Киндерлелә тәртип булырға тейеш! Тәбиғәт байлыҡтарын нисек һаҡларға? Йәмәғәтселектең иғтибарын экология проблемаһына йүнәлтеүҙә ниндәй алымдар ҡулланырға? Балаларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү өсөн нимәләр эшләргә? Хөкүмәт йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһендәге Попечителлек советы ултырышын үткәреп, ошо һорауҙарға бергәләп яуап табырға кәрәклеген билдәләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 572 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Орфей”ҙар ҡәҙерләп һаҡлана  “Мәскәү – Силәбе” поезы менән Өфөгә махсус йөк – 20 ТЭФИ статуэткаһы килде. Иртәнән һуң Бөтә Рәсәй телевизион конкурсында финалға сығыусылар улар өсөн көс һынашасаҡ. Тантанаға тиклем бронза “Орфей”ҙар һаҡ аҫтында тотола.
Ком: 0 // Уҡынылар: 308 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тоҙло ҡыяр арзаная тип вәғәҙәләмәне… йәки Беҙҙә Трамп ҡайғыһы юҡ Һуңғы мәлдә АҠШ гражданы итеп тоя башланым әле үҙемде. Телевизорҙан һәм матбуғаттан сәғәт һайын тиерлек океан аръяғындағы һайлау тураһында һөйләүҙәре аңға тәьҫир итмәй ҡалманы шикелле. Ысынлап та, хәл иткес көндә мейемде бер уй ғына бырауланы: Трамп олатай еңерме, әллә Хиллари ҡарсыҡмы?..
Ком: 0 // Уҡынылар: 484 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ишекте ябыр алдынан кире асырыңды уйла Баҙар иҡтисады һәр эшләүсегә генә түгел, ә һәр предприятиеға ла үҙ баһаһын бирә – йә ҡулланыусылар ихтыяжына яуап биргән, хатта башҡаларҙыҡынан үтемлерәк булған тауар етештерәһең, йә юҡҡа сығаһың. Буш урыныңды көн-сәғәте менән бүтәндәр биләп аласаҡ. Был күренешкә беҙ күнегә лә барабыҙ шикелле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 437 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бала сағымдың наҙлы моңо, яҡты нуры Оҙаҡ йылдар уның менән иркенләп һөйләшеп ултырырға форсат теймәне. Ә мин уның менән еңел-елпе, аяҡ өҫтө генә әңгәмәләшә алмайым, сөнки уҡытыусым ғына түгел, ә бала саҡ йылдарымдың наҙлы моңо, гел алға саҡырып тороусы яҡты нуры ла ул. Һуңғы осорҙа осрашҡылап торабыҙ, һәр күрешеү күңел айрамына әйләнә. Бөйөк шағирыбыҙ Рәми Ғариповтың класташы, үҫмер саҡтар көндәлектәренең бер геройы булған Тайфа апай – ил хәстәрен иңенә һалып, тулы тормош менән йәшәгән һәм ғүмерен ихластан киләсәк быуынға тәрбиә һәм белем биреүгә арнаған аҫыл заттарыбыҙҙың береһе. Изгелеккә, рух ыҡлығына, илһөйәрлеккә, тырышлыҡҡа, саф күңеллелеккә, матурлыҡты яратырға өйрәткән кеше үҙе лә ошо сифаттарға эйә булырға тейеш. Тап бына Тайфа Шакир ҡыҙы Ғәбитова кеүек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 542 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күс йомғағы күсеп йөрөй Ҡыш бал ҡорттары сағыштырмаса тыныс була, уларҙа матдәләр алмашыныуы аҡрын бара һәм аҙыҡ аҙ тотонола. Быны ҡышҡы осорҙа күскә уҡмашып йәшәүҙәре менән аңлаталар. Һауа температураһы уртаса 10 градусҡа еткәс, улар өйкөмгә уҡмаша башлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 459 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәйбәт ашатһаң, улар ҙа буш итмәҫ Тауыҡтар аҙыҡ төрләмәй. Шуға ла бирелгән ашлыҡтан тыш та үҙҙәренә ем таба ала. Ләкин был эште ҡоштарҙың үҙҙәренә генә ҡайтарып ҡалдырмай, өҫтәмә ризыҡ та әҙерләү мөһим. Йомортҡа, ит бик күп файҙалы матдәләрҙән тора. Дөрөҫ туҡландырһаң, йыл әйләнәһенә улар ҙа буш ҡалмаҫ. Өҫтәмә туҡландырыуға аҡһым, май, углеводтар, витамин һәм минераль матдәләргә бай аҙыҡтар инә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 331 тапҡыр // Тотош уҡырға
Етәксенең уң ҡулы, күҙе һәм ҡолағы Һуңғы йылдарҙа старосталар мәктәбе тергеҙелә башланы. Йәмәғәт башланғысын-да булыуына ҡарамаҫтан, староста – ауылдың хужаһы, ойоштороусыһы һәм лидеры. Шуға күрә уның бурысы еңел түгел: халыҡ тарафынан ете ҡат үлсәнеп, һәр аҙымың һыналғандан һуң ғына һиңә ышаныс күрһәтелә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 557 тапҡыр // Тотош уҡырға
Туған-тыумаса эшкә ҡамасаулаймы? Күптән түгел “HeadHunter” исемле эш эҙләү агентлығы Башҡортостан халҡы араһында ҡыҙыҡ ҡына һорау алыу үткәрҙе. “Үҙ ғаилә ағзаларығыҙ йәки туған-тыумасағыҙ менән бер ойошмала эшләүгә нисек ҡарайһығыҙ?” Ошо һорауға нисек яуап биргәндәр?
Ком: 0 // Уҡынылар: 465 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Үрмәләр еренән –  үрмәләп, йүгерер еренән –  йүгереп...” Интернетта ирҙәр зарланып яҙғанды күрһәм, баштарына яулыҡ бәйләге килә. “Илдә насар” тип илап ултырған боронғо аҡһаҡалдарҙы күҙ алдына килтерә алмайым! Ә ҡасан тормош еңел булған?!
Ком: 0 // Уҡынылар: 362 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йондоҙҙарға ҡарап, теләк телә Хыял... Ниндәй генә уйҙарға сумдырмай ҙа ҡайҙа ғына алып бармай ул кешене. Уға хыянат итмәйем тиһәң, маҡсат ҡуйыу ғына аҙ әле, яҡынайыр өсөн тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, күп нәмәләрҙән баш тартып тороу талап ителә. Әңгәмәсебеҙ – Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Альбина Хәкимованы ла хыялы сит илгә алып китә. Германияны арҡырыһына-буйына иңләп сыҡҡан, бер нисә урында эшләп ҡараған. Хәҙер иһә Мюнхенда йәшәй һәм мигранттарға, ҡасаҡтарға немец телен өйрәтә. Үҙенең эшенән бик ҡәнәғәт. Альбина менән һөйләшеү виртуаль киңлектә барҙы. Әйткәндәй, тыуған яғына ул йылына бер тапҡыр булһа ла ҡайтырға тырыша.
Ком: 0 // Уҡынылар: 413 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡояшты ҡаплау мөмкин түгел... Харис Сәғитовтың “Япраҡтар туйы” тигән шиғри йыйынтығын ҙур һоҡланыу менән уҡып сыҡтым. Тәүге һөйөү хисенә, атай-әсәй васыятына, туғанлыҡҡа, милли рухҡа, тыуған илгә, ихласлыҡҡа, дуҫлыҡҡа, изгелеккә, илаһиәткә, биргән антҡа тоғролоҡло, романтика менән лыҡа тулы шиғри күңел һоҡландыра инде ул! Әгәр ҙә Харис Мөҙәрис улы шиғыр яҙмаған булһа, йә бейеүсе, йә йырсы, йә композитор, йә рәссам булыр ине, моғайын. Уның матурлыҡҡа ғашиҡ күңеле, барыбер ҙә ниндәйҙер ысул-юлын табып, ижади төҫмөрләнеш алыр ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 501 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илдә физик шәхестәрҙең банкротлығы тураһында закон ғәмәлгә ингәндән алып ошо йылдың 1 октябренәсә Башҡортостандың Арбитраж судына бурысын ҡаплай алмаған граждандарҙы матди ауырлыҡтарҙан ҡотҡарыу үтенесе менән 1109 ғариза килгән, шуның 831-е – быйыл. Был турала “Росреестр”ҙың республика идаралығындағы коллегия ултырышында ведомствоның үҙаллы көйләнеүсе ойошмалар өлкәһендә контроль (күҙәтеү) бүлеге етәксеһе Динара Мәһәҙиева хәбәр итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 402 тапҡыр // Тотош уҡырға
Журналистар һабаҡ бирә Ниндәй ул бөгөн башҡорт журналистикаһы? Ер йөҙөндә һәр нәмәнең тәғәйенләнеше булған кеүек, әлбиттә, уның да үҙ билдәләнеше, ҡағиҙәләре, ихтыяжы, мохтажлығы, йөҙө бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 467 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡоромаһын ырыу ағасы Аҡъярҙың 3-сө “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр өсөн әленән-әле бай йөкмәткеле саралар үткәрелә. “Тыуған ил нимәнән башлана?” исемлеһендә кескәйҙәр үҙҙәренең тыуған ауылы, тыуған төйәгебеҙ Башҡортостан, Ватаныбыҙ Рәсәй тураһында һөйләне, “Сәскә ат, Башҡортостаным!” тигән шиғыр конкурсында иһә республикабыҙға дан йырланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 477 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына