Бүздәк уттары балҡый Бай тарихҡа эйә Бүздәк РЭС-ы коллективы алдында ҡуйылған төп бурыс булып ҡулланыусыларҙы тотороҡло рәүештә электр энергияһы менән тәьмин итеү тора. Ут район буйынса 346 предприятие һәм ойошма, учреждениеға бирелә, шәхси секторҙа 12 407 көнкүреш абоненты иҫәпләнә. Был йәһәттән РЭС үҙ йөкләмәләрен тулы күләмдә һәм тотҡарлыҡһыҙ үтәп килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 435 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эскең килһә, утын яр... Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында тормош ауырлыҡтарына сыҙай алмай эскелеккә һабыштым. Тәүҙә әллә ниҙә бер шулай “онотолһам”, һуңынан йышайҙы. Айҙар буйы хәмер һемерҙем, көс-хәл менән айнығып, һуңғы эсә башлауымдан әллә күпме аҙна үтеп китеүенә аптырай торғайным...
Ком: 0 // Уҡынылар: 429 тапҡыр // Тотош уҡырға
Томан артында ниҙәр бар? Кешеләрҙең урамға сыҡҡан ерҙәренән эҙһеҙ юғалыуы хаҡында әленән-әле ишетелеп тора. Бер йылы уларҙың Рәсәй буйынса һаны хатта 103 меңгә еткән. Имеш, ҙур ғына ҡала халҡы шулай донъя мәшәҡәттәренән ҡасып, томан артындағы ниндәйҙер әкиәт иленә юлланған. Тик ундай мөмкинлек булһа, бөтәһе лә шунда күсенеп бөтөр ине, моғайын...
Ком: 0 // Уҡынылар: 419 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ожмах сәскәләрен тәрбиәләү серҙәре Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм балаларҙы был тормоштоң ожмах сәскәләре тип атаған, һәр саҡ сабыйҙарға ихтирамлы булған. Уларҙы айырмай, бөтәһенә лә бер тигеҙ ҡараған, бәләкәстәр менән шаярырға, уйнарға яратҡан. Өфө ҡалаһынан Илмира Арыҫланова ла тәрбиә эшендә хәҙистәргә таяна. Хоҙай Тәғәлә уға береһенән-береһе матур бер ҡыҙ һәм ул бүләк иткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 454 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҡын кешең терәк булһа,  үрҙәр ҙә һөҙәк кеүек Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында – байрам сараһы. Яңы эш башлаған хеҙмәткәрҙәр тантаналы рәүештә ант бирә. Кисә алдынан хөкөм һөргән ығы-зығынан бер аҙ албырғап ҡалған ике әсәйҙең урыны түрҙә. Ҡулдарындағы рауза сәскәләренең таждарын бармаҡ остары менән генә һыйпап, наҙ тулы ҡараштарын ҡыҙҙарына һирпеп алалар. Шулай булмай ни! Төн йоҡоларыңды йоҡламай үҫтергән балаңдың уңышы үҙеңдекенән күпкә татлыраҡ тойола бит.
Ком: 0 // Уҡынылар: 452 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙен ҙур тотҡан түрәнең һуңғы көнө хур булыр Ҡырҡ биш йыл әүәл Никита Хрущев баҡыйлыҡҡа күсте. Был ваҡытта уға 77 йәш тулып уҙғайны. Хәҙерге заманда йәшәүселәр был исемде, бәлки, онотҡандыр ҙа. Ләкин тарих һандығы иркен, унда яҡшы менән яманға ла, батыр менән бахырға ла урын табыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 488 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күҙ төбәп торған ерҙәре – Башҡортостан “Бөтә Ер шарында уларҙың күҙ төбәп торған бүтән ере юҡ, иле юҡ... Бына ошо беҙ генә, Башҡортостан ғына...” – тип һүҙен тамамланы Алһыу Рамаҙан ҡыҙы Сирғәлина. Күҙемә йәш алып тыңланым әңгәмәне, уны һеҙгә лә тәҡдим итәм. Күптән түгел генә Үзбәкстанда йәшәгән милләттәштәребеҙ Баш­ҡортостан Республикаһы көнөн уҙғарғайны. Ошо уңайҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты вәкилдәре Ташкентҡа барып, милләттәштәр менән осрашып, эш сәфәрендә йөрөп ҡайтты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 328 тапҡыр // Тотош уҡырға
Милләт зыялыһы  өнһөҙ ҡалмаҫБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡортостанда бер нисә төбәк ойошмаһы булдырылыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Ноябрҙә Нефтекамала уҙған ултырышҡа Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Краснокама, Тәтешле, Саҡмағош, Яңауыл райондары, Ағиҙел, Нефтекама ҡалалары, Пермь өлкәһе, Удмурт Республикаһы вәкилдәре саҡырылды. Билдәле сәбәптәр арҡаһында Төньяҡ төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы советының ултырышында ҡайһы бер төбәктәрҙән ҡатнашыусылар булманы, әммә ул ғына йыйындың тулы ҡанлы үтеүенә йоғонто яһай алманы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 506 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Яңғыҙҙарға ярҙам итке килә” Элегерәк һәр урында тиерлек яҡшы дан алған димселәр булған. Ә бына буйҙаҡтар, кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар һирәк осраған. Бөгөн нимә күрәбеҙ: айырыуса ауылдарҙа ир-ат өйләнә һалып бармай, яңғыҙ ҡыҙҙар ҙа быуа быуырлыҡ. Тәүгеләре, ҡыҙҙар юҡ бит, тип аҡланһа, һуңғылары йүнле егеттәрҙең аҙлығына һылтана. Ғаилә ҡормау, уны тиҙ тарҡатыу йәмғиәттең бер бәләһенә әйләнеп бара. Димсе тигән бик тә кәрәкле “һөнәр”ҙе ҡайтанан тергеҙеү талап ителә түгелме?
Замана яңғыҙаҡтары проблемаларына битараф булмағандар бар ул бөгөн. Шундайҙарҙың береһе – Белоретта йәшәгән Айгөл Ниғмәтуллина. Ул ойошторған “Аулаҡ өй” клубы биш йыл эсендә 260-ҡа яҡын парҙы ҡауыштырып, никахлы иткән. Димсе Көньяҡ Урал райондарында әүҙем эшләй, хатта Ғафуриҙан, Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһынан да клуб эшенә ҡыҙыҡһыныу белдереп, ҡушылыусылар бар икән. “Беҙҙең клуб үткәргән сараларҙа танышып ҡауышыусыларҙың туйҙарында ҡатнашабыҙ, һәр 50-се парға алтын балдаҡ та алып бирәбеҙ. Хәҙер һәр 25-се парға бүләк итергә уйлап торабыҙ. Бәпес туйҙары үткәрәбеҙ. Теләгебеҙ – яңғыҙаҡтар кәмеһен, өлгөлө ғаиләләр артһын, халҡыбыҙ ишәйһен. Киләһе йылдың 14 февралендә беҙҙең “Аулаҡ өй”гә биш йыл була. 300-ләп кисә үткәрҙек, Аллаға шөкөр, парһыҙҙарға ярҙам итеү йәһәтенән эшебеҙ алға бара”, – ти Айгөл Ниғмәтуллина. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән булдырылған “Башҡорт ғаиләһе” ассоциацияһы етәксеһе итеп тә һайланды ул. Кешегә уңышлы булыу өсөн нимә кәрәк, тигән һорауҙы ла бирҙек Башҡортостандың иң шәп димсеһенә. Түбәндә уның яуаптары.
Ком: 0 // Уҡынылар: 368 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт бөтмәһен тиһәң, башҡорт ит һин балаңды Матур тормошта йәшәйбеҙ, Аллаға шөкөр. Көрсөк, һынылыш осоронда ла республикабыҙҙа тормош ҡайнап тора, эшләйем тигән көслө рухлы кеше эшен дә, донъя көтөргә яйын да таба. Рухты үҫтереү, илһөйәрлекте нығытыу өсөн ойошторолған сараларҙың да иҫәбе-һаны юҡ. Әле яңы ғына районда билдәле сәсән Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев-Балапановтың тыуыуына 235 йыл тулыуға арналған сәсәндәр бәйгеһе үтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 602 тапҡыр // Тотош уҡырға
Изгелеккә, матурлыҡҡа юл – әҙәбиәттән
Бөгөн Б. Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда Башҡортостан Яҙыусылар союзының йыллыҡ йыйыны уҙғарыла. Ошо уңайҙан Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова менән яҙыусының бурысы, быуындар бәйләнеше, совет осоро һәм бөгөнгөбөҙ хаҡында әңгәмәләшәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 526 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ural Batyr  төрлө телдә һөйләшә Башҡорт, татар, рус, сыуаш, мари, инглиз, немец, француз, испан, грек, вьетнам, азербайжан, төрөк... Шунса телдә яңғырай хәҙер беҙҙең “Урал батыр” эпосы! Ысынлап та, үлемһеҙ ҡомартҡы ул. Иң тәүҙә шуға аңлатма биреп киткем килә: “Урал батыр” эпосын башҡарыусыларҙың VII республика конкурсы башланыр алдынан бәхәс сыға яҙып ҡуйҙы: ни өсөн башҡортса ятлаған балалар һаны сикле, ниңә башҡортса ятлағандарға, имеш, мөнәсәбәт тейешле кимәлдә түгел?
Ком: 0 // Уҡынылар: 507 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иң бөйөк, иң мәңгелек хис “Әсәлек хисе, әсәлек ғорурлығы – йәшәйештең асылы, моғайын, ул – кешелек таңында уҡ тыуған иң изге, иң бөйөк, иң мәңгелек хистәрҙең береһе”, – тигәйне Сабир Шәрипов. Эйе, һәр кемдең тормош юлы әсәләрҙән башлана. Яҡты донъяға ауаз һалыу менән, баланы күпселек әсә кеше ҡурсалай, аяҡҡа баҫтыра, тәрбиәләй. Үҙен уратып алған мөхит менән таныштыра, фекерләү ҡеүәһен үҫтерә, дөрөҫ юл күрһәтә, хеҙмәткә күнектерә. Уның дуҫына, серҙәшенә әйләнә. Ауырлыҡтар алдында бөгөлөп, юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтә. Әсә күңеленән киң һәм уға тиң нәмә юҡ. Ана шундай изге күңелле, аҡыллы, егәрле, уҡымышлы әсәләрҙең береһе хаҡында был мәҡәләм.
Ком: 0 // Уҡынылар: 424 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иҫтәреңә төшһәм, һыу һип, әсәй, мин ултыртҡан тамсы гөлдәргә...
Алһыу ҡыҙыл күҙ йәштәрен түгеп,
Һаубуллаша тамсы гөлдәре.
Әйтерһең дә, улар әсәйемдең
Тын моңһоулыҡ тулы күҙҙәре.
Ком: 0 // Уҡынылар: 494 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кендектәр илендәге байрам
Мәҙәк итеп ҡарап торҙом
Кескәй генә ҡырмыҫҡаға:
Йөк күтәреп сығып бара
Азиянан Европаға,

– тип яҙғайны үҙенең киң билдәле шиғырында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим. Бына инде бер нисә йыл рәттән Өфөләге әҙип исемен йөрөткән 158-се башҡорт гимназияһында “Мостай уҡыуҙары” тип аталған әҙәби-ижади конкурс уҙғарыла. Унда уҡыусылар ҙа үҙҙәрен нәҡ ана шул ҡырмыҫҡалай тота тиһәк, һис хата булмаҫ, сөнки әҙәбиәт ғилеме, хис-тойғоларын ҡағыҙға төшөрөү, фоторәсемдәр һәм видеояҙмалар яһау буйынса ана ниндәй оҫталыҡ күрһәткән улар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 436 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 22 Алға
Бит башына