Нәҫел-нәсәпте барлау – изге ғәмәл Тыуған төйәгемдең тарихы менән ихлас ҡыҙыҡһынғандар мөхитендә тәрбиәләндем. Яҙ етеү менән, йәш талдан ҡаҙ оялары, ситән үргән атай янына берәм-һәрәм ауыл ҡарттары гәп һатырға йыйыла торғайны. Тәбиғи, йәштәр килһә – эш, ололар килһә, һүҙ башлай. Көндәлек яңылыҡтар хаҡында тыйнаҡ ҡына әңгәмәләре ойотоп алып китһә, бер-береһен мәрәкәләп, үҙ-ара кемдең ниндәй аймаҡтан икәнлеген, шәжәрәләре, атай-олатайҙарының был тарафтарға ҡайҙан күсеп килгәндәре тураһында кемуҙарҙан иҫтәренә төшөрә башлаһалар, ҡолаҡ һалғанды һиҙмәй ҙә ҡалаһың.
Ком: 0 // Уҡынылар: 440 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Еңеүҙәребеҙ һеҙҙе рухландырһын,  олимпиадасылар!” ...Тәүге мәрәй бөтә уйынды хәл итә, тиҙәр. Был хәҡиҡәткә, күрәһең, йәш спортсылар ҙа яҡшы төшөнә, һәр хәлдә, малайҙар ҡапҡаларға табан килгән тупты бөтә көсөнә кире ҡағып торҙо. Уның ҡарауы, көйәрмәндәр рәтендә лә “тыныслыҡ” хөкөм һөрҙө тимәҫһең. “Тип әйҙә!”, “Бирешмәгеҙ!” тигән орандар урманды яңғыратты. Бына шундай дәртләндергес ауаздарға күмелде, ҡыҙыу уйындарға шаһит булды Стәрлетамаҡ районы “Башаҡ” балаларҙы һауыҡтырыу лагеры спорт фестивалендә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 530 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күмәкләгән – яу ҡайтарған Һәр төбәктең матур йолаға әйләнгән саралары, үҙ тантаналары һәм байрамдары бар. Уларҙың ҡайһы берҙәре ниндәйҙер тарихи йә урындағы иҫтәлекле датаға бәйле булһа, икенселәре бөтөнләй башҡа сәбәптән ойошторола. Нисек кенә булмаһын, ярайһы ғына әҙерлек эштәре талап иткән был сараларҙа халыҡ теләп ҡатнаша, көтөп ала. Яңауыл ҡалаһында үткәрелеп килгән “Урам байрамы” тураһында нәҡ шулай тип әйтергә була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 734 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уртаҡлашырлыҡ тәжрибә бар Торлаҡ-коммуналь хужалығы объекттарын көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерләү буйынса республика кәңәшмәһенең Дыуан ерендә үткәрелеүе осраҡлы түгел, сөнки райондың был тармаҡта башҡаларға күрһәтерлек эштәре һәм уртаҡлашырлыҡ тәжрибәһе бар. Быға “Дыуанводоканал” муниципаль предприятиеһының эшмәкәрлеге асыҡ миҫал.
Ком: 0 // Уҡынылар: 481 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тыуған ерҙән көс алып Бөгөн ауыл ерендә йәшәгән халыҡ өсөн урындағы үҙидара – төп власть органы. Халыҡтың бар йомошо – улар иңендә, бигерәк тә төпкөл ауылдарҙа. Шуға күрә тап ауыл биләмәһе рәйесе барлыҡ мәсьәләне хәл итеүҙә туранан-тура ҡатнаша, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Әммә күпселек мәсьәләнең хәл ителеше аҡсаға барып юлығыуын иҫәпкә алғанда, уларҙың барыһы ла тормошҡа аша тип әйтеп булмай. Әбеш ауыл биләмәһендә, район үҙәгенән 70 саҡрым алыҫлыҡта урынлашыуына ҡарамаҫтан, элек-электән тырыш һәм эшһөйәр халыҡ йәшәй. “Урман халҡы” тигән исем алған әбештәр үҙҙәренең замандан артҡа ҡалмауы, уҡымышлы, әүҙем, дәртле, талантлы булыуы менән айырылып тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 806 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҡкүҙҙе ҡурҡытмайым тиһәң… Бөтә балыҡсыларҙың да тотҡан табышын айырып бөтмәүе ихтимал. Мәҫәлән, ҡыҙылғанат менән ажауҙы бутайҙар, ҡорман менән күстерәне айырмағандар ҙа бар. Бөгөн беҙ ҡорман балығына оҡшаған тағы ла бер төр балыҡ – аҡкүҙ (сопа) менән танышасаҡбыҙ. Күҙҙәре ғәҙәти балыҡтарҙыҡынан күпкә ҙур, йәйғор төҫө биреп тора. Оҙонлоғо 35-40 см, ауырлығы 1 кг тирәһе. Тәңкәләре ҡорман балығыныҡынан ҙур. Ҡойроғо оҙон, ҡарағусҡыл төҫтә. Күберәк ағын һәм тәрән йылғаларҙа йәшәй. Көтөүгә берләшеүсән, көҙ етеү менән һыу ятҡылыҡтарының тәрән урынын эҙләй башлайҙар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 408 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аулау ҡоралдары ла яңыра Балыҡ тотоу, аулау ҡорамалдарының күплеге тураһында һөйләп тороуҙың кәрәге юҡ – бихисап улар. Өлкән быуын вәкилдәре иҫләйҙер: ырғаҡ урынына тимерсыбыҡтан бөгөп эшләнгән ҡармаҡты капрон епкә бәйләп тә табыш ала торғайныҡ. Заман үҙгәргән һайын ҡорамалдар ҙа яңыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 365 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ағиҙел үҙе саҡырып торғандай... Ағиҙел яры. Был тирәлә күптән булған юҡ. Шундай һиллек. Яр буйында теҙелеп ултырған балыҡсылар ара-тирә ҡарамаҡтарын тикшереп ҡарай. Ағын көслө, шуға ҡарамаҫтан балыҡ ҡаба. Шуныһына иғтибар иттем: кеше байтаҡ булһа ла, бер сүп әҫәрен дә күрмәҫһең.
Ком: 0 // Уҡынылар: 437 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тамсылап йыйыла бал Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың төп кәсептәренең береһе – умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр һаны арта. Улар араһында ололарҙы ла, йәштәрҙе лә осратырға мөмкин. Әммә бал ҡорто аҫрау ғына яҡшы умартасы тигәнде аңлатмай, шунлыҡтан барыһы ла уңышҡа өлгәшә алмай, был эштең нескәлектәрен белеп, түҙемле һәм сабырҙар, үҙҙәре лә нәҙекәйбилдәр кеүек көнө-төнө тир түккәндәргә генә “баллы” тормошта йәшәү мөмкинлеге асыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 396 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кәмәлек йыр-моңдан торҙо йәмләнеп Һарытау өлкәһенең Мәҡсүт ауылында йыйын ойошторолдо. Сара ауыл активистарының береһе, башланғыс кластар уҡытыусыһы Римма Биктимерованың башланғысы менән үткәрелде. Байрамға борон-борондан ошо ерҙе төйәк иткән Кәмәлек башҡорттары йыйылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 373 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына