Маҡсаттарына хыянат итмәйҙәр Башҡорт асыҡ КВН лигаһы йәштәре Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында шаяндар һәм отҡорҙар фестиваленең сираттағы уйынын ойошторҙо. Ул Рәсәй киноһы йылына арналды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 392 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һунарсы булған ырыуым, һунарсы ата-бабам Республикабыҙҙан ситтә ғүмер иткән милләттәштәребеҙҙең тормошо менән танышырға һәр саҡ талпынам. Күптән түгел күршеләргә юл төштө – Һарыҡташ районының Һунарсы ауылына нигеҙ һалыныуға – 430 һәм урындағы урта мәктәпкә 30 йыл тулыуҙы билдәләнеләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 408 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡалала кем талана? Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлеге кеше күңелендәге сей яраға әйләнеүе сер түгел. Был тармаҡты үҙгәртеп ҡороу тураһында хәбәрҙәр, мәғариф системаһын үҙгәртеү кеүек үк, телдән төшмәй. Ләкин, ни генә тиһәк тә, эшебеҙҙең һүҙҙән ары киткәне юҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 630 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Һуҡа бабай, ситкә кит!” No-till технологияһы – ул баҫыусылыҡтың бер ҙур системаһы. No-till һүҙен тәржемә иткәндә, “һабан юҡ” тигәнде аңлата. Төп асылы уның тупраҡтың өҫтөндәге ел һәм һыу эрозияһын кәметеүгә булышлыҡ иткән үҫемлек ҡалдығын һаҡлау, байытыуға ҡайтып ҡала. Ер көҙ ҙә, яҙ ҙа һөрөлмәй, тырматылмай, культивация үткәрелмәй. Шуның һөҙөмтәһендә уның төҙөлөшө боҙолмай, ер кипмәй, дым һаҡлана, ә һабан менән эш иткәндә тупраҡҡа ҙур зыян килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 292 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рөстәм ХӘМИТОВ: “Төп йомғаҡ шул:  күрһәткестәр тотороҡлана” Республикабыҙ Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышын үткәрҙе. Ул 2016 йылдың тәүге яртыһындағы социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтарына арналды. Сығыш яһаусылар ғинуар-июнь айҙары һөҙөмтәләренә ниндәй баһа бирҙе, киләсәккә үҫеште нисек күҙалланы?
Ком: 0 // Уҡынылар: 275 тапҡыр // Тотош уҡырға
КПРФ: киләсәккә ынтылыш бар “18 сентябрҙә илдең һәр гражданына “Үҙебеҙгә, балаларыбыҙға һәм ейәндәребеҙгә ниндәй илдә йәшәргә?” тигән мөһим һорауға яуап бирергә тура киләсәк. Ваҡиғалар үҫеше Медведев хөкүмәтенең яңы либераль сәйәсәте һәр йәһәттән мөмкинлектәрен тулыһынса сарыфлауын һәм илде бөлгөнлөккә илтеүен иҫбатланы. Һуңғы сирек быуат эсендә Рәсәйҙе тотанаҡһыҙ хосусилаштырыу, долларҙың өҫтөнлөгө менән килешергә, Бөтә сауҙа ойошмаһы алдында баш эйергә мәжбүр иттеләр...”
Ком: 0 // Уҡынылар: 420 тапҡыр // Тотош уҡырға
Банктар аҙыраҡ,  заводтар күберәк Бөгөн иҡтисадыбыҙҙың аҫты-өҫкә килгән мәл. Һәр бер көслө иҡтисадта ҡеүәтле сәнәғәт бар, ә финанс индустриаль үҫеште тәьмин итә. Ә беҙҙә киреһенсә, спекулятив финанс капиталы үҙ-үҙенә эшләй. Быны туҡтатырға кәрәк. Тап шуға күрә “Гражданлыҡ платформаһы”ның төп лозунгы – банктар аҙыраҡ, заводтар күберәк!
Ком: 0 // Уҡынылар: 293 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Берҙәм Рәсәй” партияһы программаһы: социаль өлкә “Берҙәм Рәсәй” – һәр кемдең тауышын ишетеү – беҙҙең бурыс!
Һәр кешегә иғтибар – дөйөм киләсәктең
нигеҙе

Рәсәй – социаль дәүләт. Унда кеше, уның хоҡуҡтары һәм азатлыҡтары юғары ҡиммәтте тәшкил итә. “Берҙәм Рәсәй”ҙең социаль сәйәсәтенең бөтә асылы ошонда. Беҙҙең өсөн кешеләргә ысын, һиҙелерлек, лайыҡлы һәм һөҙөмтәле ярҙам күрһәтелеүе мөһим. Халыҡтың тормошон яҡшыртыу – тотороҡло социаль-иҡтисади үҫештең нигеҙе. Һәр кеше сифатлы белем алыу һәм лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнгән эш табыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Социаль яҡлауға мохтаж булғандарҙы уның менән тәьмин итеү фарыз. Беҙ иҡтисади мәсьәләләрҙе социаль өлкә иҫәбенә хәл итә алмайбыҙ һәм итмәйәсәкбеҙ ҙә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 333 тапҡыр // Тотош уҡырға
 Ерҙең даны – ирҙән Быйылғы эҫе йәй, ҡоролоҡ ауыл хужалығы эшсәндәре алдына ҙур һынау ҡуйҙы. Бындай шарттарҙа өмөттө аҡларлыҡ уңыш үҫтереп алыу, етерлек мал аҙығы туплау өсөн игенсенән икеләтә тырышлыҡ талап ителә. “Нурлы” агрофирмаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшсәндәре был һынауҙы уңышлы үтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 260 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡәбилә башлығына ышанған  ҡатын тураһында хикәйәт Нисек илһамландырыусы ҡатын булырға? Бик борон, ер йөҙөндә нимә күҙҙәренә күренә барыһын да тотоп ашарға ғына торған, тик ҡырағай хайуандар ғына йәшәгән дәүерҙә, бер ҡәбилә ғүмер иткән, ти.
Бер көн быларға фажиғә килә, ҡәбилә йәшәгән мәмерйә алдына ҡылыс тешле бер юлбарыҫ эйәләшә. Уны үлтерергә бер яугирҙең дә көсө етмәгән. Кешеләр ҡасып бикләнеп ҡалған. Инде ҡояш ун тапҡыр байығансы бер нәмә лә ашамаған улар. Яугир ҡәбиләнең тәненән көс китә башлаған. Ә мәмерйә алдынан юлбарыҫ китмәгән дә китмәгән. Шунан бер ваҡыт башҡаларҙан бер нимәһе менән дә айырылмаған ябай ҡатын торған да ҡәбилә башлығы эргәһенә килеп былай тигән:
Ком: 0 // Уҡынылар: 370 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 33 Алға
Бит башына