Күптәнге йолаһын дауам итеп, Өфөнөң Эшҡыуарҙар союзы ноябрь айында ла бәләкәй һәм уртансы бизнес вәкилдәре өсөн түләүһеҙ саралар ойоштора. Һеҙҙең иғтибарға - уларҙың дәрестәре, фекер алышыуҙары һәм консультациялары теҙмәһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 305 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ирек Ялалов – баш ҡала мэры Кисә Өфө мэры итеп хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Ирек Ялалов ҡайтанан һайланды.
Был турала ҡала Советы сессияһында тейешле ҡарар ҡабул ителде. Ялалов өсөн 34 депутат тауыш биргән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 325 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙҙең юлға гөлдәр һибелмәне… Башҡортостан йәмәғәтселеге, рәсми органдар еткергән фарманды үтәй барыпмы, әллә тарихи хәтергә таяныпмы, республикабыҙҙың автономиялы дәүләт статусы алыуына бер быуат тулыуҙы билдәләргә әҙерлек башланы. Хәтерле булыу, әлбиттә, һәр ҡәүемде лә күтәрә, уның әхлаҡи яҡтан өлгөргәнлеген дәлилләй. “Тарих – уҙған замандарға түңкәрелгән сәйәсәт”, – тигән һүҙ бар. Бәлки, шулайҙыр ҙа. Әммә бөйөк рус гуманисы Дмитрий Сергеевич Лихачевтың: “Ваҡыттың аяуһыҙ көсөнә фәҡәт хәтер генә ҡаршы тора ала”, – тип раҫлауы күңелгә яҡыныраҡ та, ысынбарлыҡты тулыраҡ сағылдыралыр ҙа. Шуға күрә мин дә хәтер йомғағын бер ни ҡәҙәр сисеп алырға йөрьәт иттем, сөнки ҙур дәүләт, тотош халыҡ тарихы һәр кемебеҙҙең хеҙмәте, кисерештәре, маҡсаттары менән яҙыла бит.
Ком: 0 // Уҡынылар: 396 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөгөн бөтә донъяла, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, Рәсәйҙә лә ҡатын-ҡыҙ күпселекте тәшкил итә. Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, республикала әлеге көндә ике миллиондан ашыу ҡатын-ҡыҙ йәшәй. Был бөтә халыҡтың 53 процентын тәшкил итә. Бындай диспропорция Бөйөк Ватан һуғышы йылдарынан алып килә, ә хәҙерге заманда ул ирҙәрҙең күпләп үлеүе менән бәйләнгән. Шуға күрә ҡатын-ҡыҙ йәмғиәт үҫешенә ҙур йоғонто яһаусы социаль-демографик төркөм булып тора. Халыҡ хужалығындағыларҙың – 52 проценты, дипломлы белгестәрҙең – 60, етәксе вазифа биләүселәрҙең 35 проценты – ҡатын-ҡыҙ затынан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 451 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уңыш сере нимәлә? Нефть тармағы хаҡлы рәүештә иҡтисадты үҫтереүсе өлкәләрҙең береһе тип иҫәпләнә. Әммә юғары сифатлы ҡорамалдар һәм ышаныслы тәьминәт компаниялары булмай тороп, нефть һәм газ сығарыу, ятҡылыҡтарҙы уңышлы эшкәртеү мөмкин түгел. Күмертауҙағы “Южурал-Ойл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте был юҫыҡта үҙен ышаныслы партнер итеп күрһәтте. Республиканың көньяғында ошо йүнәлештә эш алып барған берҙән-бер фирма 2001 йылдан алып нефть һәм газ ҡорамалдары менән тәьмин итә. Компания Рәсәйҙә лә ҙур танылыу яулап өлгөргән. “Башнефть”, “Лукойл”, “Газпром ПХГ”, “Роснефть”, “Татнефть” кеүек нефть тармағы гиганттары ла уның менән хеҙмәттәшлек итә. Белоруссия, Ҡаҙағстан предприятиелары менән дуҫлыҡҡа күпер