“БР тауышы” порталында республика халҡына бирелгән һорауҙарға яуап алыу дауам итә. Муниципаль райондарҙа һәм ҡала округтарында йәшәүселәргә 2016 йыл йомғаҡтары буйынса муниципаль берәмек хакимиәттәренең, шулай уҡ халыҡҡа хеҙмәт күрһәткән дәүләт һәм муниципаль ойошмаларҙың эш һөҙөмтәләрен баһалау мөмкинлеге бирелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 563 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҡара алтын” – көн үҙәгендәӨфөлә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Роснефть” компанияһының
Баш башҡарма директоры Игорь Сечин менән осрашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 439 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төрки оркестрҙа –  ҡурай тауышы Бик мәслихәт! Төрки халыҡ ҡоралдары оркестрында ҡурай тауышы ла яңғыраны. Ҡәрҙәш халыҡ һанап, ТӨРКСОЙ ойошмаһы беҙҙең музыканттарға ла гала-концертҡа саҡырыу ебәргән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 689 тапҡыр // Тотош уҡырға
ОҘАЙТЫЛҒАН КӨН ТӨРКӨМӨ  АТА-ӘСӘНЕҢ КЕҪӘҺЕНӘ ҺУҒАМЫ? Аҡса ғәли йәнәптәре... Кеҫәңдә
шыптырлап торған ҡиммәтле ҡағыҙҙарың булмаһа, хәҙерге заманда бер аҙым яһармын тимә. Бына мәктәптәрҙәге оҙайтылған көн төркөмдәре лә түләүле хеҙмәткә әйләнә...
Ком: 0 // Уҡынылар: 674 тапҡыр // Тотош уҡырға
Поляктар ҙа  башҡорт телен өйрәнһә... Элекке студентым Вячеслав Чернев менән Польшала аҙна буйы тик башҡортса һөйләшеп йөрөнөк. Күптәргә мәғлүмдер: был урыҫ егете беҙҙең телде бик яҡшы белә. Икәүләп Варшава университетында үткән конгреста ла башҡортса сығыш яһаныҡ, сөнки секцияла ҡатнашҡан ғалимдар шулай теләне. Ошо сәфәр хаҡында мәғлүмәт бирмәксемен.
Ком: 0 // Уҡынылар: 511 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Тыуған йылдарыбыҙ ҙа бер, Яҙмыштар ҙа уртаҡ” Ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы тамамланғас, бар эштәрҙең осона сыҡҡан баш ҡала кешеләре Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына юлланды. Барыһының да ниәте – Мостай Кәримдең “күкрәгенән осҡан ҡоштарын” ҡарау.
Ком: 0 // Уҡынылар: 506 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙҙең дәүер моңо Ҡәҙим Аралбай – дала улы. Таңатарға (шағирҙың тыуған ауылы) Ырымбур сиге килеп терәлә лә артабан инде Хәйбулла далаһы йәйрәп китә. Ул далалар киңлеген күҙ ҡарашы иңләп бөткөһөҙ. Алыҫ-алыҫта Ырымбур өлкәһенә ҡараған Орск, Гай ҡалаларының бейек торбалары күренер-күренмәҫ төҫмөрләнә, уттары емелдәй.
Сикһеҙ дала мәңгелек ысын донъя тураһында, йәшәү мәғәнәһе хаҡында уйландыра. Үткәндәге шанлы тарих, алдағы билдәһеҙ киләсәк уй уйлата.
