Тиҙҙән барлыҡ илдәргә лә кеҫә телефоны аша аҡса күсерергә мөмкин буласаҡ. Төркиәлә үткән Бөтә донъя почта конгресында милли операторҙар ошо хаҡта кәңәшләште.
Ком: 0 // Уҡынылар: 248 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы проект –  яңы бурыс Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенең ултырышын үткәрҙе. Сара дәүләт власы органдары эшмәкәрлегенә проектлы идара өлгөләрен индереүгә арналды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 391 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡайһы иттән  ауыҙ итергә?! Британия ғалимдары фекеренсә, ризыҡтың тәмен үҙгәрткән иң шәп тәмләткес — ит. Ризыҡты тоҙ, борос һәм башҡа өҫтәмәләр һалып бешергәнсе, бер аҙ ғына ит өҫтәһәң, ҡайһы ғына аҙыҡты алма, үҙенә күрә бер тәм инә икән. Тик бер ғилләһе бар — ит мотлаҡ сифатлы булырға тейеш. Ауыл ерендәгеләргә был йәһәттән баш ватаһы түгел, әлбиттә. Ә бына ҡала халҡына нимә эшләргә? Барыһының да ата-әсәһе, туған-тыумасаһы ауылда йәшәмәй бит. Был осраҡта баҙар һәм магазин кәштәләре тәҡдим иткән ит тураһында һүҙ сурытып тороу урынһыҙ. Ә талаптар, билдәле, ҡәтғи: тәмле лә булһын ул ит, осһоҙ ҙа һәм, иң мөһиме, сифатлы ла. Ҡыҫҡаһы, ҡайҙан табырға һуң ундай итте?
Ком: 0 // Уҡынылар: 411 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәхет һумдарҙа үлсәнмәһә лә... Беҙҙең илдә кемдәрҙең аҡсаны “көрәп” алғанын беләһегеҙме? Углеводород эшкәртеүселәр. Быйыл июндә генә нефть продукттары етештереүселәрҙең уртаса эш хаҡы 85 мең һум тәшкил иткән. Ә бит бер йыл эсендә ул ун процентҡа кәмегән. Һәм... барыбер башҡаларҙан юғарыраҡ булып ҡалған. Ғөмүмән, һуңғы ваҡытта беҙ хаҡтар артыуына һәм аҡсалата килемдәрҙең, киреһенсә, кәмей барыуына күнектек тә шикелле. Иҡтисади көрсөк тиҙәр бит, ни эшләйһең. Ләкин тикшерә башлаһаң, барыһы ла насар түгел икән...
Ком: 0 // Уҡынылар: 363 тапҡыр // Тотош уҡырға
Етәксене хеҙмәт биҙәй Ауылына ҡайтҡан һайын ул тиҫтерҙәре менән ҡыш көндәре Терпе тауында сана шыуыуҙарын, диңгеҙҙәй йәйрәп ятҡан Сәлмәкәйҙә һәм Оло Күлдә рәхәтләнеп һыу инеүҙәрен иҫкә алырға ярата. Хозур тәбиғәтле Нуриман ерендә донъяға килеүенә ҡыуана Азамат Ризуан улы. Был юлы ла Яңы Күлгә ҡайтҡас, ғәмһеҙ бала сағы үткән урындарға бармай ҡалманы ул.
— Һағындыра шул тыуған яҡтар! Еләк-емешкә, бәшмәккә бай урмандар, сылтырап аҡҡан шишмәләр, аунап уйнаған хәтфә туғайҙар, күп йылдар үтһә лә, күңелгә яҡын һәм ҡәҙерле. Моғайын, һәр кем бала сағын һағынып хәтерләй торғандыр, — ти Азамат Носратуллин, хәтирәләргә бирелеп.
Ком: 0 // Уҡынылар: 335 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҫеш юлдары билдәләнде Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө ҡала Советы ултырышында сығыш яһаны. Ул Ирек Ялаловты ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына һайланыу айҡанлы ҡотланы һәм баш ҡаланы үҫтереү йәһәтенән мэрия алдында торған бурыстарҙы билдәләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 317 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҙыҡтың да ҡорал булыуы бар… ГМО сәләмәтлегебеҙгә хәүеф менән янаймы?
“Сәләмәт туҡланыу ҡиммәткә төшә тип уйлайһығыҙ икән, тимәк, һеҙ сирҙәрегеҙҙең күпмегә баҫасағын һанап ҡарарға онотҡанһығыҙ”, ти халыҡ. Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә төрлө ауырыуҙар һаны арта. Бының төп сәбәптәренең береһе – бөгөн магазин кәштәләрен тултырған яһалма аҙыҡ-түлек, тип фаразлай ҡайһы берәүҙәр. Шул уҡ ГМО-ның кешене юҡҡа сығарыу ҡоралы икәнлегенә инаныусылар ҙа бихисап.
Ком: 0 // Уҡынылар: 361 тапҡыр // Тотош уҡырға
Томансыға төштө ҡара томан... Аҫыл ҡатындарҙың береһе менән хушлаштыҡ

Яңыраҡ асылған “Аҫыл ҡатындар” рубрикаһына иғтибар иткәндер гәзит уҡыусылар. Унда беҙ күренекле ағайҙарыбыҙҙың тоғро юлдаштары, улар был донъянан китһә лә, гүзәл заттар халҡыбыҙ мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүҙәрен дауам итеүе, уртаҡ яҙмыштары, заманыбыҙ хаҡында һөйләшергә ниәтләнек.
Тик... Йөрәктәрҙе тетрәндереп, апайҙарҙың береһе менән хушлаштыҡ ошо аҙнала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 742 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Арғымаҡ”лы Ринат “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө һәм уның солисы Ринат Рамаҙановты беҙҙең яҡтарҙа белмәгән кеше һирәктер. Ҡабатланмаҫ башҡорт йырҙарын халыҡсан да, яңы стилдә лә берҙәй сағыу итеп тамашасыларға тапшырған йәштәр өсөн сиктәр юҡ тиерлек – “Арғымаҡ”ҡа Рәсәй төбәктәре, яҡын күрше илдәр, Европа, Азия, океан аръяғы халыҡтары алҡышланы. Әлбиттә, төркөмдөң ижади сәфәре алда әле. Хәҙер “Арғымаҡ”ҡа тағы бер йүнәлеш өҫтәлде тиһәк, хаталанмаҫбыҙ. Ринат Заһир улы Рамаҙанов етәкселегендәге яңы йәмәғәт ойошмаһы – “Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайы (конгресы)” Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре берлеге – ҙур маҡсаттар менән эш башлап тора.
Йыр-моңға һөйөү, йәштәрҙе берҙәм итеү, халҡыбыҙҙың үҫеше, киләсәктә беҙ ниндәй булырға тейеш, йәмәғәтселек эштәре – Ринат РАМАҘАНОВ менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 352 тапҡыр // Тотош уҡырға
Силәбе башҡорттарына ҡуҙ өләшеп... Көҙгө иртә менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәкселегендә беҙ бер төркөм Силәбегә ҡарай юл алдыҡ. Арабыҙҙа кемдәр генә юҡ – ойошма ағзалары, фән докторы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары, донъяның виртуоз ҡубыҙсыһы. Барыһын да бер маҡсат берләштергән – алда Ҡоролтайҙың өлкә һәм ҡала башҡарма комитеттарының ултырыштары һәм Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 185 йыл тулыуға арналған юбилей сараһы көтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 363 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 30 Алға
Бит башына


Купить на сайте platinumlab.ru детские серьги для девочек.