Ирең  ҡысҡырһа... Һиңә ҡыйын була, эйеме? Уның һәр екеренеүе һуғыуға тиң. Ә һуғыу ул – көс ҡулланыу. Был хәлде тик үҙегеҙ генә туҡтата алаһығыҙ. Ә нисек? Үҙегеҙҙә мине мәжбүр итергә, көс ҡулланырға ярамай тигән ныҡлы ышаныс тыуҙырып!
Ком: 0 // Уҡынылар: 270 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һомайҙары тыуыр  был  илдең Халҡы яҙмышын үҙ йөрәгенә һалып бәүеткән ағинәйҙәр, уларҙан өлгө алып үҫкән милләттең ғорур ҡыҙҙары – әсәйҙәр, уларҙан тыуған, ил биҙәге, сәскәләй матурлыҡ бөрккән ҡыҙҙар... Батыр халҡыбыҙға йән өрөүсе, тамырҙарыбыҙҙы бик борондан алып лайыҡлы дауам итеп килгән, милләттең рухиәте, асылы, үҙаңы, ҡото, ырыҫы, иманы һағында торған ил инәләренең бер өлөшө беҙ – ҡыҙҙар. Үҙ ҡәлебебеҙгә төшкән ошо мөҡәддәс бурыс был донъялыҡта ҡатын-ҡыҙ тигән мөһабәт исемде лайыҡлы күтәреп йөрөтөргә хаҡлы итә лә инде. Ә төптән уйлап ҡарағанда, ниндәй икән ул бөгөнгө башҡорт ҡыҙы? Милләтенең бәҫен ҡайғыртамы? Ниндәй асыл ята уның йөрәгендә?
Ком: 0 // Уҡынылар: 587 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорттар кәсепселек бәйәһен юғалтмай Ата-бабаларыбыҙҙың зиһененә, аҡылына иҫең китер! Тәбиғәт, Йыһан менән тығыҙ бәйләнештә донъя көткән улар. Бәпесте муйыл ағасынан яһалған сәңгелдәктә бәүеткән, малы үҙенә яҙһын өсөн уны муйыл һуйыл менән ҡыуалаған, оҙон ғүмерле булһын өсөн һайыҫҡан ите менән дә туҡланған, ҡарағас һағыҙ сәйнәгән йөҙйәшәр ҡарттарҙың тештәре лә теүәл булған, сайырлы кейеҙҙә йоҡлаған – һыҙланмаған, мендәрҙәре ҡор йөнө менән тултырылған, шуға күрә ҡоштай ирекле, ҡанатлы булған, ҡаты урындыҡта йоҡлап, умыртҡа һөйәге лә төҙ булып үҫешкән...
Ком: 0 // Уҡынылар: 273 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эш кешеһе мыжымай Һуңғы ваҡытта кемдәрҙер эш юҡлыҡҡа, икенселәр торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарҙың нәфсеһенә зарлана, ләкин эшләгән халыҡ ҡына өндәшмәҫ балыҡ һымаҡ йәшәүен дауам итә. “Сәйәсәт хәҙер аш бүлмәһенә күсте, ә ашарға унда бер ни ҙә юҡ”, – тип яҙғайны бер журналист. Шулайҙыр, сөнки, ашаған белмәй, тураған белә тигәндәй, ҡаҙанға нимә һалыу һәм уны ҡайҙан алыу аш бүлмәһендәге кешегә генә мәғлүм. Улар иһә үҙенә күрә “тешле бизнесменға” әйләнеп бөткән, йәғни аҙыҡ-түлектең ҡайҙа күпме торғанын биш бармағы кеүек белә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 587 тапҡыр // Тотош уҡырға
Матурлыҡты һандалға һала вандал Вандал һүҙен беҙ һуңғы ваҡытта йыш ишетәбеҙ. Матди һәм рухи ҡиммәттәрҙе емереүсе ул. Тарихҡа, үткәнебеҙгә төкөрөп ҡараусы, ҡорбандарҙың рухын мыҫҡыллаусы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 547 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында халыҡтың мөрәжәғәттәре менән эшләү “Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында”ғы Федераль законға, “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында”ғы республика Законына, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Регламентына, Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратында Эш башҡарыу инструкцияһына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 215 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөлә Конгресс-холда республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “МИР: Молодежь. Идеи. Развития” йәштәр конвентында ҡатнашыусылар менән осрашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 263 тапҡыр // Тотош уҡырға
Салауат менән Стәрлетамаҡ ҡалалары араһындағы күлдәрҙең береһендә ғалимдар сөсө һыуҙа йәшәй торған медузаларға юлыҡҡан. Был турала билдәле орнитолог, Экологик экспертиза һәм биомәғлүмәт технологиялары институты директоры Виктор Валуев белдерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 208 тапҡыр // Тотош уҡырға
Гөлнур Яҡупованың “Ҡатындар” трилогияһы бөгөнгө әҙәбиәттә ҙур ваҡиға булды. Ифрат халыҡсан әҫәр. Автор бер нисә быуын тормошон яҡтырта, һәр осорға ярашлы тарихи ваҡиғаларҙы тасуирлай. “Ҡатындар” мөхәббәткә мәҙхиә йырлай, ата-әсәгә, Ватанға, тыуған төйәккә мөхәббәт тәрбиәләй.
Трилогияның тағы бер маҡтауға лайыҡ сифаты – ул башҡорт теленең бар нескәлектәрен, тәрәнлеген, сәсәнлеген асып бирә, уҡып туймаҫлыҡ дәрәжәгә еткерә.
Гөлнур Яҡупованың “Ҡатындар” трилогияһы, Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, Валентин Распутиндың “Прощание с Матерой” тигән әҫәрҙәре кеүек үк, донъяға ҡарашымды билдәләгән, хатта ки үҙгәрткән китап!
Ком: 0 // Уҡынылар: 598 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәндәләреңде был донъяға ниңә һөйөп, һөйөлөп йәшәр өсөн генә яратманылар икән?! Һин яратҡан һине яратмай, һин яратмған һине ярата, тиҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр бер бөтөн булып бәхетле, мөхәббәтле йәшәй алмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 334 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 33 Алға
Бит башына