Беҙҙең режиссер – лауреат Өфө режиссеры Вадим Вәлиуллиндың “Кредит” фильмы IV “Короче” Рәсәй ҡыҫҡа метражлы кино фестивалендә лауреат булды. Ул иң яҡшы сценарий өсөн бүләкләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 162 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда яңы торлаҡҡа ипотека ставкаһының 10 процентын субсидиялау һәм кредит финанслауы алғанда төҙөлөш ойошмаларына Төбәк фонды тарафынан залог биреү тураһындағы проекттар әҙерләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 202 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тыуған көндә туғандарыңдан, дуҫтарыңдан, яҡындарыңдан матур теләктәр ишетеү – үҙе бер байрам. Минең юбилейым айҡанлы донъяның төрлө тарафынан бик күп ҡотлауҙар килде. Һәр берегеҙҙең йөрәк түренән урғылып сыҡҡан ихлас ҡотлауҙарығыҙҙы уҡып шатландым. Форсаттан файҙаланып, оло рәхмәтемде еткергем килә. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәхет теләйем!
Ком: 0 // Уҡынылар: 431 тапҡыр // Тотош уҡырға
25 августа көндөҙгө сәғәт 2-нән 4-кә тиклем Ҡыйғы районы хакимиәте бинаһында (Үрге Ҡыйғы ауылы, Салауат урамы, 2) Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе идарасыһы Марат Мөьмин улы Латипов граждандарҙы ҡабул итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 197 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан эҙәрмәндәре Псков өлкәһенең Себеж районында экспедиция үткәрә. Был төбәктә 1941 йылдың йәйендә 170-се уҡсылар дивизияһы ҡаты һуғышта ҡатнашҡан. Йыйылма отрядҡа Стәрлетамаҡтың “Обелиск” һәм Өфөнөң “Правда” отрядтары эҙәрмәндәре инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 178 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Һәр осорҙа  халыҡ ул тыуҙыра” Ҡырмыҫҡалы районында төрлө саралар уҙып тора. Күптән түгел Рәсәй төбәктәренең мәҙәниәт министрлыҡтары вәкилдәре килеп Шайморатов-генералға сәскә һалһа, унан алда батырыбыҙҙың Ҡыҙыл Йондоҙо ҡайтыуы хөрмәтенә байрам үткәрелде. Был иһә урындағы хакимиәттең милли усағыбыҙҙы һаҡлауға тос өлөш индереүе тураһында һөйләй. Бына әле халҡыбыҙҙың бөйөк мәғрифәтсеһе, оло аҡыл эйәһе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың тыуыуына 175 йыл тулыу айҡанлы уҙған сараға юл тотоуыбыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 375 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәүәккәллек –  йөрәк ҡомары Бер аҡыл эйәһе белдереүенсә, тәүәккәллек – йөрәк ҡомары, аҡылдан да ҡайһы саҡ юғары. Ошо һүҙҙәр йәки былай әйтеү бигерәк тә төҙөүсе һөнәрен үҙ итеүселәргә ҡағыла. Йыраҡ йөрөйһө түгел, эргә-тирәбеҙгә күҙ һалайыҡ әле, әллә күпме йорттар ҡалҡып сыға. Ҡасан ҡарама, егәрлеләр тырышып-тырмашып нигеҙ ҡора, кирбес һала, бинаны тышҡы яҡтан да, эстән дә матурлай-йөҙләй.
Төҙөүселәр көнөндә Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Владимир Нагорный бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырғанда бүләкләнеүселәр араһында үҙенең тыйнаҡлығы, мөләйемлеге менән бүтәндәрҙән айырылып торған Альбина ХАНОВА менән әңгәмәләшеү форсаты тейҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 303 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әҙәбиәтебеҙгә мәртәбә өҫтәгән мөлдөрәмә шиғриәт Шиғырҙарым минең үҙем кеүек:
Сәхнәләргә сыға торған түгел,
Улар ихлас итеп өндәшәләр
Бары яңғыҙ ҡалған саҡта күңел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 814 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балҡышлы миҙгелдәр …Рәсимәһеҙ йәшәүгә күнегеп булмаҫ кеүек ине. Әммә бер йыл ваҡыт үтеп китеп тә бара. Ул һаман да беҙҙең арала, гел йәш, матур көйө йылмайып баҫып тора кеүек. Күңелдә мәңге ҡалыр инде…
Ком: 0 // Уҡынылар: 427 тапҡыр // Тотош уҡырға
Фатир хужаһы  берәү буласаҡ... Күптән түгел Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы ҡарамағына бик ҡыҙыҡлы (ә кемдәр өсөндөр, бәлки, ҡыҙғаныс) закон проекты әҙерләп тапшырҙылар: атай-әсәйҙән ҡалған фатирҙы йәки йортто уларҙың бөтә балалары түгел, ә бер генә балаһы мираҫ итеп алырға хоҡуҡлы буласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 290 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 33 Алға
Бит башына