Һикһән биш мәшәҡәт кәмене “Ҡағыҙға төшкән юғалмай” тигән тапҡыр халыҡ мәҡәле ҡасан ысынбарлыҡҡа тап килмәгәнен беләһегеҙме? Бынан бер нисә йыл элек бик мөһим мәсьәлә буйынса бихисап белешмә йыйырға тура килгәйне. Буталмаҫ өсөн исемлеккә теркәлеп, оҙон көн сиратта ултырыуым, шул ҡағыҙ киҫәге өсөн байтаҡ аҡса түгеүем – бер, һөҙөмтәлә һалған көсөмдөң бушҡа китеүе, ул белешмәләрҙе йыйһам-йыймаһам да, икенсе белешмә булмау сәбәпле, бик өмөтләнгән эшемдең барып сыҡмауы әсендергәйне... Иларҙай булып, эшкинмәгән, әммә ҡиммәтле ваҡыт, иҫәпле аҡса сарыф итеп йыйылған бер папка ҡағыҙҙарҙы сүп кәрзиненә ташлағаным хәтерҙә. Хәйер, бындай хәл һәр кемебеҙгә таныштыр, моғайын: кем генә һыу буйы сиратта ултырмаған да, кәрәкһә-кәрәкмәһә лә, бушты-бушҡа ауҙарып, ҡағыҙ йыйып йөрөмәгән?
Ком: 0 // Уҡынылар: 366 тапҡыр // Тотош уҡырға
Римдең ғилми империяһы Ошо көндәрҙә тарих фәндәре докторы, профессор Рим Йәнғужинды иҫкә алып, яҡташтары баш ҡалаға килде. Был ғалимдың тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы сараларҙың башланыуы ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 322 тапҡыр // Тотош уҡырға
Радио һөйләргә, гәзит яҙырға тейеш,  тик хаталар булмаһын! Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетында Мәғлүмәт сәйәсәте, Мәғариф һәм фән комиссиялары “Башҡорт телендәге киң мәғлүмәт сараларында әҙәби тел ҡағиҙәләрен һаҡлау” темаһына киңәйтелгән ултырыш үткәрҙе. Сараны комиссия рәйесе Артур Дәүләтбәков алып барҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 549 тапҡыр // Тотош уҡырға
Донъя ғәҙел түгел, ти кемдер. Уны шунда уҡ уңмаған, даланһыҙ кешеләр рәтенә индереп ҡуялар. Бәлки, ул бәхетһеҙҙең һүҙендә дөрөҫлөк тә барҙыр, ә?
Ком: 0 // Уҡынылар: 331 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡалдыҡ һыу ҙа кәрәкле – Һыу күбәйгәндән-күбәйә. Пляж да ҙурая. Бында килгән һайын яр сиктәренең киңәйгәнен күрәбеҙ, – ти фабриканың капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы Юрий Архипов. Уны тыңлағандан һуң күҙ алдына шундай күренеш баҫа: диңгеҙ, ҡом, пальмалар... Әммә былар ысынбарлыҡтан алыҫ торған хыялдағы образдар ғына. Ысынында һүҙ бөтөнләй икенсе нәмә хаҡында –
Сибай байыҡтырыу фабрикаһының ҡалдыҡтар һаҡлау урыны тураһында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 342 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эшһеҙҙәрҙе талап байып буламы? Һуңғы осорҙа эшһеҙлек кешенең иң теңкәһенә тейгән мәсьәләгә әйләнде. Ауыл халҡы ғына түгел, ҡалаларҙа ла эш таба алмай зар-интизар булғандар быуа быуырлыҡ. Шул уҡ ваҡытта Республиканың мәшғүллек үҙәгендә 35 мең самаһы эш урыны тәҡдим ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 448 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көллөбөҙ ҙә көләбеҙ...
Хөрмәтле уҡыусы!
“Башҡортостан” гәзите һеҙгә тағы бер ижади бүләк әҙерләне — яңы махсус бит булдырҙы. Башҡаларҙан айырмалы рәүештә, уны беҙ сығарып, ташҡа баҫып таратһаҡ та, авторҙары Һеҙ буласаҡһығыҙ. Маҡсатыбыҙ ҙа шул: ике араны һыуытмайынса, бергә булыуҙа.
Махсус бит халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел гәүһәрҙәренең береһе — лаҡаптарҙан торасаҡ. Һәр ауылда һүҙгә бай, зирәк кешеләр була. Уларҙың урынлы әйткән һүҙе бер ауылда, урамда, хатта бер төркөм кешеләр араһында аңлайышлы булып, ситтәгеләргә тиҙ генә барып етмәй. Яйлап был лаҡап тарала, шымара, өҫтәлә-ҡырҡыла башлай — уртаҡ ижад емешенә әйләнеп, тыуған ере сиктәренән сыға. Ят кешегә “код”ты асыу, айырым афоризмдарҙы аңлатыу өсөн лаҡаптың килеп сығышын һөйләү талап ителә. Улар иһә көләмәс төҫөн ала. Лаҡаптарҙың көләмәс жанрына яҡынлығы ла шунан ғибәрәт. Тик хәҙерге анекдот, көләмәстәрҙән айырмалы рәүештә, улар ерлекле, ниндәйҙер осһоҙ көлкө тыуҙырмайынса, уйландыра, шуға ла күңелгә нығыраҡ һеңеп ҡала, быуындан быуынға күсеп, лаҡап барлыҡҡа килгән осорҙо сағылдыра.
Махсус битте ҡыҙыҡлы итеп сығарыуҙың тағы бер маҡсаты — халыҡ ижадын йыйыу, зирәк, аҡыллы, тапҡыр һүҙҙәр аша күңелебеҙҙе байытыу, ял сәғәттәренә тағы ла бер биҙәк өҫтәү.
Һеҙҙән лаҡаптар көтәбеҙ. Әлегә юл башлау өсөн редакция папкаһында һаҡланғандарын тәҡдим итәбеҙ. Көллөбөҙ ҙә көләйек, дуҫтар!
Ком: 0 // Уҡынылар: 441 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт балына – юғары балл! Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге Төркиәнең Мугла провинцияһында үткәрелгән Халыҡ-ара умартасылыҡ һәм ҡарағай балы конгресы күргәҙмәһендә төп бүләккә лайыҡ булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 318 тапҡыр // Тотош уҡырға
Туризмды үҫтерәбеҙ 17 ноябрҙә Өфөлә “Беҙҙекен бел: Башҡортостан” тәүге туристик онлайн-күргәҙмәһе ойошторола.
Ком: 0 // Уҡынылар: 293 тапҡыр // Тотош уҡырға
Киләһе йылдың  эмблемаһы бар Республикабыҙҙа 2017 йылдың – Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылының –эмблемаһы раҫланды. Төбәктәге Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән ошо турала хәбәр иттеләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 377 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына