Һайлауҙа нисә кеше ҡатнашҡан? Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙа тауыш биреүселәр һанын асыҡланы. “Һайлау” автоматлаштырылған дәүләт системаһына барлыҡ комиссияларҙың протоколдарын индергәндән һуң республикала һайлауҙа ҡатнашыусылар һаны яҡынса 69,78 процент тәшкил итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 410 тапҡыр // Тотош уҡырға
Зөһрә Рәхмәтуллина: “Башҡортостанда һайлауҙа халыҡ белгән һәм хуплаған кешеләр еңде” Республикала һайлау “Ғәҙел һайлау” һәм “Таҙа һайлау” тигән лозунгылар аҫтында үтте. Шуға күрә улар ысынлап та үтә күренеүсән, объектив, принципиаль булды. Белорет бер мандатлы округында һайлауҙа еңеп сыҡҡан Зөһрә Рәхмәтуллина Берҙәм тауыш биреү көнө йомғаҡтарына тап ошондай аңлатма бирҙе. Эксперттар баһалауынса, бер мандатлы округтарҙа Дәүләт Думаһы мандаттары өсөн етди көрәш барҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 346 тапҡыр // Тотош уҡырға
Павел Качкаев: “Бер мандатлы һайлау системаһы депутаттарға икеләтә яуаплылыҡ йөкмәтә” Бер мандатлы һайлау системаһы кешеләргә буласаҡ депутат менән ентеклерәк танышыу мөмкинлеген бирә. Хәҙер халыҡ аныҡ кешене һайлай. Өфө бер мандатлы округы буйынса һайлауҙа еңеүгә өлгәшкән Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаевтың фекеренсә, был депутаттарға ҙур яуаплылыҡ йөкмәтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 322 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рөстәм Хәмитов депутат мандатынан баш тартты Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты мандатынан баш тартты. Һайлау йомғаҡтарына арналған брифинг барышында ул ошо турала белдерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 379 тапҡыр // Тотош уҡырға
Константин Толкачев һайлауҙың төп йомғаҡтарын билдәләне “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың фекеренсә, төбәк биләмәһендә үткән бөтә 193 һайлау кампанияһында партияның еңеүе төп йомғаҡтарҙы тәшкил итә. Был һөҙөмтә һайлаусыларҙың сәйәси карталағы партияларға мөнәсәбәтен ярайһы уҡ асыҡ сағылдыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 302 тапҡыр // Тотош уҡырға
Лилиә Ғүмәрова: “Башҡортостан һайлаусылары тотороҡлолоҡто яҡланы, республика һәм ил етәкселеге курсын хупланы” Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының башҡарма дәүләт власы органынан вәкил Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, республика һайлаусылары юғары әүҙемлек күрһәтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 358 тапҡыр // Тотош уҡырға
Зариф Байғусҡаров: “Һайлаусыларым алдында йыл һайын отчет бирәсәкмен” Салауат бер мандатлы һайлау округы буйынса Дәүләт Думаһына һайлауҙа еңеп сыҡҡан Зариф Байғусҡаров, республикала сабыр, илдәге хәлде аңлаған һәм яҡшыраҡ йәшәргә теләгән кешеләр көн итә тигән фекерҙә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 357 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йөҙ йыллыҡҡа – йөҙ объект Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Хөкүмәт йортонда республиканың йөҙ йыллыҡ юбилейын ойоштороу комитетының тәүге ултырышын үткәрҙе. Сарала юбилейға әҙерлек һәм ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 446 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нисек һаҡсыллыҡҡа  өйрәнергә? Килемдәрҙең кәмеүе, хаҡтарҙың күтәрелеүе халыҡты ғаилә ҡаҙнаһына һаҡсылыраҡ ҡарарға мәжбүр итә. Һуңғы ун йыл эсендә шәхси финанстарға дөрөҫ идара итеү мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһыныусылар араһында үҙенең барлыҡ тапҡан-таянғанын һәм сығымдарын ҡағыҙҙа теркәп барыусылар биш тапҡырға артҡан. Был ысул аҡсаны 30 процентҡа тиклем экономиялау мөмкинлеген бирә икән. Ысынлап та шулаймы? Әйҙәгеҙ, кәңәштәргә күҙ һалайыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 383 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эшһеҙҙәр күп... Эшләргә кеше етмәй... – Йортһоҙҙар мәсьәләһен нисек хәл итергә уйлайһың? – тип һорайҙар икән бер хакимдан.
– Бик анһат ҡына: һәр кем үҙенә йорт төҙөй башлай, – ти ул.
– Ә эшһеҙлек мәсьәләһен?
– Ул мәсьәлә ҡайҙан килеп тыуһын, һәр кем төҙөлөштә бит.
– Ҡыҙыҡ... Һуғыш та юҡтыр, бәлки?
– Ә кемгә һуғышырға? Барыһы ла йорт өсөн кирбес ташый ҙабаһа...
Ком: 0 // Уҡынылар: 396 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 Алға
Бит башына