Бында бәхет өләшәләр Әсәләр көнө алдынан республикала ҙур, әһәмиәтле сара булып уҙҙы: баш ҡалала Республика перинаталь үҙәгенең яңы акушер-неонаталь корпусы асылды. Башҡортостанда медицина ярҙамы күрһәтеүҙе яңы кимәлгә күтәргән мөһим сарала Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, төҙөлөштөң заказсыһы – “Ростех” дәүләт корпорацияһының генераль директоры Сергей Чемезов ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 283 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бына 24 йыл инде ул кешеләрҙе айыҡ тормошҡа йәлеп итеү йәһәтенән халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт итә. Нәҡ уға бөтә планетанан сәләм юллайҙар. Рәхмәт һүҙҙәре генә лә 400 битлек китапҡа һыйған. Аҙнаһына 53 меңгә яҡын кеше уның сәхифәһенә инеп, тән һәм йән сихәте ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 389 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡәҙерле атайыбыҙҙы 75 йәше менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлап
Стәрлебаш районының Ибраҡай ауылында йәшәгән ҡәҙерле атайыбыҙҙы – Басир Ғәлиулла улы ҒӘЛИЕВте күркәм юбилейы – 75 йәше менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ! Хоҙай һине сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, ҡартлыҡ бәхетенән айырмаһын. Ҡартайған көнөңдә балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең шатлыҡтарын уртаҡлашып, ҡәҙер-хөрмәт күреп, беҙгә терәк булып, оҙаҡ йәшә. Һин булғанға беҙгә тыныс, донъя бөтөн.
Ком: 0 // Уҡынылар: 386 тапҡыр // Тотош уҡырға
– “Өй” һүҙенең “өйөү”ҙән алынғанлығына ныҡлы инандыҡ хәҙер: йортобоҙҙо һала башлағандан бирле бөтөн иғтибарҙы уға бүләбеҙ. Хатта күсенеп сыҡҡас та Ҡөрьән уҡытырға ваҡыт табып булмай. Ундай ҡунаҡ йыйырға аҡса ла етмәй. Ә яңыраҡ көҙгөбөҙ эленеп торған ерендә буштан-буш сатнағас, күңелемдә хәүеф, ҡурҡыу барлыҡҡа килде. Нилектән икән был, Нурмөхәмәт хәҙрәт? Ҡөрьән уҡытмағанданмы?
Ә. РАХМАНОВА.
Иглин районы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 376 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәңгелдәге һаман өрлөктә Абруйлы яҡташыбыҙ, арҙаҡлы ғалим Әхмәт Сөләймәнов әсәйемдең бер туған ҡустыһы булды. Мәңге һоҡландырыр йөҙйәшәр ҡарағайҙай ине лә... Ҡапыл ауҙы... Илай-илай ағайым тураһындағы яҙмаларҙы барлайым. Бына әсәйем мәрхүмәнең үткән быуатта “Таң” гәзитендә баҫылған мәҡәләһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 325 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бүздәк уттары балҡый Бай тарихҡа эйә Бүздәк РЭС-ы коллективы алдында ҡуйылған төп бурыс булып ҡулланыусыларҙы тотороҡло рәүештә электр энергияһы менән тәьмин итеү тора. Ут район буйынса 346 предприятие һәм ойошма, учреждениеға бирелә, шәхси секторҙа 12 407 көнкүреш абоненты иҫәпләнә. Был йәһәттән РЭС үҙ йөкләмәләрен тулы күләмдә һәм тотҡарлыҡһыҙ үтәп килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 274 тапҡыр // Тотош уҡырға
Эскең килһә, утын яр... Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында тормош ауырлыҡтарына сыҙай алмай эскелеккә һабыштым. Тәүҙә әллә ниҙә бер шулай “онотолһам”, һуңынан йышайҙы. Айҙар буйы хәмер һемерҙем, көс-хәл менән айнығып, һуңғы эсә башлауымдан әллә күпме аҙна үтеп китеүенә аптырай торғайным...
Ком: 0 // Уҡынылар: 305 тапҡыр // Тотош уҡырға
Томан артында ниҙәр бар? Кешеләрҙең урамға сыҡҡан ерҙәренән эҙһеҙ юғалыуы хаҡында әленән-әле ишетелеп тора. Бер йылы уларҙың Рәсәй буйынса һаны хатта 103 меңгә еткән. Имеш, ҙур ғына ҡала халҡы шулай донъя мәшәҡәттәренән ҡасып, томан артындағы ниндәйҙер әкиәт иленә юлланған. Тик ундай мөмкинлек булһа, бөтәһе лә шунда күсенеп бөтөр ине, моғайын...
Ком: 0 // Уҡынылар: 281 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ожмах сәскәләрен тәрбиәләү серҙәре Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм балаларҙы был тормоштоң ожмах сәскәләре тип атаған, һәр саҡ сабыйҙарға ихтирамлы булған. Уларҙы айырмай, бөтәһенә лә бер тигеҙ ҡараған, бәләкәстәр менән шаярырға, уйнарға яратҡан. Өфө ҡалаһынан Илмира Арыҫланова ла тәрбиә эшендә хәҙистәргә таяна. Хоҙай Тәғәлә уға береһенән-береһе матур бер ҡыҙ һәм ул бүләк иткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 311 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҡын кешең терәк булһа,  үрҙәр ҙә һөҙәк кеүек Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында – байрам сараһы. Яңы эш башлаған хеҙмәткәрҙәр тантаналы рәүештә ант бирә. Кисә алдынан хөкөм һөргән ығы-зығынан бер аҙ албырғап ҡалған ике әсәйҙең урыны түрҙә. Ҡулдарындағы рауза сәскәләренең таждарын бармаҡ остары менән генә һыйпап, наҙ тулы ҡараштарын ҡыҙҙарына һирпеп алалар. Шулай булмай ни! Төн йоҡоларыңды йоҡламай үҫтергән балаңдың уңышы үҙеңдекенән күпкә татлыраҡ тойола бит.
Ком: 0 // Уҡынылар: 297 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 33 Алға
Бит башына