Азатлыҡ таптырғанда бурысыңды ла онотма Конституция – һәр дәүләттең төп законы. Рәсәйҙә уның субъект­тары булып торған республикаларҙың да үҙ конституциялары бар. Илдеке булғас, улар һәр төбәккә лә кәрәкме? Бөгөн был төп ҡанун йәмғиәт тормошонда ниндәй роль уйнай? Уны үҙгәртеү мотлаҡмы? Күптән түгел Өфөлә булып уҙған Бөтә Рәсәй конференцияһы ошо һорауҙарға яуап эҙләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 236 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әсә хәстәре хәсрәттән ҡурсалай Билдәле шағир Риф Мифтаховтың күптәргә таныш тос шиғыр юлдары бар: «Әсә мөхәббәте ҡояштан ҡайнар, йондоҙҙарҙан бейек, диңгеҙҙәрҙән тәрән бит ул!» Бындай сағыштырыу менән бәхәсләшеү ҡыйын, унан тыш, әсәләр иңенә бала бағыу ғына түгел, ир ҡарау, ғаилә мәшәҡәттәрен теүәлләү, етмәһә, эшләп тә йөрөү кеүек бөтмәҫ-төкәнмәҫ донъяуи вазифалар һалынған. Рухи мәркәзебеҙҙең һағында ла – әсәләр, улар милләт киләсәген тәрбиәләй, халҡыбыҙҙы данлар ул-ҡыҙҙарҙы бәпләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 356 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бына күрерһегеҙ, ул атлаясаҡ!
...Редакцияға уңайһыҙланып ҡына һылыу йөҙлө, һомғол буйлы ҡатын килеп инде.
– Мин Юлиә, Раушанияның әсәһе, – тип таныштырҙы ул үҙен.
Һағышлы ҡарашынан, борсоулы хәрәкәттәренән уны беҙгә ниндәйҙер ихтыяж, бәләкәй булмаған бәлә, бәлки, аяныс та килтергәнен аңлап була ине...
Ком: 0 // Уҡынылар: 333 тапҡыр // Тотош уҡырға
Икмәк ниңә тәмһеҙ? Бала саҡтағы күпереп бешкән әпәкәйҙең тәме мәңге тел осонда. Әле һатыуҙа шул мәлдәрҙе иҫкә төшөрөрҙәй икмәк эҙләйбеҙ ҙә... таба алмайбыҙ. Ни өсөн?..
– Хәҙер икмәкте әллә нисек бешерәләр. Ҡайһыһына бысаҡ тейҙерер әмәл юҡ, ҡойола башлай. Элек ашап туйғыһыҙ була торғайны… Ысынлап та, сауҙа кәштәләре икмәктең һәр төрлөһөнән һығылып торһа ла, күңелгә ятҡанын табыуы ҡыйын. Берәүҙәре икенсе көнгә үк күгәрә башлай, икенселәре ауыҙға алғыһыҙ тәмһеҙ.
Ком: 2 // Уҡынылар: 694 тапҡыр // Тотош уҡырға
Силәбелә ауыл халҡы һәм уҡыусылары араһында рус шашкаһы буйынса Бөтә Рәсәй беренселеге уҙҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 274 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йөрөгән таш шымара... Атай-олатайҙарыбыҙ бер ҙә юҡҡа ғына шулай тимәгән икән: бер урында ултырып мүкләнеп кителгәнен кеше үҙе тоймай шикелле. Быйыл, Башҡорт Википедияһы ирекмәне булараҡ, Янғантауҙа үткән семинарҙа, йәйгеһен Бөрйән районында Шүлгәнташта “Йәйләү-2016” сараһында, Ижевскиҙағы вики-семинарҙа ҡатнашыу күңелдә ятҡан осҡондо дөрләтеп, яңы офоҡтар асты, тиер инем. Ә Рәсәйҙең төньяҡ баш ҡалаһы Санкт-Петербург ҡалаһында
10-сы юбилей конференцияһында ҡатнашыу яңы проекттар өсөн этәргес булыуы менән дә айырылып торҙо.
Ком: 1 // Уҡынылар: 615 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уйламағанда көйәрмәндең кәйефен төшөрә лә ҡуя юлаевсылар. «Витязь» шул хәтлем ҡеүәтле команда ла түгел. Әммә тап ошо осрашыуҙа өс мәрәйҙе юғалттыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 280 тапҡыр // Тотош уҡырға
Торлаҡ-коммуналь хужалығының дәүләт мәғлүмәт системаһына (ТКХ ДМС) Башҡортостан 2017 йылдың урталарында тоташтырыласаҡ. Унда халыҡ үҙенең идарасыл ойошмаһы, йорт буйынса күрһәтелгән хеҙмәттәр, уларҙың хаҡы, тәьминәтселәр иҫәбе, ҡулланылған энергия һәм йыйылған бурыс хаҡында белешмә ала аласаҡ. Фатирға түләүҙә сайт аша ла иҫәпләшергә мөмкинлек тыуасаҡ. Ҡыҫҡаһы, барлыҡ мәғлүмәт көҙгөләге кеүек күренеп торасаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 254 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Президенты Хөкүмәт ағзалары менән үткәргән кәңәшмәлә иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Евгений Елин коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың бюджет аҡсаһынан файҙаланыуы йәһәтенән Башҡортостанды лидер тип атаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 215 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һары ла майҙа ҡояш сағыла... Көнбағыштың ҡояштай балҡып торған сәскәһе күптән инде илебеҙҙең бер символына әүерелгән, ә уның орлоғонан һығып алынған һарғылт төҫтәге хуш еҫле майһыҙ аш-һыу әҙерләүҙе күҙаллап та булмай. Уның кеше организмы өсөн файҙаһы ла баһалап бөткөһөҙ, составындағы минераль матдәләр, кислоталар, витаминдар һаулыҡ нығытыу өсөн генә түгел, ә, ғөмүмән, йәшәү эшмәкәрлеге өсөн кәрәк. Шуныһы ҡыуаныслы: халыҡ араһында ҙур ихтыяж менән файҙаланған ризыҡтың магазин кәштәләрендә төрҙәре бихисап булһа ла, Башҡортостандың үҙендә юғары сифатлы май етештереүсе предприятиеның тауарын халыҡ яратып һатып ала. Һүҙебеҙ – Шишмә ҡасабаһында урынлашҡан май етештереү заводы хаҡында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 288 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 33 Алға
Бит башына