Йәнә еңеүсе “Тамыр”! “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының “Тамыр” балалар телеканалы VIII Бөтә Рәсәй “СМИротворец-Волга” конкурсының төбәк этабында еңеүселәр рәтенә сыҡты. “Был – беҙ” тапшырыуҙар циклы “Балалар һәм йәштәр киң мәғлүмәт саралары” номинацияһында еңеү яуланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 457 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡайтам әле тыуған яҡҡа... Һағынып ҡайтыр ерең, көтөп торған кешеләрең булыуы, шул ерҙәрҙән уҙыуы һәм яҡындарың менән күрешеү – үҙе бер бәхет. Ә тыуған тупһаңда һауа ла, һыу ҙа, ағастар, тауҙар, урмандар, йылға-шишмәләр ҙә икенсе төрлө һымаҡ, нисектер күңелгә яҡын да, ҡәҙерле лә. Ошо осрашыуҙарҙан һуң үҙеңә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ көс, дәрт алаһың.
Ком: 0 // Уҡынылар: 443 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ситкә ҡыҙыҡмаһын күҙебеҙ, тир түккәнде көтә еребеҙ Ҡышҡылыҡҡа йәки “ҡара көнгә” аҙыҡ-түлек запасы туплайһығыҙҙыр, моғайын. Һыуытҡысығыҙ, баҙығыҙ, келәтегеҙ тулһа, күңелегеҙ ҙә тынысланып ҡалалыр, эйеме? Шулай һәр кемегеҙ хәленән килгәнсә ғаилә именлеген хәстәрләй. Дәүләт тә ошо рәүешле үҙ халҡының аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итергә тейеш. 1992 йылда хаҡтар “иреккә сығарылғас”, Өфөнөң Зорге урамындағы универсамда витринаға аптырап ҡарап торғаным хәтерҙә: унда Австриянан килтерелгән аҡ май ята ине. Ҡара тупраҡлы сәсеү майҙандары, сабынлыҡтары һәм көтөүлектәре икһеҙ-сикһеҙ булған ғәйәт ҙур ил картала саҡ-саҡ ҡына күренгән бәләкәй генә дәүләттең майына мохтаж! Ә бит австриялар беҙгә үҙҙәренән артып ҡалған майҙы ғына ебәрә. Күрәһең, бында донъяла иң ҙур ил булыуыңда ғына түгел эш...
Ком: 0 // Уҡынылар: 378 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙмыш һынауҙары һындырманы Мәҡәләләремдә геройҙарымдың биографияһын һис ашатлап үтә алмайым, сөнки ул – геройҙың кеше булып формалашыуы, тормошо, булмышы, йәшәү рәүеше. Әле һеҙҙең менән таныштырасаҡ шәхес – ҡатмарлы тормош юлы үткән, яҙмышына төшкән һынауҙарға бирешмәйенсә маҡсатына ынтылған, яңғыҙы өс баланы тәрбиәләп, уҡытып кеше иткән билдәле яҙыусы Нажиә Игеҙйәнова.
Ком: 0 // Уҡынылар: 342 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҡыл-зиһендә –  бөтмәҫлек ғилем Заман ағышында революцияға тиклемге осорҙағы милли әҙәбиәтебеҙҙең шәхестәрен барлағанда Сафуан Яҡшығоловтың исемен телгә алыу бушҡа түгел. Әле булһа халҡыбыҙҙың тормош юлы һәм ижады өйрәнеп бөтөлмәгән, ҡайһы бер осраҡта белергә тейеш булып та белмәгән шәхестәре бихисап. Уйлап ҡараһаң, Сафуан Яҡшығоловтың ҡулъяҙма көндәлектәре бөгөнгәсә баҫылмаған сығанаҡ булыуы ла ихтимал.
Ком: 0 // Уҡынылар: 436 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәҙәни үҙәккә әйләнер Силәбе ҡалаһы 280 йыллыҡ юбилейын билдәләгән көндәрҙә үҙәк урамдарҙың береһендә 1812 йылғы Ватан һуғышы һәм 1813-1814 йылдарҙағы рус армияһының хәрби хәрәкәттәрендә ҡатнашҡан яугирҙәр иҫтәлегенә һәйкәл асылыуы ҙур мәғәнәгә эйә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 556 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иң әүәл иман кәрәк Бына беҙ күптән ишетергә теләгән һүҙҙәр, күптән күңелебеҙ һыуһаған сара... Ер йөҙөнә килгәненән алып нисәмә тапҡыр кире ҡарашҡа юлығып, манаралары ауҙарып бөтөрөлөүгә дусар ителеп, кемдәрҙер тарафынан ҡәтғи тыйылып та, ишелеп төшкән яр, бысраҡлыҡтар араһынан үҙенә юл табып сылтырап аҡҡан саф шишмәләй яңынан баш алып, бара-бара ҙурыраҡ шишмәләргә ҡушылып оло йылғаларға әйләнгәндәй, беҙҙең милләттең иңенә төшкән традицион динебеҙ... Эйе, тарихсыларыбыҙ һәм дә күпте күргән шәхестәребеҙ дөрөҫ әйтә, Исламды бөтә милләттәрҙән алдараҡ ҡабул иткәнбеҙ беҙ. Кемдер тарихи сығанаҡтарҙа дин башҡорттарға X быуатта үтеп инеп, XIII быуатта ныҡлап тарала башлаған тиһә лә, икенселәр әле IX быуаттан алда уҡ тип күрһәтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 550 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башла көндө йылмайыуҙан – Йылмайыр бөтә донъя! Көндө нисек башлаһағыҙ,
Ул шулай тамамланыр.
Башла көндө иман менән –
Күңелең тулыланыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 502 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Үҙебеҙҙең тырышлыҡҡа бәйле” Үткән быуаттың 60-сы йылдарында республикала ауыл халҡының көнитмешендә уңайлыҡтар тыуҙырыу, йәшәү кимәлен яҡшыртыу маҡсатында урындарҙа коммуналь-көнкүреш конторалары ойошторола. Баҡалылар был башланғысҡа тәүгеләрҙән булып ҡушыла. Шул рәүешле бында коммуналь хеҙмәттең киләсәгенә ышаныслы нигеҙ һалына. Бөгөн республиканың коммуналь тармағында лайыҡлы урын биләгән, тиҫтә йылдар дауамында бай хеҙмәт традициялары тупланған “Коммунхоз” муниципаль унитар предприятиеһының тарихы шулай башлана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 362 тапҡыр // Тотош уҡырға
Наҙанлыҡтан йоҡҡан яманат Нисек кенә ҡапма-ҡаршылыҡлы булмаһын, бөгөн журналистар, халыҡ алдында телмәр тотҡандар араһында “ислам” һәм “террорсылыҡ” төшөнсәләрен йәнәш ҡулланыусылар байтаҡ. Шартлатыуҙар, ҡораллы бәрелештәр тураһында һүҙ сыҡтымы, күптәр аңын-тоңон уйлап тормайынса динебеҙҙе тәнҡитләргә, уның ҡанундары тураһында бәхәсләшергә керешә. Йәнәһе, изге китабығыҙҙа шулай ҡушылған... Юҡ, әлбиттә, улар яңылыша! Тик ни сәбәпле тыуған һуң хаталы фекер?
Ком: 0 // Уҡынылар: 345 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына