Үҙ өйөңдә генә — үҙ көйөң Өләсәй янында —
оло байрам
Эш былай булды. Атайыбыҙ фронттан бик һуң ҡайтты. Һуғыш тамамланғас та байтаҡ ваҡыт хәрби хеҙмәттә булды. Өйөбөҙ ныҡ иҫкергән дә, шуға Сәлихйән ҡартатайымдарҙа йәшәгәнбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 357 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөгөн өлгөрмәһәң, иртәгә һуң булыр йәки Ил Хөкүмәте Рәсәйҙең хәлен нисек баһалай? Рәсәй донъялағы бөтөн дәүләттәр өсөн оло һынау булған иҡтисади көрсөк, сәйәси болғаныш шарттарында үҙен нисек тоя? Ниҙәрҙе юғалттыҡ, ҡорбан иттек? Әле ҡайһы йүнәлештә үҫешергә мөмкинлегебеҙ бар? Дәүләт етәкселәре Ватаныбыҙҙы киләсәктә ниндәй итеп күрергә теләй? Ил Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведевтың үткән аҙнала рәсми матбуғатта баҫылған “Рәсәй: яңы динамикаға эйә булыу” тигән мәҡәләһенә таянып, ошолар тураһында уйланып алайыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 369 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр таңын доғалар менән ҡаршылап... Ысынлап та, әҙәпһеҙ кеше иманлы була алмайҙыр ул. Шуға ла борон-борондан ололар баланы бәләкәйҙән тәртипкә, миһырбанлыҡҡа, изгелеккә өйрәтергә тырышҡан. Был тәңгәлдә олатай-өләсәйҙәр мәктәбе айырыуса ихтирамға лайыҡ. Бөгөнгө ише махсус дәрестәр, лекция-фәлән үткәрмәй тороп та бала ғаиләлә үк күркәм тәрбиә алған, олоно – оло, кесене кесе итергә күнеккән. Урамда үҙеңдән өлкән берәйһе менән иҫәнләшмәй үтеү, кәрһеҙҙәргә ярҙам ҡулы һуҙмау, тәкәбберлек кеүек кире күренештәр бер ҙә генә хуплау тапмаған, ундайҙарға әйләнә-тирәләгеләрҙең өнһөҙ шелтәһе күҙ ҡараштарынан уҡ һиҙелеп торған…
Ком: 0 // Уҡынылар: 497 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нәфрәт сиренең тамыры тәрәндә Төбәктең бер ауылында үҫмер егеттең үгәй атаһынан ҡотолоу маҡсатында йортҡа ут төртөүе, бер туған ҡустыһының да шунда янып үлеүе тураһындағы хәбәр, моғайын, күптәрҙе тетрәндермәй ҡалдыр-мағандыр. Ни өсөн йәш үҫмерҙең ундай аҙымға барыуы хаҡында күптәр уйлап та ҡарамай, уны ғәйепләргә, тейешле яза бирергә кәрәк, тигән фекергә килде. Дөрөҫ, енәйәт ҡылғаны өсөн яуап тоторға тура килер егеткә. Әммә тормошҡа саҡ аяҡ баҫҡан йәш егеттең ни өсөн бындай аҙымға барыуының үҙ сәбәптәре барҙыр, уныһын тейешле органдар тикшерер, үҙ һүҙен әйтер. Тик ғәҙелһеҙлеккә түҙмәй, ҡурҡыныс алымдарға мөрәжәғәт иткән бала-саға һаны күбәйеүе борсомай ҡалмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 395 тапҡыр // Тотош уҡырға
Еңел сәнәғәттең һәлмәк аҙымдары Еңел сәнәғәт... Был тармаҡта тауар етештереүҙең барыбыҙ өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә булыуы бәхәсһеҙ. Аяҡ, өҫ кейемдәре, хужалыҡ өсөн башҡа кәрәк-яраҡ көндәлек тормошта халыҡҡа һәр ваҡыт мөһим. Йәнә ошо тармаҡтың бихисап тауарҙары иҡтисадтың башҡа өлкәләрендә киң ҡулланыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 444 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфө рекорд ҡуйҙы Спортты һәр кеше үҙенсә ҡабул итә: һәүәҫкәрҙәр өсөн күңел асыу, сәләмәтлек сығанағы булһа, профессионалдарға — йәшәү рәүеше, һөҙөмтәгә ирешеү әмәле. Һуңғы йылдарҙа республикала халыҡтың сәләмәт тормош рәүешен алып барыу, спортты үҫтереү йәһәтенән байтаҡ эштәр башҡарыла. Күптән түгел баш ҡалабыҙҙа спорттың урам төрҙәре буйынса уҙған Евразия воркаут фестивале – быға асыҡ дәлил.
Ком: 0 // Уҡынылар: 427 тапҡыр // Тотош уҡырға
Депутаттарҙан бүләккә – “Башҡортостан”! Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары көҙгө сессияны башланы. Парламенттың 33-сө ултырышында бер нисә закон проекты тикшерелде. Ә уның алдынан депутаттар хәйриә акцияһы ойошторҙо.
Парламентарийҙар аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, инвалидтарға һәм ветерандарға республиканың төп матбуғат баҫмаларын яҙҙырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 348 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҡурсаҡ уйнаманым, “уҡытыусы” булдым” Һайлаған һөнәренә мөкиббән бирелгән, унан башҡа тормошон күҙ алдына ла килтерә алмаған Илүзә Насирова бар ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған. Ул хозур тәбиғәтле Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылынан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 615 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кәйеф күтәрелә, тормош йәнләнә Иҡтисади көрсөк күптәр өсөн сыҙамлыҡҡа һынау булды: кемдер өсөн яңы юлдар асылды, икенселәр хеҙмәт баҙарында юғалып ҡалды. Эшҡыуарлыҡтың төрлө өлкәһендә үҙ эшен башлаусылар етерлек, ә бына еңел сәнәғәт тармағына килеүселәрҙе бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 406 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Рәсәйҙә баҫылғанмы? Тыйырға!” “Рәсәйҙә сыҡҡан китаптарҙы ирекле һатыуҙы йыл аҙағынаса бөтөнләй тыясаҡбыҙ”, – тип хәбәр һалған Украина вице-премьеры Вячеслав Кириленко. Баҡһаң, ошо арала уларҙың хөкүмәте сит илдәрҙең украиндарға ҡаршы йөкмәткеле баҫмаларын баҙарға индереүҙе сикләү тураһындағы закон проектын хуплаған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 339 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына