Рәсәй Йәмәғәт палатаһы секретары Александр Бречалов хәбәр итеүенсә, 2008 йылдың 10 июнендәге “Мәжбүри тотоу урындарында кеше хоҡуҡтарын тәьмин итеүгә йәмәғәт контроле һәм ошондай урындарҙағы кешеләргә булышлыҡ итеү тураһында”ғы 76-сы Федераль законға ярашлы, 2 августан Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы составына кандидатуралар күрһәтеү башланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 273 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республикала “Замандаш” театр-фольклор экспедицияһы башланды. Заманса драматургия һәм режиссура үҙәгенең ижади командаһы Бөрйән, Әбйәлил, Баймаҡ райондары буйлап сәфәр сыҡты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 322 тапҡыр // Тотош уҡырға
Магазиндан һатып алған һөт бына нисә аҙна инде әсемәй... Хәйер, уны һөт тип әйтеүе лә ҡыйын. Ә ауылға бер ҡайтҡанда әсәйемдең: “Быйыл йәй шул тиклем эҫе, хатта һыйырҙың һөтө еленендә үк әсей”, — тип зарланғанын иҫләһәм, ризыҡтың сифаты, таҙалығы тағы ла нығыраҡ уйландыра. Шулай ҙа яҡын киләсәктә был һорауҙарға ла яуап табасаҡбыҙ, тип ышандыра Рәсәй ауыл хужалығы тармағын күҙәтеү идаралығы белгестәре.
Ком: 0 // Уҡынылар: 212 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ағымдағы йылдың 1 октябренә тиклем социаль хеҙмәтләндереүгә хоҡуғы булғандар — Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, блокадала булыусылар, инвалидтар, шул иҫәптән инвалид-балалар һ.б. — социаль хеҙмәтләндереү йыйылмаһынан йәки уның ниндәйҙер бер өлөшөнән баш тартыу тураһында ғариза яҙа ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 255 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөләр Эльбрусҡа күтәрелә 25 июлдә Эльбрус тауына юлланған Өфөнөң “Вертикаль” экспедицияһы тәғәйен ергә имен-аман барып етте һәм Терскол ҡасабаһында урынлашты. Сараны Рус география йәмғиәтенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе, “Юл радиоһы” һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ойошторҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 309 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 24 25 26 27 28 29 30 31 32 33 Алға
Бит башына