Ауыл ҡатындары яңыса йәшәргә өйрәнә “Ҡаланы маҡта ла ауылда йәшә” тигән әйтемде һуңғы ваҡытта йыш ишетергә тура килә. Ысынлап та, ауыл “артта ҡалған йәмғиәт”, “насар тормош” кәүҙәләнеше булыуҙан туҡтап, бөгөн, киреһенсә, заман талаптарына яуап биргән, яңыса фекер йөрөткән, һәр эшен аш итеп һатыуға сығара алған, байлыҡта һәм муллыҡта йәшәгән кешеләр төбәге булараҡ танылыу ала бара. Эш юҡ, аҡса етмәй, тип ҡайғырмай бөгөн улар. Үҙ көстәре менән кәртә тултырып мал көтөп, йәшелсә, еләк-емеш ултыртып, умарта тотоп, ҡош-ҡорт аҫрап, бынамын тигән итеп донъя көтөргә ынтылалар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 786 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балаларҙың именлеге өсөн Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова хәүефһеҙлек тәьмин итеү маҡсатында барлыҡ балалар һауыҡтырыу лагерҙарын берҙәм реестрға индерергә кәрәк тигән фекерҙә.
– Йәйге һауыҡтырыу учреждениеларының берҙәм дәүләт реестрын төҙөү мәсьәләһе күптән өлгөрөп етте. Тейешле лицензияһы булмаған дәүләт йәки шәхси ойошма был реестрға эләгә алмаясаҡ, өҫтәүенә һәр ата-әсә, йәйге ялды ойоштороусы бындай учреждение, уның һауыҡтырыу алымдары менән туранан-тура танышыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ, – тине сенатор.
Ком: 0 // Уҡынылар: 292 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балаң мәктәпкә әҙерме? Тиҙҙән яңы уҡыу йылы башлана. Балалар оҙайлы каникулдан һуң мәктәпте, класташтарын һағынып, осрашыу минуттарын көтә. Өс ай ял иткәндән һуң тиҙ генә уҡыу процесына инеп китеү еңелдән түгел. Уҡыу башланырға һанаулы көндәр ҡалды, тимәк, бөгөндән баланы мәктәпкә әҙерләргә кәрәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 502 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Бөрйән балы – башҡорт даны” 10 сентябрҙә Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында “Бөрйән балы – башҡорт даны” халыҡ-ара этнофестивале үткәрелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 795 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәнә 58 автобус килә Мәктәп автобустарын яңыртыу буйынса федераль программаға ярашлы Башҡортостан яңы уҡыу йылына 58 транспорт сараһы аласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 348 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һүҙ эш менән нығытыла Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Ҡырмыҫҡалы районында эш сәфәрендә булды. Бында ул халыҡ, район активы менән осрашты, бер нисә социаль объектты ҡарап сыҡты, райондың социаль-иҡтисади хәле, үҫеш мөмкинлектәре менән танышты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 314 тапҡыр // Тотош уҡырға
23 августа Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Сергей Сироткиндың сәйәси партияларҙың урындағы бүлексәләре етәкселәре, етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа теркәлгән кандидаттар менән осрашыуы үтте. Кәңәшмәлә шулай уҡ республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 363 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөгөн донъяны күптәр өсөн һиҙелмәгән, әммә ҡурҡыныс һуғыш яуланы. Терроризм дауылы ғәйәт ҙур катаклизмға әүерелеп, донъяны ғәйепһеҙ ҡорбандар ҡанында батырырға ниәтләй. Көн һайын яңы мәғлүмәт: Донбасс, Сүриә, Брюссель, Ницца, Төркиәлә шартлау, Ҡырымда диверсиялар әҙерләү… Был процестарҙың сәхнә артындағы режиссерҙары арта барған хәүефте күҙәтә һәм контролдә тота алмай.
Рәсәйҙә лә, унан ситтә лә халыҡтың именлеген тәьмин итеү өсөн әле булһа быҫҡып янған филтәне һүндерергә кәрәк. Тыуған илебеҙҙең мөһим миссияһы ошоға ҡорола.
Ком: 0 // Уҡынылар: 367 тапҡыр // Тотош уҡырға
= Бөтә кимәлдәге коррупцияға ҡаршы көрәш. Бюджет аҡсаһын урлаған өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырыу.
= Минималь эш хаҡы – 20 000 һум.
= Сифатлы юлдар! Газ, электр, йылы һыу – Башҡортостандағы һәр йортҡа.
= Ҡәтғи торлаҡ-коммуналь контроль. Граждандарҙың капремонтҡа иғәнәләре ирекле булырға тейеш.
= Киләһе биш йылда эшкәртеү сәнәғәте, ауыл хужалығы, төҙөлөш, транспорт предприятиелары өсөн һалымды кәметеү.
Ком: 0 // Уҡынылар: 408 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эш юлы. Халыҡ тарафынан яҙылған программа.
Эшләргә, Ҡарар ҡабул итергә, Һайларға ваҡыт.
Яҡын киләсәккә илебеҙҙең яҙмышын граждандар хәл итәсәк. Һәр кеше үҙе өсөн сит-яттарҙың уйлауын, ҡарар ҡабул итеүен һәм эшләүен теләрме, әллә хоҡуҡтары, тотороҡлолоҡ, киләсәк өсөн үҙе тауыш бирерме?
Ком: 0 // Уҡынылар: 244 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 33 Алға
Бит башына