Яңы проект –  яңы бурыс Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенең ултырышын үткәрҙе. Сара дәүләт власы органдары эшмәкәрлегенә проектлы идара өлгөләрен индереүгә арналды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 734 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡайһы иттән  ауыҙ итергә?! Британия ғалимдары фекеренсә, ризыҡтың тәмен үҙгәрткән иң шәп тәмләткес — ит. Ризыҡты тоҙ, борос һәм башҡа өҫтәмәләр һалып бешергәнсе, бер аҙ ғына ит өҫтәһәң, ҡайһы ғына аҙыҡты алма, үҙенә күрә бер тәм инә икән. Тик бер ғилләһе бар — ит мотлаҡ сифатлы булырға тейеш. Ауыл ерендәгеләргә был йәһәттән баш ватаһы түгел, әлбиттә. Ә бына ҡала халҡына нимә эшләргә? Барыһының да ата-әсәһе, туған-тыумасаһы ауылда йәшәмәй бит. Был осраҡта баҙар һәм магазин кәштәләре тәҡдим иткән ит тураһында һүҙ сурытып тороу урынһыҙ. Ә талаптар, билдәле, ҡәтғи: тәмле лә булһын ул ит, осһоҙ ҙа һәм, иң мөһиме, сифатлы ла. Ҡыҫҡаһы, ҡайҙан табырға һуң ундай итте?
Ком: 0 // Уҡынылар: 745 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бәхет һумдарҙа үлсәнмәһә лә... Беҙҙең илдә кемдәрҙең аҡсаны “көрәп” алғанын беләһегеҙме? Углеводород эшкәртеүселәр. Быйыл июндә генә нефть продукттары етештереүселәрҙең уртаса эш хаҡы 85 мең һум тәшкил иткән. Ә бит бер йыл эсендә ул ун процентҡа кәмегән. Һәм... барыбер башҡаларҙан юғарыраҡ булып ҡалған. Ғөмүмән, һуңғы ваҡытта беҙ хаҡтар артыуына һәм аҡсалата килемдәрҙең, киреһенсә, кәмей барыуына күнектек тә шикелле. Иҡтисади көрсөк тиҙәр бит, ни эшләйһең. Ләкин тикшерә башлаһаң, барыһы ла насар түгел икән...
Ком: 0 // Уҡынылар: 770 тапҡыр // Тотош уҡырға
Етәксене хеҙмәт биҙәй Ауылына ҡайтҡан һайын ул тиҫтерҙәре менән ҡыш көндәре Терпе тауында сана шыуыуҙарын, диңгеҙҙәй йәйрәп ятҡан Сәлмәкәйҙә һәм Оло Күлдә рәхәтләнеп һыу инеүҙәрен иҫкә алырға ярата. Хозур тәбиғәтле Нуриман ерендә донъяға килеүенә ҡыуана Азамат Ризуан улы. Был юлы ла Яңы Күлгә ҡайтҡас, ғәмһеҙ бала сағы үткән урындарға бармай ҡалманы ул.
— Һағындыра шул тыуған яҡтар! Еләк-емешкә, бәшмәккә бай урмандар, сылтырап аҡҡан шишмәләр, аунап уйнаған хәтфә туғайҙар, күп йылдар үтһә лә, күңелгә яҡын һәм ҡәҙерле. Моғайын, һәр кем бала сағын һағынып хәтерләй торғандыр, — ти Азамат Носратуллин, хәтирәләргә бирелеп.
Ком: 0 // Уҡынылар: 779 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҫеш юлдары билдәләнде Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө ҡала Советы ултырышында сығыш яһаны. Ул Ирек Ялаловты ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына һайланыу айҡанлы ҡотланы һәм баш ҡаланы үҫтереү йәһәтенән мэрия алдында торған бурыстарҙы билдәләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 639 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҙыҡтың да ҡорал булыуы бар… ГМО сәләмәтлегебеҙгә хәүеф менән янаймы?
“Сәләмәт туҡланыу ҡиммәткә төшә тип уйлайһығыҙ икән, тимәк, һеҙ сирҙәрегеҙҙең күпмегә баҫасағын һанап ҡарарға онотҡанһығыҙ”, ти халыҡ. Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә төрлө ауырыуҙар һаны арта. Бының төп сәбәптәренең береһе – бөгөн магазин кәштәләрен тултырған яһалма аҙыҡ-түлек, тип фаразлай ҡайһы берәүҙәр. Шул уҡ ГМО-ның кешене юҡҡа сығарыу ҡоралы икәнлегенә инаныусылар ҙа бихисап.
Ком: 0 // Уҡынылар: 787 тапҡыр // Тотош уҡырға
Томансыға төштө ҡара томан... Аҫыл ҡатындарҙың береһе менән хушлаштыҡ

Яңыраҡ асылған “Аҫыл ҡатындар” рубрикаһына иғтибар иткәндер гәзит уҡыусылар. Унда беҙ күренекле ағайҙарыбыҙҙың тоғро юлдаштары, улар был донъянан китһә лә, гүзәл заттар халҡыбыҙ мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүҙәрен дауам итеүе, уртаҡ яҙмыштары, заманыбыҙ хаҡында һөйләшергә ниәтләнек.
