Ышаныс күрһәтелде Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Владимир Нагорный Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 500 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Орфей”лы һәм “Алтын микрофон”лы булдыҡ Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов “ТЭФИ-Төбәк” Бөтә Рәсәй телевизион бәйгеһендә еңгән һәм “Радиомания-2016” милли премияһына лайыҡ булған яҡташтарыбыҙ менән осрашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 369 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кейемдәре  ала күҙ яуын! Ошо көндәрҙә Өфөлә “Селтәр” республика башҡорт халыҡ биҙәүесе конкурсына йомғаҡ яһалды. Халыҡ ижады үҙәгенең мәҙәниәт йортона бөтә Башҡортостандан оҫтабикәләр йыйылды.

Ком: 0 // Уҡынылар: 539 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бурыстан ҡотолғаныңды  һиҙмәй ҙә ҡалырһың Кредит алырға яратаһыңмы? Был һорау артыҡ та кеүек – кредитһыҙ йәшәгән кешене осратыуы ҡыйын хәҙерге заманда. Ләкин бурысҡа алғанда матур әйбергә күҙ ҡыҙыуҙан алда аҡыл менән үлсәргә, мөмкинлегеңде самалап ҡарарға кәрәк. Был мәҡәлә шундайҙарға – ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫеүселәргә – иҫәпләнгән, сөнки күптән түгел кредит алыусыларҙың тормошон ҡатмарландырыусы закон үҙ көсөнә инде...
Ком: 0 // Уҡынылар: 488 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әҙәбиәтте йәшәтер бәйләнеш Был осрашыу әлеге өсәүҙең һәммәһенең дә күптән көтөп алынған, уға һыуһаған ваҡиғаһы ине. Унда һәр кемдең әйтер һүҙе табылды, еткерер хистәре ташты, фекере төйнәлде, һәм бына ул йылы әңгәмә йомғағы тәгәрәне. Өсәү тигәндән, ысынында улар икәү ине, өсөнсөһө берәүҙең башта тик күңелендә яралды, аҙаҡ икәү ара кәүҙәләнде, йәшәй башланы. Был осрашыуҙа ла күберәк уның хаҡында уйланылды, һөйләнелде. Өсәүҙең береһе – автор-яҙыусы, икенсеһе – уҡыусы (китап уҡыусыһы), өсөнсөһө иһә – әҫәр геройы (персонаж).
Ком: 0 // Уҡынылар: 462 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бразилияны ла уҙырбыҙ әле Төрлө ҡатмарлыҡтар тыуып тороуға ҡарамаҫтан, сусҡасылыҡтың ил аҙыҡ-түлек базаһын яҡшыртыуҙағы әһәмиәте малсылыҡтың башҡа төрҙәренән ҡайтыш түгел. Айырыуса һуңғы йылдарҙа был тармаҡта күрһәткестәр күҙгә күренеп үҫә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 466 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уртаҡ эш ырамлы 9 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан муниципаль берәмектәренең VI съезы була. Ике йылға бер ойошторолоусы ҙур форумда республиканың муниципаль берәмектәре ҡатнашасаҡ, урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре билдәләнәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 342 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бал ҡортоноң килеме бар Һуңғы йылдарҙа умартасылыҡ килемле шөғөлдәрҙең береһе булараҡ танылды.Тап шуға ла районда ҡортсолоҡҡа тотонғандарҙың арта барыуы күҙәтелә. Үткән миҙгелдә барлығы 180-200 тонна самаһы тауар балы етештерелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 464 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тракторға көрсөк нимә “Росстат” машиналар төҙөлөшө тармағына йомғаҡ яһаны. Һөҙөмтә илдә ауыр техникалар етештереү өлкәһендә заман ҡаршылыҡтарына бирешмәүен күрһәтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 429 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Наган”ды тоҫҡаныҡ, сәпкә тейерме? Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында “Тере Таҫма” кинокомпанияһы яңы кинокомедияны тамашасы хөкөмөнә сығара.
Ком: 0 // Уҡынылар: 366 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яр янында һыу һалҡын… Көтөүҙе ҡаршылап, йорт алды эштәрен тамамлап, киске ашты ашағас, ҡатын-ҡыҙҙың ғәҙәтенә инеп китте был бүрәнә башындағы йыйылыштар. Һәр кемдең ихатаһы буйында йә таҡта, йә бүрәнә, йә таш өйөлгән. Халыҡ тырышып донъя көтә башланы һуғыш афәтенән һуң. Ғәҙәтенсә, улар Тәлиғәнең ҡапҡа төбөндә йыйыла. Нисектер шулай килеп сыҡты, йор һүҙле ҡатын янына киләләр. Башта ир-ат килгеләй ине, тик бик тиҙ биҙҙеләр был йыйылыштан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 405 тапҡыр // Тотош уҡырға
Районда берәү генә Тормош юлында әллә күпме кеше менән осрашырға тура килде. Ҡайһылары өн-тынһыҙ, тыныс ҡына ғүмер кисерә, уларҙы әйләнә-тирәләге бер нәмә лә борсомай, үҙҙәренсә, һәүетемсә донъя көтә. Ундайҙар башҡа кешеләргә һис тә ҡыҙыҡ түгел. Ә икенселәре янып-ярһып, йөрәк ялҡыны менән кешеләргә йылы өләшеп, нур таратып, барыһына ла яҡшылыҡ һәм изгелек ҡылып йәшәй. Йылдар үткән һайын тап шундай йомарт күңелле, баҙыҡ хәрәкәтле, сая, сәмле замандаштар күҙ алдынан китмәй, уларҙың эш-хәрәкәте, тапҡыр һүҙе күңелдәргә уйылып ҡала, үҙең дә һиҙмәҫтән, йәнә улар менән осрашыу эҙләй башлайһың. Мәҙинә Ибраһимова менән танышыуым да эш буйынса килеп сыҡты. Әбйәлил районының “Пчелка Майя”һы хаҡында мәҡәлә яҙырға тәҡдим иткәстәр, геройымды оҙаҡ эҙләргә лә тура килмәне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 377 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йыраҡ юл яҡындан башлана Һәр беребеҙ ялын үҙенсә ойоштора. Кемдер донъя буйлап сәфәр сығырға ярата, икенселәр ял йорттарына ашыға, баҡсаһында бикләнеп ятыусылар ҙа етерлек, ата-әсәһе янына ҡайтып, туған-тыумасаһы менән осрашып күңелен йыуатыусылар хаҡында әйтәһе лә түгел. Ульяновск ҡалаһына юл төштө. Бәй, тимәк, Волга буйы беҙҙе көтә. Форсаты сығып тора, ата-бабаларыбыҙ төйәк иткән биләмәне тағы ҡасан барып күрәм әле. Таң ҡалырлыҡ бит – башҡорттар Волга йылғаһынан алып Тоболға тиклем йәйелгән күҙ күреме етмәҫлек ерҙәргә хужа булһынсы!
Ком: 0 // Уҡынылар: 377 тапҡыр // Тотош уҡырға
Клуб ишеге ябылмай Яңы Усман ауылындағы мәҙәниәт йорто был айҙа ла, ғәҙәттәгесә, гөрләп торҙо. Халыҡтың рухи-мәҙәни ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында бында төрлө түңәрәктәр, үҙешмәкәр сәнғәт коллективтарының репетициялары ойошторола, осрашыуҙарға һәм кисәләргә әҙерлек бара бит. Әле генә Әсәйҙәр көнө уңайынан матур байрам үткәрелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 725 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй 2016 йылда ҡара күмер сығарыу күләмен һиҙелерлек арттырҙы. Энергетика министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йыл ахырына шахтерҙар 390 миллион тонна антрацит биреп, уның 165 миллион тоннаһы экспортҡа оҙатыласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 287 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына