Төп капитал –  кешеләребеҙ Региональ кеше капиталы айырым төбәктең иҡтисади, социаль, мәҙәни үҙенсәлектәренә бәйле үҫеш ала. Милли кеше капиталы төшөнсәһе менән бер аҙ ҡатмарлыраҡ. Милли субъекттары булмаған АҠШ-та ул – дөйөм ил күрһәткесе генә, ә Бөйөк Британия составындағы Шотландия, Уэльс һәм Төньяҡ Ирландия өсөн үҙ милләттәренең мөһим ҡиммәттәре иҫәпләнә. Башҡорт халҡының милли кеше капиталына республиканың милли йөҙө атрибуттары булған мәҙәниәт ойошмалары, милли мәктәптәре, матбуғат баҫмалары коллективтары, барлыҡ милли креатив ресурстары инә. Ҡайһы бер илдәрҙә айырым шәхестәр ҙә милли кеше капиталы категорияһына ҡарай. Мәҫәлән, Финляндияла ҙур “Калевала” эпосын яттан белеп, уны тулыһынса йырлап башҡарған Юсси Хуовиннен шул кимәлдә баһалана, ә Ҡырғыҙстанда “Манас” эпосын көйләп һөйләүселәргә сағыштырмаса юғары эш хаҡы түләнә...
Ком: 0 // Уҡынылар: 474 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Олимп”та барыһы ла тәртиптә түгел, ахыры... Рәсәйҙә коррупция замандың иң хәүефле сиренә әйләнә бара. “Роскосмос”, “Оборонсервис”, “Росагролизинг”, “РосГидро”, “Росреестр”, “Росрыболовство” кеүек эре ойошмаларға бәйле ваҡиғалар ҙа онотолоп өлгөрмәгән әле. Һуңғы ун йыл эсендә илебеҙҙәге был енәйәт төрө бер ни тиклем кәмеүгә ҡарамаҫтан, юғары вазифа биләгән кешеләрҙең “ҡармаҡ”ҡа эләгеүен ишетеп, осон-осҡа ялғап йәшәгән халыҡ бот сабып ҡуя. Мәғлүмәттәр күрһәтеүенсә, коррупция һөҙөмтәһендә Рәсәй йыл һайын 40 миллиард һумлыҡ зыян күрә. Былтыр, мәҫәлән, төрлө кимәлдәге чиновниктарға ҡарата 11 меңдән ашыу енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 417 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бурысҡа алыу еңел, тик уны кире ҡайтарыуы... Бөгөн күптәр кредитҡа йәшәй – машина һатып ала, йорт һала, балаларын уҡырға индерә, ил гиҙә.... Ҡөрьәндә иһә кредитҡа аҡса алыу, процентҡа аҡса биреү хәрәм һанала. Бындай ғәмәл бер ваҡытта ла яҡшылыҡ менән бөтмәй, тиелә унда.
Ком: 0 // Уҡынылар: 484 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңеленә ятҡан шөғөлө Урындағы һөйләштә аралашыусылар араһында ятыраҡ яңғыраған төньяҡ-көнсығыш райондарға хас һүҙҙәр шундуҡ ҡолағыма салынды. “Беҙҙең яҡтан бит” тигән уй мамыҡ шәл ябынып торған мөләйем ҡатын янында туҡтатты. Ысынлап та, Лена Юлдаш ҡыҙы Ҡыйғы районының Абзай ауылында буй еткергән булып сыҡты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 459 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төптән егелгәндәр Ауылда йәшәүселәрҙең барыһы ла шәхси хужалыҡтағы бихисап эштәргә бала саҡтан күнегеп үҫә. Эреле-ваҡлы мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрауҙан башлап, йорт яны баҡсаһында бәрәңге, башҡа йәшелсә-емеш үҫтереү, бесән-утын әҙерләү, өй-ҡаралтыларҙы ҡарау, ҡышын ҡар көрәү ғүмер дауамында көндәлек һәм ғәҙәти мәшәҡәттәргә әүерелә. Уларға һәр ғаиләнең тамағы туҡлығы, өҫтөнөң бөтөнлөгө, тормошоноң етешлеге туранан-тура тиерлек бәйле бит. Ололар ошо хәстәрҙәрҙе әле яңы ғына гөрләп йәшәгән колхоз һәм совхозда хеҙмәт һалыу менән бергә алып барһа, үҫмер егет һәм ҡыҙҙар мәктәптән буш ваҡытты файҙалы һәм кәрәкле итеп үткәрә. Һуңғы сирек быуат арауығында төрлө тарафтарҙан иҫкән замана елдәре ауыл кешеһенең совет осоронда яйланған тормошон ҡырҡа үҙгәртте, әлбиттә. Күмәк хужалыҡтар тарҡалып, көн дә эшкә