Хеҙмәттәшлек нығый Башҡортостанда Ҡытайҙың Аньхой провинцияһынан ике делегация эш сәфәре менән булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 345 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәүәккәлдәр таш яра Үткән быуаттың 90-сы йылдары һәр йәһәттән дә үҙен әленән-әле хәтерләтеп торор әле, бигерәк тә ауыл хужалығы тармағындағы ҡайһы бер киҫкен үҙгәрештәрҙе ауыл уңғандары һис тә онотасаҡ түгел. Ысынында ул саҡтан алып әҙәм балаһын туйындырған да, кейендергән дә ер яҙмыш ҡосағына тапшырылды. Миҫал эҙләп йыраҡ йөрөйһө түгел, күпме баҫыулыҡты ҡый үләне баҫты, сәсеүлек әйләнеше боҙолдо, хәйер, һанай китһәң, күп инде. Үҫемлекселек йүнәлешендә ниндәй яңылыҡтар бар, фән күҙлегенән сығып ҡарағанда алға китеш күҙәтеләме, киләсәктә ер эшкәртеүҙә алдынғы технологиялар ҡулланылырмы, ғөмүмән, уға бөгөн ҡараш ниндәй? Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Фән буйынса совет ултырышында агросәнәғәт комплексында фәнде үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың да ҡатнашыуы мәсьәләнең көнүҙәклегенә ишара ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 381 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әфлисун, мандарин… Йәнә Төркиәнән Абрикос, әфлисун, персик, слива, нектарин, мандарин... Тиҙҙән Төркиә емештәре йәнә беҙҙең магазин кәштәләрендә пәйҙә буласаҡ. Барыһына ла мәғлүм булыуынса, быйыл 1 ғинуарҙан Рәсәй был илдең продукцияһын индереүҙе сикләгәйне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 346 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт энциклопедияһы дуҫтарын йыйҙы Әле 1991 йылда уҡ СССР Фәндәр академияһы Башҡорт ғилми үҙәгендәге Урал бүлегенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында “Башҡорт энциклопедияһы” төркөмө төҙөлә. Ә 1993 йылда Башҡортостан Министрҙар Советы ҡарары нигеҙендә энциклопедия бүлеге “Башҡорт энциклопедияһы”ның Баш редакцияһы булып эш башлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 375 тапҡыр // Тотош уҡырға
Отошло түгелме,  әллә ҡурҡыталар ғынамы? Автогражданлыҡ яуаплылығын мәжбүри страховкалау (ОСАГО) буйынса тыуған проблемалар тураһында хәҙер күп яҙалар, сөнки улар бик аҡрын хәл ителә. Бының сәбәбе нимәлә: страховкалау компаниялары эшләргә теләмәйме, әллә уларға бындай эшҡыуарлыҡ төрө менән шөғөлләнеү зыян ғына килтерәме, әллә ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ аяҡ саламы? Ә автомобиль хужаларына был осраҡта ни ҡылырға?
Ком: 0 // Уҡынылар: 310 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер төн бүләк итте театр Бер нисә йыл рәттән даими үткәрелеп килгән Театр төнө акцияһы быйыл да баш ҡаланы шаулатты. Яңы йыл төнө алдындай, был көндә Өфө байрамдарға ғына хас үҙенсәлекле тылсымға сорналғайны: төрлө парктарҙа сағыу сығыштар, матур кейенгән көләс йөҙлө ҡала халҡы бер-береһен байрам менән ҡотлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 521 тапҡыр // Тотош уҡырға
Камил күренешҠара эш кешеләре улар. Быны мин тамсы ла һауаланмай әйтәм, юғиһә һуңғы ваҡытта был һүҙгә күберәк ана шул кәмһетеңкерәү мәғәнәһе һалына бит. Артта ҡалғанлыҡта ғәйепләмәгеҙ, ләкин мин барыбер ҙә ҡулдан килгәнсә хеҙмәт яғындамын, аҡса уйлау, мыжыу, йәлләтеү яғында түгелмен. Майға бысранған ҡулдарҙан түгел, ә ҡартайған әсәйеңдең пенсияһына көн күреүҙән оялырға кәрәк тәбаһа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 394 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр автомобилсе тиерлек иҫке машинаһын һатыу һәм яңыһын алыу зарурлығы менән осрашмай ҡалмай. Һатҡан осраҡта йыш ҡына һалым түләргә тура килә. Ҡасан уны түләү мотлаҡ, ә ниндәй саҡта бындай сығымдан ҡотолорға мөмкин?
Ком: 0 // Уҡынылар: 442 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәләмәтлек утрауы “Йәйғор” шифаханаһы 1984 йылда ойошторола. Тәүге йылдарҙа Өфө ҡалаһының айырым предприятие-ойошмалары хеҙмәткәрҙәрен генә ҡабул итә. 1998 йылда дауалау учреждениеһы директоры итеп Альберт Шәмсетдинов тәғәйенләнә. Ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә шифахана эшмәкәрлегенә ыңғай үҙгәрештәр индереүгә өлгәшә. Тиҙҙән бында яңы уникаль ҡорамалдар барлыҡҡа килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 405 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эше барҙың – ашы бар, йәшәү өсөн дәрте бар Әбйәлил районы халҡы үҙенең эшсәнлеге һәм уңғанлығы, тырышып донъя көтөүе менән айырылып тора. Күптәр уның сәбәбен районға яҡын урынлашҡан Магнитогорск ҡалаһы менән бәйләй. Хәйер, уныһы ла барҙыр, сөнки күптәр шәхси ихатала етештергән продукцияһын ҡалаға алып барып һата, ҡайһы берәүҙәр йөрөп тә эшләргә мәжбүр. Күптәр үҙ йүне, үҙ шөғөлө менән донъя көтөргә тырыша, балалар үҫтерә, күркәм йорттар һала. Түбәндәге геройҙарым тап шундайҙар рәтенән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 509 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына