Хаҡлы ялға иртә сығам тиһәң... Рәсәйҙә әлеге ҡануниәт буйынса ҡатын-ҡыҙ – 55, ир-ат 60 йәштән хаҡлы ялға сыға. Шулай ҙа ҡайһы бер осраҡтарҙа кешегә пенсионерҙар сафына ваҡытынан алдараҡ баҫырға хоҡуҡ бирелә. Бының өсөн күп кенә ҡағыҙҙарҙың ваҡытында дөрөҫ тултырылыуы кәрәк, юғиһә пенсияға документтар юллаған саҡта ҡыйынлыҡтар тыуыуы ихтимал.
Ком: 0 // Уҡынылар: 298 тапҡыр // Тотош уҡырға
Евросоюздың Рәсәйгә ҡарата санкцияһы – илебеҙ, шул уҡ ваҡытта айырым алғанда Башҡортостан өсөн дә айырыуса файҙалы булды. Бынан бер нисә йыл элек төҙөлгән “Русское зерно – Уфа” холдингының уңышлы эшләй башлауы шуға асыҡ миҫал.
Ком: 0 // Уҡынылар: 329 тапҡыр // Тотош уҡырға
СССР-ҙы күпме генә һүкмәһендәр, барыбер ҙә ҡайһы бер эш алымдары һаман да өлгө һанала, уны ҡуланыу дауам итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 284 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көнбайыш халҡы Путинға ышанаАмерика һәм Европа дәүләттәре сәйәсмәндәре ни тиклем яманларға тырышмаһын, Көнбайышта Рәсәй Президенты Владимир Путиндың рейтингы үҫә лә үҫә. Был турала “Financial Times” баҫмаһы белдергән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 321 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенттарынан торған “Йөрәктау” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле Санкт-Петербургта “Талант ҡанаттарында” халыҡ-ара конкурс-фестивалендә Гран-при яуланы. Унан алда ғына ошо уҡ коллектив Өфөлә “Студент яҙы-2016” республика фестивалендә
I дәрәжә лауреат дипломы менән бүләкләнгәйне. Уларҙың “Ҡымыҙ” фольклор композицияһы иң юғары баһаға лайыҡ булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 330 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нисек миллионер булырға? Йәки  Корея кешеһе беҙгә өлгө күрһәтә Өфө ҡалаһынан яҡынса 20 саҡрым алыҫлыҡта ғына бер Корея кешеһенең ҡарбуз үҫтереп, миҙгел эсендә миллион һумдан ашыу табыш алыуы хаҡында ишеткәс, башта ышанмайыраҡ та ҡуйғайным. Ҡайҙан-ҡайҙан, Кореянан килеп, Башҡортостан ерендә ҡарбуз үҫтер, имеш. Булмаҫ. Ирекһеҙҙән был еләкте тәүге тапҡыр ауыҙ иткән көнөм иҫкә төштө. Атайым бер тоҡ итеп алып ҡайтҡайны тәмлекәстәрҙе. Ашап кинәндек. Шул хәтерҙә ҡалған – ҡыяр-помидорҙы орлоғо менән “йыпырһаҡ”, быныҡын таҙартыу мәшәҡәт тыуҙырҙы. Ул саҡта ла сығышы менән Кореянан булған ирле-ҡатынлы Чондар беҙҙән алыҫ түгел хуторға (рәсми исеме – Рус Үргене) килеп, ҡарбуз үҫтереп күрһәткәйне. “Заветы Ильича” колхозы хатта ваҡытлыса йорт та биргәйне...
Ҡыҫҡаһы, әле баҡсасының үҙен барып күрмәй булдыра алманыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 475 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 Алға
Бит башына