һалынды. Былтыр предприятие бәләкәй ҡалала әһәмиәтле бизнес проекты премияһын алғайны, ә быйыл иһә “Йәмәғәтселектә танылыу” һәм “Рәсәй лидеры” премиялары лауреаты булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 375 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Бер ҡулым — ат, икенсеһе — сыбыртҡы...” Бынан тап бер быуат элек Үтәк ауылында хәлле генә донъя көткән Мөкәрәмә менән Мөхәмәтрәхимдең баш балаһы булып донъяға килгән Ғәлиә аслыҡ-яланғаслыҡтың нимә икәнен бәләкәйҙән татып үҫә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 327 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғәҙеллекте, ябайлыҡты алға ҡуйып Бер ҡараһаң, тормош юлы шул тиклем оҙон күренә... Ә ысынында иһә кеше ғүмере аҡҡан һыу кеүек. Әле генә тәпәй баҫҡан сабый тиҙ арала мәктәпкә бара, белем үрҙәренә юл ала, һөнәргә эйә була, хеҙмәт юлын башлап ебәрә. Ғүмер арауығында ситкә тайпылмайынса, тоғро һуҡмаҡтан атлау, йәшәү, эшләү дәүерендә яҡшы уңыштарға өлгәшеү өсөн күп көс һалырға тура килә. Әгәр ҙә кеше бәләкәйҙән тырыш, ныҡышмал, үҙ алдына ҡуйған маҡсаты бар икән, уны уңыш көтә. Ошондай кешеләрҙең янып йәшәүенә, үҙенең бар булмышы менән тирә-яҡҡа яҡты өләшеүенә һоҡланырға ғына ҡала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 380 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рухлы, телле, илле булыу үҙебеҙҙән тора Башҡорт асыҡ КВН лигаһы күптәребеҙгә “Туған телебеҙҙә булһын шаяртыуҙар”, “Беҙ булмаһаҡ, кем?” кеүек девиздар менән 2012 йылдан алып билдәле. Тап ошо мәлдә
Интернет селтәрендә республикабыҙҙа башҡорт телендә ойоштороласаҡ беренсе шаттар һәм тапҡырҙар уйыны хәрәкәте хаҡында фекер алышыуҙар барҙы. Өфө ҡалаһы мәктәптәре араһында тиҫтә йыллыҡ тәжрибә туплап, әүҙем эшләп килгән “Шаяниум” клубы бар ине, әлбиттә. Әммә ошо сарала тәрбиә мәктәбе үткән йәштәр уй-хыялдар менән ҡанатланып, артабан да киңлеккә, бейеклеккә ынтылды. Һәм бына мәктәп йылдарындағы әүҙем һәм күңелле мөхиттән шытып сыҡҡан башланғыс йәштәр донъяһында үҙенсәлекле үҙ юлын тапты. Бөгөн Башҡорт асыҡ КВН лигаһы бишенсе миҙгелен аса.
Ошо айҡанлы хәрәкәт етәксеһе Урал Кәримов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 414 тапҡыр // Тотош уҡырға
Етенсе сабыйыңды табып, күп балалы ғаилә исеменән ҡолаҡ ҡағырға була икән. Ысын-ысын, Әстрхан өлкәһендә тап шундай сәйер ваҡиға теркәлгән. Төбәк ҡанунына таянып эшләгәндәр быны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 395 тапҡыр // Тотош уҡырға
Таулыҡайҙар эшкә йырлап бара Таулыҡай ауылында “Колибри” йәмғиәтенең теген цехы асылды. Көньяҡ-көнсығыш иҡтисадын үҫтереү программаһына ярашлы, районға инвесторҙар йәлеп итеү йәһәтенән ҙур эштәр башҡарыла. Был иһә үҙ сиратында өҫтәмә хеҙмәт урындары булдырыу мөмкинлеге бирә. Быйыл ҡыш Ҡолсорала, йәйгеһен Йомашта
ошо уҡ йәмғиәттең теген цехтары асылғайны. Әле бына Таулыҡай ауылында элекке балалар баҡсаһы бинаһында өсөнсө цех үҙ эшен башланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 319 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына