“Мин ҡабаттан тыуыр булһам...” Йәп-йәш кенә ине улар, тинеләр... Атайым ҡурайҙа уйнаған, ә уның ҡустыһы Райман халыҡ йырҙарын йырлаған. Ул мәл ҡунаҡҡа йыйылышып, ғәҙәттәгесә, туған-тыумаса менән табын ҡорған ваҡыттар булған. Унан һуң күп тә ғүмер үтмәгән, шул арала атайымдың был донъяла юҡлығына егерме һигеҙ йыл да булып киткән, ә инде Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Райман Ишбаевтың беҙҙе ҡалдырып китеүенә ун йыл.
Ком: 0 // Уҡынылар: 228 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыш һыуығы бер ни түгел беҙгә, “Башҡортостан” килеп торһа өйгә!
1 декабрҙән 11-енә тиклем Рәсәй матбуғат баҫмаларына арзаныраҡ хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк була. “Башҡортостан” гәзитенә тап ошо осорҙа ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалырға ашығығыҙ, дуҫтар!
Ком: 0 // Уҡынылар: 55 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәбиғәтте ғәйепләргә ашыҡмайыҡ Ошо көндәрҙә Өфө юлдарында ҙур соҡорҙар барлыҡҡа килеүе тураһында мәғлүмәттәр бермә-бер артты. Мәҫәлән, Черниковка биҫтәһендәге Беренсе Май урамында, “Победа” кинотеатры ҡаршыһында, асфальт япманың убылыуы хаҡында хәбәрҙар булдыҡ. Хәлдең шаһиты 30 ноябрҙә “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “БашДТП” төркөмөндә фажиғәнең фотолары менән уртаҡлашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 136 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Бейә сабып бәйге алмай” тиһәләр ҙә… Ер йөҙөндә иң боронғо иҫәпләнгән ахалтекин аттарының һанын кәметеү маҡсатында уҙған быуаттың 70 – 80-се йылдарында Төркмәнстан Республикаһы Хөкүмәте дәүләткә ҡараған ат заводтарында үрсетелгән йылҡы малын ит комбинаттарына оҙатыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Төркмән халҡы был ҡарарҙы асман аттарына ҡарата хыянат тип ҡабул итә һәм етәкселеккә үҙ талаптарын еткерә. Һөҙөмтәлә унда ахалтекиндарҙы һаҡлау һәм үрсетеү, уның биш быуатлыҡ шәжәрәһен өйрәнеү йәһәтенән яңынан эш башлана. Хәҙер был илдә апрель айының һуңғы шәмбеһендә “ахалтекин аты көнө” билдәләнә, хатта ул милли байрамға әүерелгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 88 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һыҙҙырт, ҡурай, шатлыҡ моңдарын Танылған башҡорт ҡурайсыһы Роберт Юлдашев үҙенең “Ҡурайсы” төркөмө менән “Тылсым Көҙ-2016” (“Оберег Осень-2016”) фестивалендә сығыш яһаны. Мәскәүҙә уҙғарылған был сарала этник музыка өлкәһендәге “Russian Word Music Awards-2016” премияһы тапшырылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 143 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яр янында һыу һалҡын...
Туҡта, туҡта, уға бит бер мәжлестән һуң Сибәғәте йырлап стакан биргәйне:

Яр яҡынға һыу һалҡын,
Һин һалҡынға – мин һалҡын.
Минең йөрәккәйем ялҡын да,
Тик күңелең һинең һалҡын…
Ком: 0 // Уҡынылар: 133 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рух һүнмәһә, ил үлмәҫ! Популяр “Рух” рок төркөмө үҙенең 25 йыллығын билдәләй. Ул милли үҙаң күтәрелгән мәлдә, 1991 йылда Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа ойошторола. “Урал моңо” конкурсында Гран-при яулаған был төркөм – республикала башҡорт рок хәрәкәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, ижадында көнбайыштың рок-поп мәҙәниәте элементтары менән фольклор мотивтарын берләштереүсе лә. Рок “ветерандарының” юбилей концерты иртәгә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтә. Сара алдынан төркөмдөң солисы, йырҙар авторы Юлай Асҡаров менән әңгәмәләштек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 174 тапҡыр // Тотош уҡырға
Китап ене бер ҡағылһа... Һуңғы өс йыл эсендә илебеҙҙең мәҙәни үҫеш киңлегендә төрлө ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Бер-бер артлы иғлан ителгән Мәҙәниәт, Әҙәбиәт һәм Рәсәй киноһы йылы республикабыҙ өсөн дә ырыҫлы, уңышлы килде тип әйтергә булалыр. Үҙ талаптарын ҡуйған заман шарттарында телекоммуникация һәм мәғлүмәт технологиялары был киңлектәргә лә йылдам үтеп инә, Әҙәби марафон, “Библиотөн”, “Рәсәйҙең әҙәби картаһы” кеүек проекттар, Бөтә донъя шиғриәт көнөнә һәм Рәсәй Яҙыусылар көнөнә арналған күркәм саралар үткәрелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 96 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уйла, яуаплылыҡ той Халҡыбыҙҙа ил-көн тойғоһо көслө беҙҙең. Тарихыбыҙҙа ҡырҡыу осорҙар, ҡырау һуҡҡандай ғасырҙар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аяуһыҙ ишле булған, һәм уларҙан, башлыса, йөрәгендә ана шул ил-көн тойғоһон тоғро йөрөткәндәр арҡаһында имен сығылған, халыҡ булып һаҡланылған, бүтәндәрҙән йотолонмаған түгелме ни? Уның юғары пафослы, трибуналарҙан ғына һөйләнергә тейешле һүҙ итеп кенә түгел, ә тәғәйен, тейешле, реаль нәмә тип ҡабул ителеүе, тормошта ҡулланылыуы бөгөнгө ҡырҡыулыҡтарҙан да ҡурсалайҙыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 79 тапҡыр // Тотош уҡырға
Байығың килһә, таш булһа ла һат “Бөтә гениаль нәмә лә ябай”, – тигән бер бөйөк кеше. Ысынлап та, ҡайһы берҙә ҡатмарлы мәсьәләнең сиселеше уйламағанда яп-ябай булып сыға. Аптырарлыҡ яҡтары күп был донъяның.
Ком: 0 // Уҡынылар: 160 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 33 Алға
Бит башына