“Уртаҡ маҡсаттарға мотлаҡ өлгәшербеҙ”
9 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 36-сы ултырышында Башҡортостан Республикаһы Башлығының Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны.
Ком: 1 // Уҡынылар: 888 тапҡыр // Тотош уҡырға
Зәки Вәлиди – мәшһүр ғалим, алдынғы сәйәсмән
2008 йылда Мәскәүҙә булды был хәл. Элекке СССР дәүләттәренә ҡараған Яҙыусылар союзы ағзалары ҡатнашлығында халыҡ-ара форумға йыйылғанбыҙ. Башҡортостандан икәнлегебеҙҙе белеп, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, үзбәк, ҡарағалпаҡ милләте вәкилдәре: “Зәки Вәлидиҙең Ватанынан!” – тинеләр тәрән ғорурлыҡ менән.
Нуғай телле Ҡабарҙа-Балҡар халыҡ яҙыусыһы Иса Капаев айырыуса ҙур иғтибар бүлде: “Зәки Вәлидиҙең ҡыҙы бит улайһа һин!” – тип ебәрҙе хатта. Әлбиттә, уңайһыҙланыуҙың сиге булманы: “Туғандар түгел беҙ”, – тип аңлатырға тырыштым. Ул үҙ сиратында: “Вәлидиҙе биргән милләттең һәр балаһы бер-береһенә туған!” – тип ҡабатланы. Ул шундай ҙур ғорурлыҡ, атаҡлы ғалимдың нуғай халҡы тарихын ентекле өйрәнеүенә тәрән ихтирам тойғоһон белдерҙе. “Нәзмиә ханым ҡара нуғай бит.
Шулай булғас, Зәки Вәлиди беҙгә еҙнә була әле ул!” – тине хатта Иса. Бына шулай Башҡортостаныбыҙҙан ситтә лә беҙҙе ошо ерҙең даһи улдарының эшмәкәрлеге, фиҙакәрлеге ҡурсалауын тойҙом.
Ком: 0 // Уҡынылар: 499 тапҡыр // Тотош уҡырға
Финанстар ҡиблаһы үҙгәргәндә…
Яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең Үҙәк банкы рәйесе Эльвира Нәбиуллина Дәүләт Думаһының сираттағы ултырышында яһаған ҡәтғи белдереүе менән күп аналитиктарҙы һағайтып, борсоуға һалды. Комментаторҙарҙы иң ныҡ уйландырғаны – сығышта ниндәй ҙә булһа үҫеш стратегияһы элементтары тәҡдим ителмәүҙә. “Киләһе өс йылда иҡтисадта етди үҙгәртеп ҡороу күҙалланмай. Үҙәк банк алдында торған төп мәсьәлә – Рәсәй иҡтисадының яңы шарттарға яраҡлашыуы, эске инвестициялар сығанаҡтары формалашыуы өсөн тотороҡло финанс шарттары булдырыу” – сығыштың асылын ошо ҡыҫҡа ғына тезис тәшкил итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 428 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тире-венерология сирҙәре милләтте түлһеҙлеккә алып килмәҫме?
Был хаҡта беҙ ҡысҡырып һөйләргә оялабыҙ. Беҙҙең халыҡҡа тыйнаҡлыҡ хас, әммә ҡайһы бер ҡылыҡтарыбыҙ йыйнаҡмы һуң? Ян-яҡтан йәмғиәтте аҙғынлыҡҡа әйҙәгән мәғлүмәт ағылғанда, үҙеңде, ғаиләңде һаҡлап ҡалырбыҙмы заман сирҙәренән? XXI быуатты ғалимдар үҙҙәре лә вирустар дәүере тип атағанда, беҙҙе уратып алған микробтарҙан азат булыу мөмкинме? Бәлки, уларҙың беҙгә бер ниндәй ҙә ҡурҡынысы юҡтыр? Был инфекциялар, киреһенсә, халыҡты ҡырыуға алып килмәйме? Ошо хаҡта һорауҙар менән Республика тире-венерология ауырыуҙары дауаханаһының бүлек мөдире, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау отличнигы Флүрә Зәйнулла ҡыҙы ТӨХВӘТУЛЛИНАға мөрәжәғәт иттек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 675 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балыҡ тотҡан туҡ булыр...
Бынан бер нисә йыл элек Асҡын районына юл төшкәйне. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында ҡатнаштыҡ. Сара тау битләүендә үтте, һөҙәктә ауыл ята. Өҫтән ҡарап торһаң, эй матур инде. Ауылда быуаларҙың күплегенә иғтибар иттем. Һәр йорттоң ихатаһы, уның янында картуф баҡсаһы бар, унан һуң инде ялтырап быуалар теҙелгән. Улар әллә ни ҙур ҙа түгел, әммә һәр шәхси ихатала тиерлек быуа булыуы аптыратты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 561 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баланың мәктәп биргән белем менән генә сикләнеп ҡалмауы, үҙе өсөн яңы офоҡтар асырға тырышыуы, яңы белемгә ынтылыуы – бик маҡтаулы күренеш. Дәрестәрҙән тыш төрлө түңәрәктәргә, секцияларға йөрөү, төрлө клубтарҙа, студияларҙа шөғөлләнеү балала тормошта бик кәрәк булған характер һыҙаттарын, оҫталыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итә, ҡайһы берҙә уның киләсәген билдәләүҙә ҙур роль уйнай. Шуға күрә ата-әсәләр алдында балаһын ҡайһы юҫыҡта үҫтерергә, ниндәй түңәрәктәргә бирергә тигән һорау килеп тыуыуы ла ихтимал.
Ком: 0 // Уҡынылар: 373 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бына һиңә балыҡ...
Ғәҙәти булмаған был йән эйәләре үле һәм тере балыҡтарҙың ите менән туҡлана. Уларҙың 40 төрө бар. Төньяҡ һәм Көньяҡ ярымшарҙарҙың уртаса йылылыҡтағы һыуҙарында, шулай уҡ Төньяҡ Боҙло океанда йәшәйҙәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 430 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нисек һаҡларға?
Балыҡ дөрөҫ һаҡланмағанда бик тиҙ боҙола. Яңы тотолғанының айғолағы асыҡ йәки ҡара-ҡыҙыл төҫтә. Ағарып торһа, тимәк, ул иҫкергән. Айғолаҡтар лайла менән ҡапланһа, күҙҙәре ағарһа, һаҫыҡ еҫ килһә, боҙолған була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 464 тапҡыр // Тотош уҡырға
Матур ҙа, тәмле лә…
Ҡыҙыл балыҡ һөмбаш (лосось) ғаиләһенә ҡараған иң эре һәм ҡиммәтле балыҡтарҙан һанала. Оҙонлоғо 1,5-2 метрға, ауырлығы 60-80 килограмға етә. Буйы оҙонсай булғанға күрә, уны “ҡыҙыл суртан” тип тә йөрөтәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 480 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәбиғи төҫкә шәп ҡаба
Яһалма алдатҡыс емдәр силиконға (йомшаҡ), воблерҙарға һәм йылтырмаға (тимер) бүленә. Һәр береһенең үҙенсәлеге бар: тән формаһы, йөҙөү дәрәжәһе, тәрәнлеге, тирбәлеү йышлығы, төҫ, тауыш камераһы, алыҫҡа ырғытыу системаһы. Улар төрлө тәрәнлеккә иҫәпләнгән. Һыу өҫтө, һай һәм тәрән һыу алдатҡыстарын айырып йөрөтәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 351 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына