Сабый йылмайыуында – йыһан нуры Халыҡтың, бала табыу – бер ҡыйын, бала бағыу – мең ҡыйын, тигән хаҡ һүҙҙәре бар. Килешмәй сара юҡ, әммә ҙур өмөттөр бағлап, көтөп алған сабый сирле булһа? Ул саҡта был мең ауырлыҡҡа тағы мең мәшәҡәт өҫтәлә... Шуныһы ҡыуаныслы: илебеҙҙә балалыҡ яҡлаулы. Заман заңына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә алға китеш ҙур.
Ком: 0 // Уҡынылар: 337 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ейәнең сүплектә йәшәрме? Юл хеҙмәтендә эшләгән танышым, уфтанып, былай тигәйне: “Исмаһам, ҡар ҙа яумай. Ҡар яуһа, көрәр ҙә торор инең. Былай юл буйҙарын сүп-сарҙан таҙартып бер булаһың”. Ысынлап та, ҡар иреү менән юл ситтәренә ҡараһаң, иҫең китә, урман һыҙаттарын әйтеп тораһы ла түгел: ҡайҙа ҡарама пластик шешәләр, полиэтилен тоҡсайҙар... Нимә генә юҡ!
Ком: 0 // Уҡынылар: 303 тапҡыр // Тотош уҡырға
Урал батыр эҙенән Билдәле булыуынса, “Башҡортостан Республикаһында социаль туризмды үҫтереү” программаһы тормошҡа ашырыла. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанға һәм уның шифаханаларына, Рәсәй, Ҡырым буйынса 176 социаль тур һайлап алынған. Ошо нигеҙҙә 2016 йылдың 30 авгусынан ҡулланыусыларға сертификаттар тапшырыла башланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 327 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дәүләт Думаһының бер төркөм депутаты сәғәтенә 100 һумдан да кәм булмаған эш хаҡы түләүҙе рәсмиләштереү тураһында тәҡдим индерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 340 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ростех” компанияһының ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын яндырыу тураһындағы проекты федераль хөкүмәт тарафынан хуплау тапҡан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 252 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юҡҡа сыҡҡан туйҙар Табында һүҙ туй тигән оло ғүмер байрамына барып ялғанды. Беҙ йәшәгән алты-ете йорт ихатаһында һуңғы шундай сараның тап бер йыл элек уҙғанын хәтерләнек. Ҡарлы һыуыҡ көн булыуға ҡарамаҫтан, күрше подъездан еңелсә генә кейенгән кәләш менән кейәүҙең кабриолетҡа – асыҡ еңел машинаға – ултырып, ЗАГС-ҡа никах теркәтергә ҡуҙғалып киткәнен тәҙрә аша йылмайып ҡарап тороп ҡалғайныҡ...
Ком: 0 // Уҡынылар: 527 тапҡыр // Тотош уҡырға
Миллиондар күктән яумаһа ла... Бөгөн муниципаль реформаны бойомға ашырыу, урындағы үҙидара органдарының вәкәләттәрен киңәйтеү һөҙөмтәһендә ауыл биләмәләрендә лә заман ағышын яҡшы тойған инициативалы кешеләргә киң юл асылыуын күрәбеҙ. Туймазыла ла шундай етәкселәр үҫеп сыҡты. Ғәфүр ауыл Советы биләмәһе хакимиәте башлығы Алина Йомағолова ла яуаплы вазифаһында үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтергә өлгөргән. Шуның өсөн дә бында халыҡтың тормош-көнкүрешенә ҡағылышлы мөһим социаль мәсьәләләр уңышлы хәл ителә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 328 тапҡыр // Тотош уҡырға
Атты ла бейергә өйрәтә ине Мөһабәт тауҙарҙа мәңге йәшел шыршылар, ҡарағайҙар, ҡайын урмандары, битләүҙәрендә мең төрлө сәскәле болонлоҡтар, ожмахтай гүзәллектәр... Былар барыһы ла Ейәнсура районының Ибрай ауылына хас.
Ком: 0 // Уҡынылар: 299 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шәфәҡ төҫтәренә манып күңелдәрҙе... Наилә Нәжип ҡыҙы Хәмбәлиева Учалы районының Наурыҙ ауылында донъяға килә. Урта мәктәпте тамамлағас, профессиональ белемде Кушнаренко ауыл хужалығы техникумында ала. 1988 йылда йүнәлтмә буйынса Яңы Байрамғол ауылына, “Байрамғол” совхозының 7-се бүлексәһенә бухгалтер ярҙамсыһы итеп ебәрелә. Һуңынан Наиләне совхоздың баш бухгалтеры итеп тәғәйенләйҙәр. 2000 йылға тиклем ошо вазифала эшләй, Башҡортостан дәүләт аграр университетында ситтән тороп иҡтисадсы һөнәрен үҙләштерә.
2005 йылдан Яңы Байрамғол ауыл Советында ер эштәре буйынса белгес, 2010 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем эштәр менән идара итеүсе була. Ситтән тороп юрист һөнәренә уҡый. Яҙмалары район гәзитендә донъя күрә. Наилә Нәжип ҡыҙы – Учалы яҙыусылар ойошмаһының әүҙем ағзаһы.
Ҡулъяҙмаһы, ойошмабыҙҙың поэзия секцияһында тикшерелеп, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенә тәҡдим ителде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 258 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күҙ табибы “Барыһын да уның өсөн эшләнем. Барыһын да. Тик барыбер нимәнелер эшләп еткермәнем һымаҡ. Мөнәсәбәттәребеҙҙә төйөр бар кеүек. Уны мин аңламайыммы, әллә ул минеме? Бар ғүмеремде уға арнаным. Ул – минең берҙән-берем. Йәшәүем дә, шатлығым да, киләсәгем дә. Ошоно аңлармы улым?” – тип өҙгөләнде Ғәлимә. Тома һуҡыр Ғәйшә әбейҙең: “Күңел һуҡырлығы яман була”, — тигәне лә, ҡапыл ғына күрмәҫ булған олатаһының: “Күңеле һуҡырҙан ҡурҡ”, — тип иҫкәрткәне лә бына ҡасан килеп уйҙарға һалды халыҡ араһында исеме киң таралған күҙ табибын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 355 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына