Ҡатын-ҡыҙға ярҙам иткән кеше бар донъяға ярҙам күрһәтә... Өфөлә “Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы. Сикһеҙ мәрхәмәтлек” тип аталған халыҡ-ара форум башланды. Рәсәй Федерация Советы, Башҡортостан Хөкүмәте, “Мәрхәмәт” хәйриә фонды ойошторған йыйын – II Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумына әҙерләнеү сиктәрендәге иң ҙур сараларҙың береһе, унда ике тиҫтәгә яҡын илдән, Рәсәй төбәктәренән 400-ҙән ашыу делегат килгән. Мәртәбәле сараның эшендә Рәсәй Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Галина Карелова, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, республиканан сенатор Лилиә Ғүмәрова һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 378 тапҡыр // Тотош уҡырға
Телле итһәк тә,  телһеҙ ҡалдырһаҡ та – үҙебеҙҙән 2016/17 уҡыу йылына төрлө борсолоу, тулҡынланыу аша килеп индек. Мәктәп… Төрлө телдә төрлөсә әйтелһә лә, белем усағы булараҡ, ул һәр кемдең күңелендә мәңгегә ҡала. Киләсәк быуындар ҙа шулай ҡабул итерме уны?
Ком: 0 // Уҡынылар: 424 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тормошта һәр күренештең кәм тигәндә лә ике яғы бар, йәғни ыңғай һәм кире эҙемтәләре. Ҡайһы берҙәренең тиҙ арала күренә-һиҙелә һалып бармауы ла ихтимал. Әҙәм балаларының күбеһенә иһә бөгөнгөһө ҡиммәтерәк һәм улар, оҙаҡ баш ватып тормаҫтан, йыш ҡына юлдың иң еңелен һайлаусан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туған телдә уҡытыуға бәйле мәсьәләләрҙә лә тап шулай. Эштә лә, урамда ла, хөкүмәт, йәмәғәтселек, мәғариф, мәҙәниәт, сәнғәт һәм башҡа ойошмаларҙа урыҫ теленә генә өҫтөнлөк бирелгәндә (үҙебеҙ ҙә: “Шулай булды, шулай бара инде”, – тип килешеп йәшәгәндә), күпселек ҡатмарлы проблеманы ла анһат ҡына хәл итергә ынтыла. Ә бит йөҙәр йыллыҡ тәжрибәгә нигеҙләнгән атай-олатайҙарыбыҙ тикмәгә генә, бер ҡыйындың – бер рәхәте, бер рәхәттең – бер ҡыйыны, тип әйтмәгәндер, моғайын. Әйҙәгеҙ, ана шул “ҡыйын” менән “рәхәт”те, йәғни проблеманың ыңғай һәм кире яҡтарын барлап ҡарайыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 480 тапҡыр // Тотош уҡырға
“КӨТӨР КЕШЕМ БАР МИНЕҢ…” Бынан сирек быуат элек Стәрлетамаҡ башҡорт театры үҙ эшен Дулат Исабековтың нәҡ ошо исемдәге спектакле менән башлап ебәрә. Репертуар шишмәһенән хәтерҙә уйылған был һүҙҙәр артабан инде коллективтың бар булмышына берегә – Стәрлетамаҡта ғына түгел, бихисап тарафта уның миҙгелдән-миҙгелгә спектаклдәрен көтөр тамашасыһы бар! Ә ижади мөхит өсөн бынан да юғары баһа буламы икән?! Театрҙың бормалы-бормалы ижад юлы, тамашасыһы алдындағы тоғролоғо һәм башҡа үҫеш баҫҡыстары хаҡында коллективтың художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илһам Ринат улы РӘХИМОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 441 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йылы мөхиттә – йылы осрашыу Зәйнәб Биишева – минең өсөн туған әҙәбиәтемдә бөтә мәғәнәлә лә “беренсе”. Әҙибә ижадының алтын фонды – “Яҡтыға” трилогияһы менән башланғыс синыфтарҙа уҡығанда уҡ танышҡайным. Беренсе тапҡыр уҡыған өс роман булып ҡына түгел, ә унда һүрәтләнгән тарихи ваҡиғаларға тәүге ҡараш, беренсе яратҡан геройҙарым, әҫәрҙән алынған беренсе тетрәндергес тойғолар булып хәтерҙә уйылып ҡалды был әҫәр. Гүйә, Емеш менән бергә ҙурайҙым, бергә хәсрәтләндем, бергә ҡыуандым, бергә юғары үрҙәргә ынтылдым. Шуға ла әҙибә йәшәгән һәм ижад иткән фатирға, Зәйнәб Биишеваның улы Тельман Ғәзиз улы Әминев менән осрашыуға ашҡынып барҙым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 528 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡ-ара Көньяҡ Урал –Ҡырым китапханасыларының осрашыуы Ялтаның А. Чехов исемендәге үҙәк китапханаһында башланды. Уның мөдире урындағы башҡорт йәмғиәте вәкилдәренең был сарала ҡатнашыуын үтенгәс, беҙ бик шатланып риза булдыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 397 тапҡыр // Тотош уҡырға
Вилүрәнең сираттағы уңышы Башҡорт режиссеры Вилүрә Иҫәндәүләтованың “Тәүбә” фильмы (сценарий авторы – Мәғәфүр Тимербулатов, продюсеры – Азамат Хужәхмәтов) Абхазияның баш ҡалаһы Сухумиҙа 19-24 ноябрҙә уҙғарыласаҡ Х “Кунаки” Бөтә Рәсәй асыҡ кино һәм телевидение фестиваленең конкурс программаһына индерелде. Был турала “Башҡортостан” киностудияһы мөхәррире Дамир Йосопов хәбәр итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 325 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда тыуған йондоҙҙар Өфөлә З. Исмәғилев исемендәге III Халыҡ-ара музыкант-башҡарыусылар конкурсында еңеүселәр асыҡланды. Бәйгенең төп бүләгенә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Рәсәй һәм Европа сәхнәләрендә сығыш яһаған виолончелист Рөстәм Хәмиҙуллин лайыҡ булды. Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, еңеүсене асыҡлау баһалама комиссияһына әллә ни ҡыйын булманы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 368 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡатын-ҡыҙҙың бөтә матурлығы – әсә булыуҙа Тиҙҙән Әсәйҙәр көнө етә. Яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, күңел матурлығын юғалтмай, тирә-яғындағыларға тик изге тойғолар ғына өләшеп йәшәгән, балаларына оло терәк булған әсәйҙәр оло хөрмәткә лайыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 549 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сер пәрҙәһен бер аҙ асып... “Һәр кеше, һәр халыҡ үҙенең тарихи үткәнен белергә, уға таянып тәжрибә тупларға теләйҙер. Был йәһәттән антропология ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Ул боронғо тарих, археология һәм этнография буйынса беҙҙе ҡыҙыҡһындырған байтаҡ һорауҙарға яуап бирә, тарихты күҙалларға ярҙам итә. Үткән хәл-ваҡиғаларҙы – балауыҙҙан яһалған һындар музейы, ә антропологты һөйәк, һөлдәләрҙе өйрәнеүгә мөкиббән, әммә ҡоро, теүәллекте яратҡан кеше тип ҡабул итһәк, күҙ алдыбыҙға ул ысынлап та сәйер әҙәм, анахорет булараҡ баҫа. Әммә мин ундай бер генә антропологты ла осратҡаным юҡ...” – тип яҙған совет антропологы һәм тарихсыһы Валерий Алексеев.
Ком: 0 // Уҡынылар: 315 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәтерләүе еңел: бер, бер, ике Күптәр “Ҡотҡарыу хеҙмәте 112” тигәнде ишетеп кенә беләлер. Ғәмәлдә был муниципаль ҡаҙна учреждениеһы байтаҡ йылдар эшләп килә һәм, телефондан 112 һанын йыйып, “ҡотҡарығыҙ!” ауазы сығыу менән ярҙамға сығып китергә әҙер. Ошо көндәрҙә был хеҙмәттең мәғлүмәт-диспетчер үҙәгендә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе тиҙ арала бөтөрөү сараларына арналған күнекмә үткәрҙеләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 236 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республикабыҙҙа ҡайһы бер эшҡыуарҙар урындағы халыҡты йылға-күлдәргә яҡын ебәрмәй. Шаран район прокуратураһы граждандарҙың һыу объекттарынан ирекле файҙаланыу хоҡуғын судта яҡлап сыҡты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 228 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тарих һөйләй изге НАРЫҪТАУ Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Миәкә районындағы бер аҙналыҡ фольклор-этнографик экспедицияһы халҡыбыҙҙың рухи йәдкәрен ҡәҙерләп һаҡлаған Илсеғол, Нарыҫтау, Ҡаран-Ҡунҡаҫ, Күл-Ҡунҡаҫ ауылдарындағы оло быуын кешеләре менән ихлас аралашыуҙарға ҡоролдо, һөҙөмтәлә бай тәьҫораттар тупланды. Шулай ҙа яҙып-йыйып бөтөлмәгән ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бихисап. Ер-һыу атамалары, изге һәм тарихи урындар хаҡында халыҡ һөйләгәндәрҙе зиһендәргә һеңдереп, аҡ ҡағыҙға теркәйбеҙ. Ошо рухи ынйыларҙың ҡайһы берҙәре менән уртаҡлашмаҡсыбыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 755 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Хевел” компанияһы Көйөргәҙе районында Бөгөлсән ҡояш электр станцияһының өсөнсө сиратын файҙаланыуға тапшырҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 213 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бабич һөйәктәрен ҡәҙерләп ерләгән ғалим Ринат ағай менән яҡындан аралашҡаным булманы. Әммә Йылайыр ерендә Шәйехзада Бабичты ҡайтанан ерләү саралары башланыр алдынан башҡорт зыялылары, уның юғары профессиональ кимәленә ышанып, был көндө ниндәйҙер тәрән тетрәнеү менән көттө. 2007 йылдың ғинуарында булған ваҡиғалар Башҡортостан тарихына күҙ йәше менән дә яҙылыр, сөнки, әйтерһең, тере шағирын һуңғы юлға оҙатҡандай, көндөң буранлы, елле булыуына ҡарамаҫтан, колонналар булып теҙелеп килгән ғәм халыҡты шағир рухы, уға мөхәббәт тойғоһо берләштерҙе. Был сараның башында торған күренекле ғалим, шағирҙың аҫыл һөйәктәре хаҡында һуңғы һүҙҙе әйткән кеше Ринат ағай Йосопов булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 285 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 22 Алға
Бит башына