әйҙәүсе бригадирҙар юҡҡа сыҡҡас, бәғзеләр тик ятыуға һалышты, кемдәрҙер йәшәү шарттары еңелерәк булған ҡалаларға тартылды, ҡайһы берҙәр “бәхет эҙләп” алыҫ Себер тарафтарына юлланды. Һирәктәр генә ата-бабаларҙан ҡалған һөнәргә тоғролоҡ һаҡлап, яңы дәүер тыуҙырған мөмкинлектәрҙе файҙаланып, шәхси хужалығында үҙе өсөн тир түгергә билен биштән быуып тотондо. Норҡан ауылы уңғандары Инга менән Дамир Миншараповтар – нәҡ шундайҙарҙан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 476 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күп яҡтан әүҙем Шәрифйән Сер түгел: ҡайһы бер ауылдарҙа фермерҙарға әле лә ҡырын күҙ менән ҡарайҙар. Был күптәрҙең тик үҙ кеҫәләрен генә ҡайғыртып, төрлө ысулдар менән табыш артынан ғына ҡыуыуынан да киләлер. Шулай ҙа был һөнәргә тотоноусыларҙың күбеһе хаҡлы ихтирамға лайыҡ. Уны ла Ауыҡ-Бүләктә ололап “беҙҙең Шәрифйән” тип кенә йөрөтәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 413 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Тауышҡайын шундай һағынам. Килеп инер кеүек ишектән...” Әгәр күренекле ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Рим Йәнғужин менән халыҡ 2007 йылда хушлашыуын белмәһәм, уларҙың фатирына барып инһәң, Рим ағай әле генә ошонда йөрөп ятҡан кеүек тойғо ҡала. Улай ғына ла түгел, ул, әйтерһең, күрше бүлмәгә генә сыҡҡан. Бына эш өҫтәле, яҙмалар, китаптары. Бына портреты. Хәйер, уның рәсемдәрен һәр бүлмәгә элгән Зәйтүнә апай. Ҡатыны өсөн ул һәр саҡ тере, һәр саҡ эргәһендә кеүек тойола. Уның йәшәү рәүеше һаман да иренең, атаҡлы Рим Йәнғужин атлы ғалимдың, эшмәкәрлеген, фәнни ҡаҙанышын таратыу, халыҡҡа еткереүҙән ғибәрәт. Ул һәр иртәһен Рим ағайҙың исеме менән ҡаршылай, һәр кисен уның хаҡтағы уйҙар менән көнөн теүәлләй. Бындай фиҙакәр тоғролоҡ хаҡында рубрика асырға ғына түгел, ә китап яҙырға кәрәк. Үҙе әйткәнсә, Зәйтүнә апай донъяға Рим ағайҙың күҙҙәре менән ҡарап йәшәгән һәм шулай дөрөҫ икәнлегенә инанған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 456 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ! Йәшел кейемдәре тап-таман килеп торған егеттәргә һоҡланып, һорай ҡуйҙым:
– Хәҙер кирза итек, сылғауҙар юҡтыр инде?
– Күптән инде барыһына ла берцы (шнурлы оҙон ҡуңыслы ботинкалар) бирелә. Юл биштәре лә сумкаға алмашынды.
– Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға SIM-карталар ҙа ҡаралған шикелле? – тип һорайым тағы.
– Район военкоматтарында уҡ уларға льготалы икешәр SIM-карта тапшырыла. Береһе – ата-әсәләрендә, икенсеһе үҙҙәрендә ҡала. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыға тағы ла ВТБ 24 банкыһының картаһы бирелә...
Ком: 0 // Уҡынылар: 402 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Күләгә”гә ҡояш төшмәксе Кемдәр һуң улар, үҙҙәренә үҙҙәре эш табыусылар? Репетитор, парикмахер, дизайнер, водитель, өйҙә тегеүселәр, бәйләүселәр... Һанай китһәң, бик күп... Хәйер, һүҙ ул хаҡта түгел. Дәүләт Думаһы депутаттары эшҡыуарлыҡтың бындай төрө менән шөғөлләнгәндәрҙе “күләгә”нән сығармаҡсы. Һәр кем, бигерәк тә эшҡыуарҙар социаль фондтарға күпмелер күләмдә һалым һәм иғәнә түләргә тейеш тигән фекерҙә улар. Ә бит төптән уйлап ҡараһаң, дөрөҫлөк тә бар кеүек: юҡһа бөгөн һин эргәңдә генә йөрөүсе, тик дөйөм “ҡаҙна”ға бер тинлек тә өлөш индермәүсе өсөн дә тир түгәһең килеп сыға түгелме ни?..
Ком: 0 // Уҡынылар: 474 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кем һин, Аҡмулла вариҫы? Мифтахетдин Аҡмулланың тормошон һәм ижадын өйрәнгән әҙәбиәт белгесе Әхнәф Харисовтың билдәләүенсә, Аҡмулла – мәғрифәтсе йә шағир ғына түгел, ә иңенә шағир-импровизатор, аҡыл эйәһе, остаз һәм тәрбиәсе яуаплылығын алған халыҡ сәсәне лә. Бөгөн Урта Азия һәм күп төрки халыҡтарында олуғ остаз булып танылған, ХIХ быуат башҡорт шиғриәтенә ҙур өлөш индергән башҡорт сәсәненең ижадын өйрәнергә, Аҡмулла мираҫының рухи ҡеүәтен аңларға һәм һанларға хаҡлыбыҙҙыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 580 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡатын-ҡыҙға ярҙам иткән кеше бар донъяға ярҙам күрһәтә... Өфөлә “Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы. Сикһеҙ мәрхәмәтлек” тип аталған халыҡ-ара форум башланды. Рәсәй Федерация Советы, Башҡортостан Хөкүмәте, “Мәрхәмәт” хәйриә фонды ойошторған йыйын – II Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумына әҙерләнеү сиктәрендәге иң ҙур сараларҙың береһе, унда ике тиҫтәгә яҡын илдән, Рәсәй төбәктәренән 400-ҙән ашыу делегат килгән. Мәртәбәле сараның эшендә Рәсәй Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Галина Карелова, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, республиканан сенатор Лилиә Ғүмәрова һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 379 тапҡыр // Тотош уҡырға
Телле итһәк тә,  телһеҙ ҡалдырһаҡ та – үҙебеҙҙән 2016/17 уҡыу йылына төрлө борсолоу, тулҡынланыу аша килеп индек. Мәктәп… Төрлө телдә төрлөсә әйтелһә лә, белем усағы булараҡ, ул һәр кемдең күңелендә мәңгегә ҡала. Киләсәк быуындар ҙа шулай ҡабул итерме уны?
Ком: 0 // Уҡынылар: 424 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тормошта һәр күренештең кәм тигәндә лә ике яғы бар, йәғни ыңғай һәм кире эҙемтәләре. Ҡайһы берҙәренең тиҙ арала күренә-һиҙелә һалып бармауы ла ихтимал. Әҙәм балаларының күбеһенә иһә бөгөнгөһө ҡиммәтерәк һәм улар, оҙаҡ баш ватып тормаҫтан, йыш ҡына юлдың иң еңелен һайлаусан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туған телдә уҡытыуға бәйле мәсьәләләрҙә лә тап шулай. Эштә лә, урамда ла, хөкүмәт, йәмәғәтселек, мәғариф, мәҙәниәт, сәнғәт һәм башҡа ойошмаларҙа урыҫ теленә генә өҫтөнлөк бирелгәндә (үҙебеҙ ҙә: “Шулай булды, шулай бара инде”, – тип килешеп йәшәгәндә), күпселек ҡатмарлы проблеманы ла анһат ҡына хәл итергә ынтыла. Ә бит йөҙәр йыллыҡ тәжрибәгә нигеҙләнгән атай-олатайҙарыбыҙ тикмәгә генә, бер ҡыйындың – бер рәхәте, бер рәхәттең – бер ҡыйыны, тип әйтмәгәндер, моғайын. Әйҙәгеҙ, ана шул “ҡыйын” менән “рәхәт”те, йәғни проблеманың ыңғай һәм кире яҡтарын барлап ҡарайыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 481 тапҡыр // Тотош уҡырға
“КӨТӨР КЕШЕМ БАР МИНЕҢ…” Бынан сирек быуат элек Стәрлетамаҡ башҡорт театры үҙ эшен Дулат Исабековтың нәҡ ошо исемдәге спектакле менән башлап ебәрә. Репертуар шишмәһенән хәтерҙә уйылған был һүҙҙәр артабан инде коллективтың бар булмышына берегә – Стәрлетамаҡта ғына түгел, бихисап тарафта уның миҙгелдән-миҙгелгә спектаклдәрен көтөр тамашасыһы бар! Ә ижади мөхит өсөн бынан да юғары баһа буламы икән?! Театрҙың бормалы-бормалы ижад юлы, тамашасыһы алдындағы тоғролоғо һәм башҡа үҫеш баҫҡыстары хаҡында коллективтың художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илһам Ринат улы РӘХИМОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 446 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йылы мөхиттә – йылы осрашыу Зәйнәб Биишева – минең өсөн туған әҙәбиәтемдә бөтә мәғәнәлә лә “беренсе”. Әҙибә ижадының алтын фонды – “Яҡтыға” трилогияһы менән башланғыс синыфтарҙа уҡығанда уҡ танышҡайным. Беренсе тапҡыр уҡыған өс роман булып ҡына түгел, ә унда һүрәтләнгән тарихи ваҡиғаларға тәүге ҡараш, беренсе яратҡан геройҙарым, әҫәрҙән алынған беренсе тетрәндергес тойғолар булып хәтерҙә уйылып ҡалды был әҫәр. Гүйә, Емеш менән бергә ҙурайҙым, бергә хәсрәтләндем, бергә ҡыуандым, бергә юғары үрҙәргә ынтылдым. Шуға ла әҙибә йәшәгән һәм ижад иткән фатирға, Зәйнәб Биишеваның улы Тельман Ғәзиз улы Әминев менән осрашыуға ашҡынып барҙым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 529 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына