Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина “Башҡортостан Республикаһы — милли татыулыҡ биләмәһе” этнофорумы эшендә ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 308 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәүеф Нарыҡбаевтың “Тыуған ауылым” йыры Суҡраҡлы ауылы яланынан да алыҫыраҡ таралып, халыҡты “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына саҡырҙы. Дим буйҙары күмәк йырға күмелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 382 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һөжүм Яҙмаларымды уҡып сыҡҡас, нимәлер етешмәгән һымаҡ булды. Мәғлүмәт артынан район үҙәгенән тиҫтәләрсә саҡрымға сабыу ялҡыта башлаһа ла, Яңы Монасип ауылына барып, Маһинур апайҙы күрмәйенсә күңелем тынысланмаясағын аңланым да юлға ҡуҙғалдым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 570 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сөгөлдөр, сөгөлдөр, тиҙ өлгөр! “Татлы тамыр” тип йөрөтөлһә лә, ул әсе тиргә үҫкәнен барыбыҙ ҙа белә. Шуға ла өҫтәлгә шәкәр булып килгәнсе бик урау, ҡатмарлы юл үтә. Шәкәр сөгөлдөрө төп ауыл хужалығы культуралары иҫәбенә инә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 417 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҡыллы ла... Йыртҡыс та! Бала саҡта айыуҙарҙың цирк аренаһында конькиҙа йөрөгәнен кем генә яратмағандыр! Халыҡта айыуҙы ла бейергә өйрәтәләр тигән әйтем дә бар. Был, әлбиттә, баш бирмәҫ, ҡырыҫ холоҡло, үҙ һүҙле кешегә ҡарата әйтелгән. Шуға ла тиктормаҫ, уҡыуға бик иҫе китмәгән малайҙарға уҡытыусылар уны йыш тылҡый торғайны. Ысынлап та, нисек өйрәтәләр икән был йәнлекте, тип аптырай инек. Ләкин уларҙы, зоопарктарҙағы ситлектә меҫкен хәлендә күреп, йәлләнек тә, сөнки күңелгә әкиәттәр аша көслө, йәнһүрәттәр аша аҡыллы (мәҫәлән, Мауглиҙың уҡытыусыһы) булып килеп инделәр. Их, кеше, үҙеңде бар тереклекте буйһондороусы итеп күрһәтер өсөн ни генә ҡыланмайһың?!
Ком: 0 // Уҡынылар: 393 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәйҙәге болаларҙың иҫәбенә сығырлыҡ түгел. Бөйөк Ватан һуғышы донъяла иң күп ҡорбан талап иткән яу булды. Бынан тыш, төрлө замандарҙа сәйәси буталыштарҙа әҙәм себен шикелле юҡҡа сыҡҡан. Атай-олатайҙарыбыҙ бәхетле тормош төҙөйбөҙ тип әллә нисә төрлө ҡоролошто тамырынан үҙгәртеп, шул осорҙоң үләтенә әүерелгән. Заманалар үҙгәргәс кенә, Заһира ғәйепһеҙ хөкөм ителгән золом ҡорбандары тураһында ишетте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 414 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәйҙә Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө йыл һайын билдәләнә.
Был репрессиялар үҙенең башланғысын ҡайҙан ала?
1937 йылда, Коммунистар партияһының февраль-март пленумында, Сталин “социализм позициялары нығынған һайын илдә синыфтар көрәше көсәйә барасаҡ” тип белдерә. Ғәмәлдә был тезис илдә репрессиялар башланыуы өсөн нигеҙ булып хеҙмәт итә. Һөҙөмтәлә бик күп күренекле партия, дәүләт һәм хәрби эшмәкәрҙәр бер ғәйепһеҙ үлемгә дусар ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 380 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әҙәбиәттең тоғро һалдаты 1938 йылдың 10 июлендә таң һыҙылыу менән Сусаҡтау гөрҫ итеп шартлай. Шунда уҡ ул бәләкәйләнә, ағас, үләндәре һарғая башлай һәм, аҙна үтеүгә, ҡурҡыныс бер ҡарасҡыға әйләнә. Тау битләүендә йәшәгән халыҡ аптырап ҡала. Нисәмә быуат тарихы булған ауыл кешеләре бындай хәлде ишеткәндәре лә, күргәндәре лә юҡ ине. Йылдар үтә, ә
Сусаҡтау халыҡ күңеленә шом һалып ултыра бирә. Фажиғәнән һуң ун һигеҙенсе тапҡыр болондар сәскәгә күмелгән мәлдә, тау күтәрелә башлай. Ағастары, үләндәре йәшәрә.
А-а-ана, ҡарағыҙ әле, хәҙер Сусаҡтау осло түбәһен йыраҡтан ялтыратып, мөһабәт булып тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 401 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәндәрҙе саҡҡан “йәшел йылан” Гәзиттең быйылғы 14 октябрь һанында Гәүһәр Ҡолһаринаның “Мин дә китәм инде...” тигән яҙмаһын уҡығас, тәрән уйҙарға бирелдем. Эскелекте ни тиклем яманлаһаҡ та, “заман афәте”, “геноцид ҡоралы” тип нарыҡлаһаҡ та, айыҡлыҡ өсөн көрәшкә күпме көс йүнәлтһәк тә, “йәшел йылан-аждаһаны” еңә алмайбыҙ һаман. Бер башын өҙә сабыуың була – икенсеһе үҫеп тә сыға. Ни өсөнмө? Сөнки тарҡаулыҡ, яуаплылыҡ тойғоһоноң етешмәүе бәкәлгә һуға. Бына әлеге яҙмала ла әйтелеүенсә, эскелектең киң таралыуында һәр ҡайһыбыҙҙың ғәйебе бар: берәүҙәр етештерә, икенселәр һата, өсөнсөләр ала, эсә, эсерә... Күптәр дәррәү көрәшеү зарурлығын, эште үҙенән башларға кәрәклеген аңламай. Гәүһәр Ҡолһарина иһә йән ауазын яңғыратыу, эскелеккә ҡаршы көрәшкә саҡырыу менән генә сикләнмәй – уның тырышлығы ғәмәлдәрендә күренә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 628 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәшәһен макарон! Белгестәр илдә көрсөк башланыу менән халыҡтың иғтибарын күпләп макарон аҙыҡтарына йүнәлтеүен билдәләй. Был аңлашыла: нимә генә тиһәк тә, ил кешеләренең күпселеген аҡсаһын ҡайҙа сарыф итергә белмәгән байҙар йәки урта хәллеләр түгел, ә осон-осҡа ялғап йәшәгәндәр тәшкил итә. Тап шуға ла һуңғы осорҙа спагетти, төрлө туҡмастарға ихтыяж үҫеп, уларҙы етештереү 1990 йылдарҙағы күләмдән дә артҡан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 531 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ул урманды һаҡлай Урман хужалығында бихисап һөнәр эйәләре бар. Улар араһында тракторсының да файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Ҡорос аттың һәр саҡ сафта булыуы, тәғәйенләнгән ергә ваҡытында етеп, бурысты үҙ мәлендә теүәлләүе мөһим.
Ком: 0 // Уҡынылар: 351 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хаҡлыҡ хаҡына хеҙмәт Фуат ағайым Бейешев барлыҡ ғүмерен матбуғатҡа бағышланы.
Ул – һәләтле журналист, публицист, сценарист, ғөмүмән, үҙ эшенең оҫтаһы булып танылыу яулаған шәхес. Һөнәрен бөтә булмышы менән яратты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 359 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй предприятиелары 2020 йылға энергия һаҡлағыс лампалар етештереү күләмен 75 процентҡа тиклем еткерергә тейеш. Ил Хөкүмәте шундай ҡарар ҡабул итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 316 тапҡыр // Тотош уҡырға
Совет осоронда әрәмтамаҡтарға ҡаршы закон ҡаты ине. Хөкүмәт был мәсьәләне йәнә күтәрә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 256 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ижади коллективтарҙы даими борсоуға һалған гастролдәр эшмәкәрлеген көйләү мәсьәләһе яҡын арала хәл ителергә тейеш. Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағында эшләп килгән Башҡорт халҡының рухи мираҫын һәм мәҙәниәтен һаҡлау комиссияһы ултырышында республика Мәҙәниәт министрлығының профессиональ сәнғәт, мәғариф һәм ижади проекттар бүлеге начальнигы Әлфиә Ҡолһарина белдерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 251 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына