Рәсәй Хөкүмәте өс йәшкә тиклемге зәғиф һәм һүлпән үҫешеүсе балаларға ярҙам итеү буйынса 2020 йылға тиклем иҫәпләнгән концепция проектын хупланы. Ғаиләләргә медик, социаль һәм методик булышлыҡ сараларын билдәләгән был документ ҡайһы бер сирҙәрҙең эҙемтәләрен еңеләйтеүгә, шул иҫәптән сабыйҙарҙы инвалидҡа әйләнеүҙән һаҡлауға, ата-әсәләрҙең һаулығы насар булған балаларынан баш тартыуы осраҡтарын кәметеүгә йүнәлтелгән, ти белгестәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 306 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова Ейәнсура һәм Баймаҡ райондарында эш сәфәрендә булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 363 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡортостанда халыҡ кәсептәрен һәм йолаларын тергеҙеү” йәштәр тарихи-мәҙәни проектына ярашлы республикала этнотур уҙғарылды. Уны Халыҡтар дуҫлығы йорто Рәсәй Президенты гранты аҡсаһына ойошторҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 341 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уҙған быуаттың 70 – 90-сы йылдары кино үҫешендә иң уңышлы осор булды. Тулайым килем икеләтә үтәлә ине, алдынғы урындар алдыҡ, вымпелдарға эйә булдыҡ, төбәк-ара ярыштарҙа еңдек. Райондың кино системаһында оҙаҡ йылдар яҡшы эшләгән бөтә хеҙмәткәрҙәрҙе лә яҙып бөтөү мөмкин түгел, уларҙың һәр береһе – дөйөм уңышҡа тос өлөш индергән кешеләр. Шуларҙың бер нисәһе хаҡында һүҙем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 307 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге иң юғары дәүләт премияһына быйыл беҙҙең дүрт яҙыусының әҫәрҙәре күрһәтелде һәм был ҡәләмдәштәребеҙҙең һәр береһе хаҡында хөрмәт менән һүҙ алып барырға мөмкин. Наил Ғәйетбайҙың пьесалары Башҡортостан театрҙарында ғына түгел, унан ситтә лә йыш ҡуйыла. Гөлнур Яҡупованың “Ҡатындар” романын халыҡ бик яратып уҡый. Ләкин әле мин китаптары дәүләт премияһына тәҡдим ителгән ике ҡәләмдәшем тураһында ентекләберәк әйтмәксемен.
Ком: 0 // Уҡынылар: 608 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Алтын һуҡмаҡ” бергә һалына Ағастан һары япраҡ өҙөлөп төшөп гәрәбәләй әкрен генә ергә ята. Гүйә, йәйҙең күҙ йәше тама. Хакимлыҡты көҙгә тапшырыр сәғәте һуға уның...
Ком: 0 // Уҡынылар: 406 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡортостан” ижтимағи-сәйәси гәзитен яҙлыҡтырмай уҡып барам. Бер һаны ғына уҡылмай ҡалһа ла, нимәлер етмәй төҫлө. Гәзит бик йөкмәткеле, унда тормошобоҙҙоң күп яҡлы, ҡатмарлы күренештәре, хәл-ваҡиғалары һүрәтләнә. Был баҫманы сығарған ғилемле, зыялы заттарға, уның баш мөхәрриренә, халҡыбыҙҙың күңел торошон, зиһенен, донъяға ҡарашын байытыуға арымай-талмай аҡыл көстәрен сарыф иткәндәргә һаулыҡ-сәләмәтлек насип әйләһен Аллаһы Тәғәлә. Сикһеҙ рәхмәтлебеҙ уларға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 484 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡаланың тауығы булғансы,  ауылдың әтәсе булҠаланың тауығы булғансы,  ауылдың әтәсе бул Әллә аҡрынлап һарыға һабыша башлаған япраҡтар, әллә көн билбауының тәүлек һайын ҡыҫҡара барыуы күңелдә барыбер моңһоулыҡ уята. Ә бит йәйҙең тәҡәтһеҙ эҫе булыуына ҡарамаҫтан, яҙғы ҡояшты, нурға ҡойонған урмандарҙы, ауылдың шаулашып һабанға йыйыныуын иртә көҙҙән һағына башларбыҙ әле...
Ком: 0 // Уҡынылар: 461 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Тыуыр әүлиәләй ҡатындар,  тик рух тере ҡалһын халҡымда” “...Ниәтемде атҡарырға көс-дарманым етерҙәй? Үҙ-үҙемде белә-белгәндән таныш бер халәткә инәм дә... Индем! Булмышыма баҡтым: унда сит күҙгә күрһәтмәй генә бәпләгән серле Йәнағасым үҫә, үҙем шулай атаным. Ундай ағас бер ҡайҙа ла, бер кемдә лә юҡ, сөнки уны тик мин үҙ баҡсамда бар ҡылдым да йөрәгемде уға емшән иттем, ғүмер һутым менән һуғарҙым, күңел нурым һирпеп, яҡты һәм наҙ бирҙем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 732 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылы элек-электән бағымсылар төйәге булыуы менән дан тотҡан. Ауылды уратып алған хозур тәбиғәт – Ташкүл, Аҡҡош, Йомортҡалы күлдәре, Зәм-зәм шишмәһе, Буранбай үҙәге, Ҡара Ҡабаҡ буйы быға сәбәпсе түгелме икән? Бағымсы, быуын ултыртыусы Нурия Байгилдинаны районда ғына түгел, республикала ла белделәр, хөрмәт иттеләр. Ҡулдарының име бар, тиҙәр ине уның хаҡында. Шөкөр, данлыҡлы Нурия инәйебеҙҙең изге эшен ҡыҙы Маһира, ейәнсәрҙәре Миңһылыу менән Нәсимә дауам итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 421 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 33 Алға
Бит башына