Ком: 0 // Уҡынылар: 831 тапҡыр // Тотош уҡырға
Экология йылына эмблема әҙер Рәсәйҙә Экология йылының рәсми эмблемаһы булдырылды. Ил Президентының тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге, экология һәм транспорт мәсьәләләре буйынса вәкиле, Рәсәйҙә Экология йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты рәйесе Сергей Иванов федераль һәм төбәк саралары өсөн берҙәм брендты раҫланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1235 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Тәмһеҙ күстәнәс” Көҙ булыуға ҡарамаҫтан, һауа температураһы 23-24 градус йылы... Көнсығыштан диңгеҙҙән йылы ел иҫә... Ҡыҫҡаһы, көньяҡ. Һүҙ “Салауат Юлаев”тың Ҡытайҙың Шанхай ҡалаһына сәфәре тураһында бара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 412 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тамырҙары нығынһын “Алдыбыҙҙа яңы быуат, алдыбыҙҙа яңы дәүер, өр-яңыса заман тыуа...” тип сәхнәнән тороп талпынышып һөйләне Бәләбәй гимназия-интернаты уҡыусылары. Эйе, уларҙың кескәй аңдары өсөн Өфөнән килгән ҡунаҡтар бер шатлыҡ булһа, өлкәндәр “Башҡорт ҡоролтайы” көнбайыш район-ара төбәк ойошмаһы советы ултырышының тап ошо яҡ мөхит өсөн яңы бер һулыш икәнен ысынлап аңланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 550 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шарттар бар,  хәлдәр маҡтанырлыҡ түгел Рәсәй почтаһы илдә йәшәгән 20 миллион гәзит-журнал алдырыусыны хеҙмәтләндерә һәм уларға бер миллиард дананан ашыу ваҡытлы баҫма ташый. Шуға күрә лә һәр ярты йыл һайын почта бүлексәләрендә матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙың ҡыҙыу мәле башлана. Һуңғы йылдарҙа, гәзит-журнал алдырыу ҡырҡа һүлпәнәйгән ваҡытта, был – элемтә үҙәге хеҙмәткәрҙәре өсөн иң яуаплы осор.
Ком: 0 // Уҡынылар: 514 тапҡыр // Тотош уҡырға
Булыр илдең балаһы  бер-береһенә батыр тиер Сит өлкәлә көн иткән милләттәштәребеҙҙең йәшәйеше хаҡында яҡындан белгән һайын уларҙың рух ныҡлығына, милләт тип яныуҙарына һоҡланып ҡуяһың. Ҡасандыр гөрләп торған ауылдарҙың ташландыҡҡа әйләнә барыуы һәр төбәктә күҙәтелһә лә, тыуған нигеҙен ҡоротмай, уны һаҡларға тырышҡан кешеләрҙең байтаҡ булыуы ҡыуандыра.
Яҡташыбыҙ талантлы балет артисы, хореограф һәм педагог Гүзәл Усманова-Гобе 2005 йылдан алып Швейцарияла йәшәй. Ул Женева ҡалаһында “SWISS-URAL” яҡташтар ассоциацияһына нигеҙ һала һәм “Нуриев кеүек бейейбеҙ” бейеү мәктәбендә балаларға дәрестәр бирә. Гәзит уҡыусыларына уның менән әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 812 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көйләп мөнәжәт әйттек... Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһында I “Иман нуры” мөнәжәт әйтеүселәр конкурсы булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 428 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфө урамындағы “вәлиев йорто” Ошо көҙҙә Силәбе ҡалаһының тарихи ҡомартҡыларының береһе – сауҙагәр Мөхәмәтхан Вәлиевтең Сауҙа йортона 105 йыл тула. Халыҡ был бинаны “Вәлиев йорто” тип атарға күнеккән. Ул XX быуат архитектура ҡомартҡыһы һанала. Ҡаланың башҡа биналары менән сағыштырғанда, ҙурлығы һәм үҙенсәлекле төҙөлөшө менән башҡаларҙан айырылып тора.
Бина 1911 йылдың октябрендә тантаналы рәүештә асыла. Йорт электр утына тоташтырыла, һыу үткәргес, йылытыу системаһы эшләнә. Магазин, буфет, фотосалон булдырыла, башҡа хеҙмәттәр күрһәтелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 295 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Бал бабай”  тиҙәр уны Ике оло йылға – Кама менән Ағиҙел осрашҡан ерҙә урынлашҡан Краснокама районы биләмәләре тиҫтәләгән төр
шифалы үлән-сәскәле болондарға, йүкә ағаслы урмандарға бай. Шуға ла был яҡты юҡҡа ғына “баллы төбәк” тип нарыҡламағандар. Әйткәндәй, ҡортсолоҡ менән әүҙем шөғөлләнгәндәр һаны бында йылдан-йыл арта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 455 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына