Тәүәккәллек –  йөрәк ҡомары Бер аҡыл эйәһе белдереүенсә, тәүәккәллек – йөрәк ҡомары, аҡылдан да ҡайһы саҡ юғары. Ошо һүҙҙәр йәки былай әйтеү бигерәк тә төҙөүсе һөнәрен үҙ итеүселәргә ҡағыла. Йыраҡ йөрөйһө түгел, эргә-тирәбеҙгә күҙ һалайыҡ әле, әллә күпме йорттар ҡалҡып сыға. Ҡасан ҡарама, егәрлеләр тырышып-тырмашып нигеҙ ҡора, кирбес һала, бинаны тышҡы яҡтан да, эстән дә матурлай-йөҙләй.
Төҙөүселәр көнөндә Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Владимир Нагорный бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырғанда бүләкләнеүселәр араһында үҙенең тыйнаҡлығы, мөләйемлеге менән бүтәндәрҙән айырылып торған Альбина ХАНОВА менән әңгәмәләшеү форсаты тейҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 420 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әҙәбиәтебеҙгә мәртәбә өҫтәгән мөлдөрәмә шиғриәт Шиғырҙарым минең үҙем кеүек:
Сәхнәләргә сыға торған түгел,
Улар ихлас итеп өндәшәләр
Бары яңғыҙ ҡалған саҡта күңел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1053 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балҡышлы миҙгелдәр …Рәсимәһеҙ йәшәүгә күнегеп булмаҫ кеүек ине. Әммә бер йыл ваҡыт үтеп китеп тә бара. Ул һаман да беҙҙең арала, гел йәш, матур көйө йылмайып баҫып тора кеүек. Күңелдә мәңге ҡалыр инде…
Ком: 0 // Уҡынылар: 522 тапҡыр // Тотош уҡырға
Фатир хужаһы  берәү буласаҡ... Күптән түгел Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы ҡарамағына бик ҡыҙыҡлы (ә кемдәр өсөндөр, бәлки, ҡыҙғаныс) закон проекты әҙерләп тапшырҙылар: атай-әсәйҙән ҡалған фатирҙы йәки йортто уларҙың бөтә балалары түгел, ә бер генә балаһы мираҫ итеп алырға хоҡуҡлы буласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 411 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тураған – ҡотола, ашаған – тотола... Ашаған белмәй, тураған белә, ти халыҡ мәҡәле. Хәҙер ашаған кеше лә, замансараҡ итеп әйтһәк – продукцияны ҡулланыусы ла йыш ҡына етештереүсе менән низағҡа инергә мәжбүр, сөнки һатып алған әйберенең сифаты насар булып сыға. Шуны күҙ уңында тотоп, ҡулланыусыны яҡлаған ҡануниәт тә күптән ҡабул ителгән. Ҡағыҙҙа, әлбиттә, барыһы ла шыма, ә ғәмәлдә ҡулланыусының хоҡуҡтары күҙәтеләме?
Ком: 0 // Уҡынылар: 398 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бүләк уңғандарҙы эҙләй Айырыуса ауыл хужалығында тир түккәндә сәмләнмәй эшләү мөмкин түгелдер. Ураҡ тамамланыу менән республика буйынса иң алдынғы ун комбайнсыға автомобиль тапшырыласаҡ – һөйөнөслө хәбәрҙе журналистар менән осрашыуында республикабыҙҙың Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов белдерҙе. Яҡшы өлгө ҡайҙа ла тиҙ тарала, иманым камил. Мәҫәлән, Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығы Илшат Райманов шулай уҡ урып-йыйыу эштәре бөтөүгә иң-иңдәрҙе бүләкләйәсәген әйтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 626 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт күрке ат менән,  аттың күрке ял менән Ебәк юлында ятҡан Баймаҡ районында йылҡы үрсетеүгә хәҙер ҙә ҙур иғтибар бүленә. Юҡҡа сыҡҡан Мостай ауылы биләмәләрендә урынлашҡан “Ирәндек” этнотурбазаһында ғына 300 йылҡы көтөлә, шуның 100-ө – һауын бейәһе. Йәшерен-батырын түгел, ҡасандыр меңәр баш йылҡы аҫралған совхоздар тарҡалғас, аттар бер осорҙа ҡараусыһыҙ ҡалғайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 863 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кәйефте боҙа... китап Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ағзаларының яңы уҡыу йылы алдынан федераль округтарҙа үткәргән мониторингы асыҡлауынса, мәктәптәрҙең 30 проценттан да күберәге уҡыусыларҙы бушлай дәреслектәр менән тәьмин итмәй. Ата-әсәләрҙең әсбаптар һатып алыуға уртаса сығымы – 3,4 мең һум тирәһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 339 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ял да яуапһыҙлыҡты яратмай Рәсәйҙә балаларҙың йәйге һауыҡтырыу лагерҙарын дөйөм реестрға туплау мәсьәләһе күтәрелә. Федерация Советындағы фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова был ынтылышты хәүефһеҙлек тәьмин итеү йәһәтенән бик мөһим тип һанай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 401 тапҡыр // Тотош уҡырға
Заман уҡытыусыһы.  Ул ниндәй булырға тейеш? Был һорауға яуапты мөғәллимдәр ғүмер буйы эҙләй, сөнки заманы ла үҙгәреп тора бит, яңынан-яңы талаптар барлыҡҡа килә. Уҡытыусыларҙың йыл һайын үткәрелгән август кәңәшмәһендә республика Башлығының даими ҡатнашыуы ла педагогтар хеҙмәтенең бөгөнгө хәленә һәм уның киләсәк маҡсаттарына ҙур әһәмиәт бирелеүен раҫлай. Быйылғы кәңәшмә ошо ижтимағи йүнәлештең ниндәй уңышлы һәм проблемалы яҡтарын билдәләне?
Ком: 0 // Уҡынылар: 920 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына