Аҡылыңдан хатта яҙырлыҡ бит, ҡарап торһаң донъя йәменә... Аҡылыңдан хатта яҙырлыҡ бит,
Ҡарап торһаң донъя йәменә:
Һары толомдары ишелеп төшкән
Ҡайындарҙың ап-аҡ тәненә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 480 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хеҙмәттәшлек өсөн мөмкинлектәр бар Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Индонезияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Мөхәммәт Вәхит Суприяди менән осрашты һәм сәнәғәт, сауҙа-иҡтисади, фәнни һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 496 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ике быуат — бер ҡараш Француз сәйәхәтсеһе Амур-Огюст-Луи-Жозеф Бертло менән хеҙмәттәшебеҙ Эдуард Дилмөхәмәтовты нимә берләштерә тип уйлайһығыҙ? Яуабы ябай: улар икеһе лә баш ҡалабыҙға ғашиҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 478 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡалай рәхәт өләсәйле булыу! Өләсәйҙәр элек-электән милләт киләсәгенең һағында тора. Йәмғиәттә мәктәптәр системаһы уйлап сығарылғанға тиклем үк йәш быуын өләсәй тәрбиәһендә үҫкән. Ваҡыт уҙа, заманалар үҙгәрә килә, өләсәйҙәр мәктәбенә мохтажлыҡ юғала түгел, ә, киреһенсә, арта ғына. Сәбәбе лә ябайҙарҙан-ябай: күптәр саң ҡағырға яратҡанса, милли үҙаңыбыҙҙы юғалтыу сигендәбеҙ икән, балала тап ошо һыҙатты һаҡлап ҡалыусы өләсәйҙәр етмәй йәмғиәтебеҙгә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1217 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ни эшләргә миңә, әсәй?..” Бер психологтың һөйләгәне хәтерҙә: “Ни өсөн үҙ-үҙеңә ҡул һалырға булдың?” – тип һорайым дауаханала өлкән класс уҡыусыһынан. “Мин үлгәс тә атай-әсәйем ныҡ ҡайғырасаҡ, теләктәремә гел ҡаршы төшкәндәренә үкенәсәк һәм артабанғы тормошомда (!) аҙым һайын үҙҙәренсә эшләтергә тырышмаясаҡ”, – тине ул. Сабый аҡылы – ваҡытлы күренеш, үҫә бара үҙгәрәсәк, тик бына ни өсөн ололарҙың аҡылы был осраҡта бер төрлө ҡала?
Ком: 0 // Уҡынылар: 833 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бизмән ҡайһы яҡҡа ауыр? Америка Ҡушма Штаттарында Дональд Трамп менән Хиллари Клинтон араһында президент тәхете өсөн барған көрәште бөтә донъя ҡыҙыҡһынып күҙәтә. Сер түгел, донъяның яҙмышы киләсәктә иң ҡеүәтле дәүләтте кем етәкләйәсәгенә бәйле. “Доллар батшалығы” тажы Клинтон йә Трамп башына кейҙерелһә, донъяның иҡтисади һәм сәйәси хәле ниндәй йүнәлеш алыр?
Ком: 0 // Уҡынылар: 483 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Яңы үрҙәргә әйҙәйһегеҙ” – Республика көнөн яҡшы кәйеф менән ҡаршы алыу йәшәүгә дәрт өҫтәй. Бөгөн хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләйбеҙ. Төрлө тарафтарҙа Республика көнөнә арналған байрам саралары үткәрелә башланы. Башҡортостандың бөгөнгө ҡаҙаныштарында һеҙҙең өлөшөгөҙ ҙә бар. Иң мөһиме – фиҙакәр хеҙмәтегеҙ менән эшләгән коллективығыҙҙы яңы үрҙәргә әйҙәйһегеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тантаналы сараны асып.
Ком: 0 // Уҡынылар: 471 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡояшлы әле көҙҙәремГөлфиә ЮНЫСОВА, Башҡортостандың халыҡ шағиры


Талҡаҫта таң

(Этюд)

Көн килерен хәбәр итә
Ком: 0 // Уҡынылар: 570 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сит илдәрең ары торһон! Мәғрур Ирәндек ҡаялары, ғорур Урал тауҙары, йәмле Талҡаҫ буйы, Бөрйән районы хозурлығы һуңғы йылдарҙа күп кенә туристарҙы үҙенә йәлеп итә. Күк Ирәндек буйындағы тәнгә шифа һәм сихәт бирерлек ҡымыҙ, саф һауа, көмөш күлдәрендә ялтыр балыҡтар уйнаған, хәтфә болондарында аллы-гөллө күбәләктәр осҡан, өйөр-өйөр йылҡылары утлаған ер, күҙ күреме етмәҫ сал ҡылғанлы дала менән олпат тауҙар ҡауышҡан ерҙә урынлашҡан “Ирәндек” этнотур базаһы. Йыл әйләнәһенә эшләгән ошондай илаһи ял урыны булғанда, әллә ҡайҙағы сит илдәрең ары торһон, тигән уйҙар киләлер бында ял иткән һәр кешегә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 389 тапҡыр // Тотош уҡырға
Оло юлға сыҡҡан төрки ҡәүеме вариҫтары “Беҙ эйәрҙә тыуған халыҡ
инек...
Беҙ – эйәрҙә үлгән халыҡбыҙ...”

Был һүҙҙәрҙе ҡасандыр даһи шағирыбыҙ Рәйес Түләк башҡорт халҡына ҡарата яҙғайны... Бөгөн уларҙы төрки ҡәрҙәштәремә ҡарата ҡулланғым килә. Ни өсөнмө? Сөнки төрки халыҡтар тарихта бөйөк, дәһшәтле яуҙарҙы кисергән, ҡаһарман яугир булараҡ танылған. Хәйер, үткәндәрҙе үткәндә генә ҡалдырып, бөгөнгөбөҙгә күҙ һалһаҡ та, башта әйтелгән һүҙҙәр күңел төпкөлөндә бер сәйер хисте ҡуҙғытып ебәргәндәй. Тик беҙ эйәрҙә үлгән халыҡ түгел, һаман эйәрҙәбеҙ. Именлек, дуҫлыҡ, берҙәмлек юлында...
Ком: 0 // Уҡынылар: 491 тапҡыр // Тотош уҡырға
ИСЕМЕ БАШҠОРТОСТАН ТАРИХЫНА ЯҘЫЛҒАН Билдәле дәүләт эшмәкәре, журналист Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙин был донъяла ни бары 28 йыл йәшәй. Әммә ошо ҡыҫҡа ғына ғүмерендә үҙ исемен ил тарихына яҙып ҡалдыра ул. Шәһит Хоҙайбирҙин Башҡортостан дәүләтселеген булдырыу хәрәкәтен етәкләй, ошо шанлы осорҙа республиканың үҙаллылығы өсөн күп көс һалған шәхестәрҙең береһе. Октябрҙә Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуыуына 120 йыл тула.
Ком: 0 // Уҡынылар: 405 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Һыҙланыуҙар, ҡыуаныстар, борсолоуҙар аша яулана яҡты үрҙәр” Башҡортостан юлдаш телевидениеһында йәнен-тәнен биреп эшләгән ижадсылар байтаҡ. Әммә ҡайһы бер фиҙакәр хеҙмәткәрҙәрҙең йөҙҙәрен дә күргәнебеҙ, тауыштарын да ишеткәнебеҙ юҡ. Сөнки беҙ яратып ҡараған тапшырыуҙар тотош бер төркөмдөң эшмәкәрлегенән хасил була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 840 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙҙең нәҫел Хужабиргән тигән кешенән таралған. Мин ошо заттың бер улымын, һәм бурысым – нәҫел ебен өҙмәй, уны ҙур хөрмәт менән дауам итеү.
Ком: 0 // Уҡынылар: 521 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡалыуайрының айырылмай ҡалғаны… Сәфәр ҡыласаҡ ауылға алдан шылтыратып килеү-ҡайтыу мәсьәләһен хәл иткән мәлдә: “Нисек барып етермен инде, “Нива”м юҡ бит әле”, – тип ысҡындырҙым. Бәйләнештең теге осонда: “Көлмә, беҙҙә хәҙер юлдар бынамын ул”, – тигән яуап ишеткәс, уңайһыҙланыу урынына ҡыуанып ҡуйҙым. Юҡ, үҙем өсөн түгел, район үҙәгенән 85 километр алыҫлыҡта ятҡан ауылда йәшәгәндәрҙе уйлап.
Ком: 0 // Уҡынылар: 308 тапҡыр // Тотош уҡырға
Емешле хеҙмәтегеҙ – ил уңышы Илебеҙ Халыҡ-ара уҡытыусылар көнөн билдәләне. Ошо айҡанлы баш ҡалабыҙҙа тантаналы саралар үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 402 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына