М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты йыл һайын студенттарын практикаға ебәрә. Әгәр беренсе курстан һуң фольклор йыйыу менән шөғөлләнһәк, икенсе уҡыу йылы тамамланғас, телебеҙ диалекттарын өйрәндек. Быйыл иһә йәйге лагерҙа вожатый булып эшләнек. Факультеттан һәммәбеҙ төрлө яҡҡа юлландыҡ. Кем диңгеҙ яғына сығып китте, икенселәр мәктәптәрҙә ҡалды. Мин Әлшәй районында урынлашҡан Чехов исемендәге шифаханала булдым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 373 тапҡыр // Тотош уҡырға
2015 йылдың көҙө иҫтәлекле булды, сөнки Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының сираттан тыш съезы уҙҙы һәм башҡорт донъяһына ҡағылышлы күп мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡты. Ҡоролтайҙың Башҡарма комитетына байтаҡ яңы ағзалар ҡабул ителде, эш комиссиялары булдырылды, уларҙың етәкселәре тәғәйенләнде. Хәҙер инде халыҡ менән эшләүҙе дөрөҫ һәм планға ярашлы итеп башҡарыу ғына шарт. Эште “Башҡортостан” гәзитенә ҡушымта булып тергеҙелгән “Ҡоролтай тауышы” ла еңеләйтәсәк. Оҙон ғүмерле булһын баҫмабыҙ. Һәр башҡорт уның тураһында белеп, бәйләнештә булырға тырышһа, башҡорт халҡын борсоған барлыҡ мәсьәләләр буйынса ла фекер алышыу мөмкинлеген файҙаланһа ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 280 тапҡыр // Тотош уҡырға
*Ғафури районы Сәйетбаба ауылында Табын ырыуы башҡорттары йыйыны үтте. “Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәге һәм урындағы ҡоролтай ҡатнашлығында ауыл хакимиәте ойошторған сарала БАССР-ҙың барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуҙы байрам итеүгә әҙерлек мәсьәләләре ҡаралды. Уның сиктәрендә шулай уҡ “Йәштәрҙе, еребеҙҙе, телебеҙҙе һәм динебеҙҙе һаҡлайыҡ” тигән ғилми-ғәмәли конференция һәм район имам-хатиптарының осрашыуы ойошторолдо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 397 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәйҙә быйыл пенсияны индексациялап еткереүҙе 5 мең һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған түләү менән алмаштырасаҡтар. Ул 2017 йылдың ғинуарында түләнәсәк. Бындай ҡарар өҫтәмә рәүештә 200 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеүҙе талап итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 313 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Хаж ғәмәле ҡылыу тураһында бик күптән хыялландым, тик ошоға тиклем форсат теймәне. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ошо ниәтемде тормошҡа ашырырға Хаҡ Тәғәләнән ярҙам һораным. Тик Алланан ярҙам көтөп, бурысҡа аҡса алып тороп сәфәр ҡылыу гонаһ тип ишеттем.
Уның үҙенсәлектәрен һөйләп китһәгеҙсе, хәҙрәт.
Ком: 0 // Уҡынылар: 444 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республикала Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа ҡайһы бер кандидаттар банк иҫәбе һәм мөлкәт тураһындағы мәғлүмәттәрен күрһәтергә “онотҡан”. Сәйәси партияларҙың вәкилдәре менән осрашыуҙа Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Наилә Алтынова ошондай мәғлүмәтте еткерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 173 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙҙең республикаға Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошма (ОБСЕ) ҡарамағындағы Демократия институттары һәм кеше хоҡуҡтары бюроһы вәкилдәре Марша Вайнерман (АҠШ гражданы) менән Оганез Казарян (Әрмәнстан) килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 160 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республикабыҙҙа яуым-төшөмдөң булмауы арҡаһында Ағиҙел һәм Өфө йылғаларындағы һыу һаҡлағыстарҙың эше көйләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 154 тапҡыр // Тотош уҡырға
йәнле ҡурсаҡтар иле Улар ҙа кешеләр һымаҡ: сәхнәне һағына, алҡыштар көтә, тамашасынан йылы мөнәсәбәт өмөт итә. Улар ҙа кешеләр һымаҡ: илай, көлә, хисләнә, йә ярата, йә нәфрәтләнә. Улар ҙа кешеләр һымаҡ...
Ком: 0 // Уҡынылар: 818 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бынан ҡырҡ йыл самаһы элек Наил Ғәйетбайҙың әҙәбиәткә килеүен яҡшы хәтерләйем. Уның тәүге “Әлфиә” исемле повесының донъя күреүенә мин дә ярҙам иткәйнем. Ошо тәүге әҫәре менән үк ул үҙен һәләтле прозаик итеп күрһәткәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 356 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 33 Алға
Бит башына