Тик... Йөрәктәрҙе тетрәндереп, апайҙарҙың береһе менән хушлаштыҡ ошо аҙнала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1133 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Арғымаҡ”лы Ринат “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө һәм уның солисы Ринат Рамаҙановты беҙҙең яҡтарҙа белмәгән кеше һирәктер. Ҡабатланмаҫ башҡорт йырҙарын халыҡсан да, яңы стилдә лә берҙәй сағыу итеп тамашасыларға тапшырған йәштәр өсөн сиктәр юҡ тиерлек – “Арғымаҡ”ҡа Рәсәй төбәктәре, яҡын күрше илдәр, Европа, Азия, океан аръяғы халыҡтары алҡышланы. Әлбиттә, төркөмдөң ижади сәфәре алда әле. Хәҙер “Арғымаҡ”ҡа тағы бер йүнәлеш өҫтәлде тиһәк, хаталанмаҫбыҙ. Ринат Заһир улы Рамаҙанов етәкселегендәге яңы йәмәғәт ойошмаһы – “Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайы (конгресы)” Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре берлеге – ҙур маҡсаттар менән эш башлап тора.
Йыр-моңға һөйөү, йәштәрҙе берҙәм итеү, халҡыбыҙҙың үҫеше, киләсәктә беҙ ниндәй булырға тейеш, йәмәғәтселек эштәре – Ринат РАМАҘАНОВ менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 739 тапҡыр // Тотош уҡырға
Силәбе башҡорттарына ҡуҙ өләшеп... Көҙгө иртә менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәкселегендә беҙ бер төркөм Силәбегә ҡарай юл алдыҡ. Арабыҙҙа кемдәр генә юҡ – ойошма ағзалары, фән докторы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары, донъяның виртуоз ҡубыҙсыһы. Барыһын да бер маҡсат берләштергән – алда Ҡоролтайҙың өлкә һәм ҡала башҡарма комитеттарының ултырыштары һәм Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 185 йыл тулыуға арналған юбилей сараһы көтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 703 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алабармандар Һәр көйәрмәнгә үҙ ҡалаһы хоккейсылары яҡын икәне бәхәсһеҙ. Шулай ҙа илдең башҡа төбәктәрендә беҙҙең “Салауат Юлаев”ҡа ла битараф булмағандар күп. Уның уйыны ҡыҙыҡлы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 481 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йылдың туғыҙ айы йомғаҡтарына ҡарағанда, Башҡортостан социаль-иҡтисади үҫештең ҡайһы бер күрһәткестәре буйынса уңышҡа өлгәшкән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 413 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республикабыҙ парламентының быйылғы көҙгө сессияһының икенсе ултырышы 40-тан ашыу мәсьәләне ҡараны, ҡануниәт проекттарын тикшерҙе, депутаттар эшмәкәрлегенә ҡағылышлы ҡарарҙар ҡабул итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 369 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ни мәғәнә мин башҡорт тип  түш ҡағыуҙан, Үҙ телеңдә гәзит-журнал  алдырмаһаң?! Бынан ары ҡайҙа ғына булһаң да — Париждамы, Ханты-Манси, Владивосток тарафтарындамы йәки Таиланд утрауҙарындамы — һин бер мәшәҡәтһеҙ “Башҡортостан” гәзитенең PDF вариантына яҙыла алаһың. Әгәр ауылда йәшәгән атай-әсәйеңде лә һөйөндөрөргә теләһәң, рәхим ит, быныһы ла мөмкин! Нисек тиһегеҙме? Бик ябай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 505 тапҡыр // Тотош уҡырға
Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ, Башҡортостандың халыҡ шағиры: “Килер заманда ла күкрәр өсөн Уралымда ҡалыр моңдарым! Ваҡыт тигәндәрең елә генә. “Ил халҡының күңелен нурлап, Мәңгелеккә китеп барам”, тип яҙғайны Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев үҙенең бер шиғырында. Кем тойҙо ла, кем һиҙҙе һуң: уның менән хушлашҡанға ҡырҡ көн дә булып килә. Ошо уңайҙан ярһыу телмәр оҫтаһы, бөтә ғүмерен шиғриәткә бағышлаған Шағирҙың шиғырҙарынан шәлкем тәҡдим итәбеҙ. Уны беҙгә әҙиптең ҡатыны, билдәле нәшриәтсе Маһиҙа апай Игебаева төҙөштө. Тере сәскәләр гөлләмәһеләй булһын был шиғырҙар шағирҙың яҡты рухына...
Ком: 0 // Уҡынылар: 682 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һайлау кампанияһы осоронда Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһына 415 ялыу килгән, шуларҙың 110-ы — Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһынан. 57 ялыу ҡабатланған. Һөҙөмтәлә ике ялыу ғына нигеҙле тип танылған, тағы икәүһенең дөрөҫлөккә тап килеү-килмәүе өлөшләтә генә иҫбат ителгән. Был турала республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев журналистар өсөн ойошторолған брифингта хәбәр итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 331 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына