Өлгөрәбеҙ әле – һигеҙ көн бар йәки Һалымыңды түлә лә тыныс йоҡла Йыл аҙағында беҙҙе бик үк күңелле булмаған ваҡиға көтә: мөлкәт, ер һәм транспорт һалымдарын түләп ҡуяһы бар. Ләкин дәүләтебеҙ йәшәһен, нығыһын тиһәк, һалым түләү – изге бурыс. Мөлкәт алырға аҡсабыҙ булған икән, һалымына ғына табырбыҙ. Быйыл уны түләүҙә үҙгәрештәр ҙә булып алды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 430 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөрйән ҡарағасы ауҙы көтмәгәндә... Республика йәмәғәт­се­леге ауыр юғалтыу ки­сер­ҙе. 2016 йылдың 21 нояб­рендә 78-се йәшендә күренекле ғалим-фольклорсы, Баш­ҡорт­остан Рес­публикаһы Фән­дәр ака­демияһының почетлы академигы, филология фән­дәре докторы, профессор, Рәсәй һәм Башҡорт­остан Яҙыусылар союзы ағзаһы Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов вафат булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 715 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡ ижадына һалынған алтын йөҙөк Яңыраҡ Мәдхинур Бабичева менән Даһи Бабичев йыйған халыҡ ижады материалдары, шиғырҙар, хәтирәләр тупланған “Хәтер хазиналары” (Өфө: “Матбуғат донъяһы”, 2016) тигән йыйынтыҡты уҡып сығырға насип итте. Арҙаҡлы шәхестәребеҙ тырышлығы менән донъя күргән китапты бөгөнгө рухиәткә сарсаған донъяны балҡытҡан бер нур һымаҡ ҡабул иттем. Уны баҫтырыуға, баҫманы ғилми мөхәррирләүгә һәм анализлап баш һүҙ яҙыуға, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең архивында һаҡланған материалдарға күренекле актриса Таңсулпан Бабичеваның шәхси архивындағы яҙмаларҙы өҫтәп сығарыуға филология фәндәре докторы Фәнүзә Нәҙершина күп көс һалған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 383 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яр янында һыу һалҡын… Таң һарыһынан кинәт уянып китте Вәсилә. Кемдер өндәшкәндәй булды. Һиҫкәнеп тороп ултырҙы ла сәғәткә ҡараны. Сәғәт бишенсе генә киткән. Ауыр һулап урынына ауҙы ла, күҙҙәрен сытырҙатып йомоп, төшөн иҫенә төшөрөргә тырышты. Ҡәнзәфәрен күргәйне бит ул. Шундай асыҡ, яҡын итеп күренде. Шоморт-ҡара күҙҙәре шундай моңһоу, йәлләтеп кенә ҡарай. Тик үҙе бер нәмә лә өндәшмәй. Тауар вагоны эсендә бер үҙе баҫып тора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 380 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡараштар – төрлө, маҡсаттар – уртаҡ Бик йәнле һөйләшеү барҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡортостандан һәм Рәсәй Федерацияһынан ситтә йәшәгән башҡорттар менән эш буйынса комиссия ултырышында. Кемдәрҙер иң тәүҙә республиканан ҡырҙа йәшәгән милләттәштәргә ярҙам кәрәк тиһә, икенселәр, киреһенсә, әгәр беҙ төп мәмләкәтебеҙҙә үҙ хоҡуҡтарыбыҙҙы яулай, үҙебеҙҙең кемлегебеҙҙе таныта алмайбыҙ икән, ситтә беҙҙе берәү ҙә бар тип белмәҫ, тигән ҡарашын да әйтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 521 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ошо көндәрҙә Башҡортостан яҙыусылары үҙҙәренең дөйөм йыйылышын үткәреп, башҡарылған эшкә баһа биреп, киләсәккә пландар ҡороп, әҙәбиәттең халыҡҡа тәьҫир көсөн үҫтереү юлдары хаҡында һөйләшергә йыйына. Ошо уңайҙан беҙ Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, билдәле драматург Наил ҒӘЙЕТБАЙ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 459 тапҡыр // Тотош уҡырға
Элек атай-әсәй беҙҙе тәрбиәләп ултырҙымы икән? Мәлендә халыҡ әйтемдәрен ҡулланып, бер-ике ауыҙ һүҙ әйткәндер әйтһә... Уның ҡарауы, хеҙмәт тәрбиәһен ғүмерлеккә бирҙе. Һинең шәплегеңде лә уҡыуыңа түгел, хужалыҡта эшләүеңә ҡарап билдәләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 394 тапҡыр // Тотош уҡырға
Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоздың тәүге Ленин ордены кавалеры, йылҡысы, хужалыҡты үҫтереүгә тос өлөш индергән Заһретдин Вәлиевтең данлы хеҙмәт юлын яҡындары уңышлы дауам итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 370 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауыл тормошон нисек яҡшырталар? Быйылғы һауа шарттары ауыл хужалығы эшсәндәрен ҙур һынауҙар алдына ҡуйҙы, әммә күп көс һалып үҫтергән иген, баҫыуҙарҙан юғалтыуһыҙ йыйып алынып, ил бураларына һалынды. Шөкөр, киләһе йылда сәсеү өсөн етерлек күләмдә орлоҡ, мал аҙығы запасы тупланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 472 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡтан — рух көсө, тәбиғәттән — талант Ҡыҙыҡ икән ул донъя тигәндәре. Кем менәндер, көн дә булмаһа ла, күрә-күрешә йөрөйһөң. Табындарҙа ла бергә булғылайһың. Ул сер итеп әйткәнде һин һаҡлайһың, һинең серҙе ул да таратмай. Быныһы уның – һинең өсөн, һинең иһә уның өсөн икеләнеүһеҙ ышаныслы булыуҙан килә, әлбиттә. Һин уның ни өҫтөндә баш ватыуында соҡонмайың, ул — һинекендә. Шулай һәүетемсә йәшәй бирәһең. Йәшәй торғас, шундай бер мәл тыуа, көтмәгәндә бығаса иғтибарыңдан төшөп ҡала килгән һәм һине уға тағы ла яҡынайтмалы һыҙаттары мәғлүм була. Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафин минең өсөн ана шундай асыш булды. Дөрөҫ, формаль яҡтан уны мин 1972 йылдан бирле белгән кеүекмен. Ни өсөн “формаль яҡтан” һәм “кеүекмен” генә? Сөнки шул йылдың сентябрендә, ауылдан килеп, мин үҙем биш йыл уҡып сыҡҡан Башҡорт дәүләт университетының башҡорт әҙәбиәте кафедраһында өлкән уҡытыусы сифатында эш башлағайным. Ул саҡта иһә йөҙөнән танымаһам да, бишенсе курста Ғиниәтулла тигән егет уҡыуын ишетеп белә инем инде. Урамдан түгел, әлбиттә. Кафедранан да сыҡмайынса ғына. Быға студент сағымдағы үҙемдең уҡытыусыларым – доцентыбыҙ Бәһиә Мәғәсүм ҡыҙы Мәғәсүмова апай менән мөдиребеҙ профессор Кирәй Мәргән – араһындағы һөйләшеү сәбәпсе булды. Ғиниәттәрҙең төркөмө педагогик практикала, имеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 453 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына