атаһы менән башҡара. Хәҙер инде үҙе өсөн, дөрөҫөрәге, күңеле ҡушыуы буйынса эшләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 641 тапҡыр // Тотош уҡырға
Себеште көҙ  һанайҙар Илебеҙҙә Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу тамамланды. Уның шыма ойошторолоуы, халыҡ араһында ығы-зығы тыуҙырмауы, әлбиттә, әҙерлектең алдан уҡ алып барылыуы тураһында һөйләй. Баймаҡ районында ла кампанияның уңышлы үтеүе тураһында хәбәрҙарбыҙ. Шул турала 1-се Этҡол ауыл хакимиәтенең әйҙәүсе белгесе, иҫәпсе Арсен Байымов һөйләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 529 тапҡыр // Тотош уҡырға
Милли мәғарифҡа яңы маҡсат 8 – 12 августа баш ҡалабыҙҙа милли мәғариф аҙналығы үтте. Йыл һайын даими уҙғарылған был сара башҡа йылдарҙағыһынан айырылып торҙо. Кәңәшмәлә уҙған уҡыу йылына һығымталар яһалып, киләсәккә перспективалар билдәләнде, белем биреүҙең сифатын күтәреү менән бер рәттән, яңы уҡыу йылына маҡсаттар ҡабул ителде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 345 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына