Әйҙә, йырла башҡортса! Улар тәүге сығыштарынан уҡ тамашасы иғтибарын йәлеп итте. 2014 йылда “Россия” концерт залында төрки халыҡтарының Науруз байрамында Башҡортостан исеменән сәхнәгә сыҡҡанда, тыңлаусылар араһында башҡорттар, әлбиттә, һирәк булғандыр. Әммә социаль селтәрҙәрҙә бер һөйләм ел тиҙлеге менән йүгерҙе: “Ниндәй моң был?” Солисткалары ла бит әле башҡорт ҡыҙы түгел, ә телде үҙаллы өйрәнгән Елена Созыкина...
Ком: 0 // Уҡынылар: 1075 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ауылда – эшҡыуарлыҡ! Ауылда – эшҡыуарлыҡ?
Эшһеҙлеккә зарланабыҙ... Оҙон аҡса артынан йә Себер тарафтарына, йә булмаһа Өфө, Мәскәү кеүек ҙур ҡалаларға ынтылабыҙ... Шул уҡ ваҡытта бесәндең бесәнен, утындың утынын һатып алабыҙ... Хәҙер хатта ауылдарҙа өй икмәге бешергән хужабикәләр ҙә юҡ кимәлдә бит... Әле киләһе йылдың 6 ғинуарында “Башҡортостан” гәзитенең 100 йыллыҡ юбилейына арналған “Мәргән уҡсы” беренселегенә әҙерләнеп ятҡан көнөбөҙ. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, уҡ-һаҙаҡтарҙы Интернет аша Украинанан яҙҙырып алабыҙ... Ә бит беҙ – “төньяҡ амурҙары” исеме менән тарихҡа ингән халыҡ!!! Шул уҡ ваҡытта Псковта ла, Кемеров тарафтарында ла түгел, ә үҙебеҙҙә — Баймаҡ районының Ҡолсора һәм Йомаш ауылдарында сабыйҙар өсөн кейемдәр тегелә башлауын ишетәбеҙ. Күңелгә рәхәт...
Ком: 0 // Уҡынылар: 605 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт Ҡыш бабайы – һеҙҙә ҡунаҡта!
– Өләсәй, ә башҡорт Ҡыш бабайы бармы ул?
– Бар, балам.
– Ә ҡайҙа йәшәй?
– Ирәмәлдә йәшәй, тиҙәр. Ә Яңы йыл байрамы яҡынлаһа, Торатауға килә, шунда тирмә асып, кешеләрҙе ҡотлай, ти...
– Ә Өфөлә юҡмы ни?
– Өфөлә лә бар.
Ә, теләйһеңме, беҙ уны үҙебеҙҙең өйгә саҡырабыҙ!
– Килерме икән?
Ә Ҡарһылыу?
– Саҡырһаҡ, килер.
– Әйҙә, саҡырайыҡ. Ура! Беҙгә башҡорт Ҡыш
бабайы менән Ҡарһылыу килә!
Ком: 0 // Уҡынылар: 511 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хәлең нисек, көнлөксө?
Иҡтисади көрсөк менән ҡулайлаштырыуҙы сәңгелдәктә бәүелгән сабый ғына һиҙмәйҙер. Икеһенең дә бер осорға тап килеүен нисек аңлатырға? Уларҙы йәнәш ҡуйыу маҡсатында берәй уйын үткәрһәң, моғайын да, бер нисек тә беҙ теләгәнсә килеп сыҡмаҫ ине. Тәүгеһе буйынса тағы ла сираттағы “тулҡын” яҡынлашыуы менән ҡурҡыталар, ә инде икенсеһенең йылына бер нисә тапҡыр ҡабатланыуына өйрәнеп тә бөттөк, ахырыһы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 457 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хатаны танымау – икеләтә хата
Баш ҡала урамдары буйлап йөрөгәндә бер хатаһыҙ матур итеп башҡортса яҙылған алтаҡталарҙы, баннерҙарҙы күрһәң, күңелгә ифрат рәхәт булып китә – телебеҙ өсөн ғәйәт ҙур кинәнес кисерәһең. Ни тиклем юғары һүҙҙәр булып яңғырамаһын, милли рухты күңелендә бәпләгән кешеләр өсөн әсә теленең камиллығы мөһим. Шуға күрә урамдағы хаталарҙың булмауы зарур: рухи-мәҙәни әһәмиәтенән тыш, был ғәмәл махсус ҡануниәт тарафынан да көйләнгән. Уға ярашлы, республикабыҙҙа урамдағы яҙыуҙар, алтаҡталар, йәмәғәт урындары атамалары ике дәүләт телендә булырға тейеш. Тик уларҙы яҙып ҡуйыу ғына аҙ, орфографик, стилистик, мәғәнәүи яҡтан да дөрөҫ булыуы шарт. Ә хаталар күп, ҡолаҡҡа ятмаған, күҙҙе тишеп барған мәғәнәһеҙ яҙыуҙар әленән-әле осрап тора...
Ком: 0 // Уҡынылар: 533 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәүкәштәргә дан йырлайыҡ
Ҡайҙа, әллә Һиндостандамы, тип ғәжәпләнмә, хөрмәтле гәзит уҡыусым, хәҙер ауылдарҙа йәшәгәндәр үҙҙәренең бөйрәкәйҙәрен дан йырлап, һөйөп-ҡәҙерләп кенә аҫрай. Ни өсөн тиһеңме, үҙең төшөнөрһөң хәҙер. Таштуғай ауылы уңғандары хаҡында булыр һүҙем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 378 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һаҡлауымды үтенгәйне бит...
Күптән түгел бер подъезда йәшәгән ҡатындың өсөнсөгә ауырлы икәнен күреп, телһеҙ ҡалдым. Тәүге балаһы быйыл саҡ мәктәпкә барҙы, икенсеһенә – дүрт йәш. Ә ире йылға яҡын инде эшһеҙ ята, көндәр буйы йорт алдындағы эскәмйәлә тәмәке борҡота. Ҡатын үҙе – балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы. Уның ғына аҡсаһына нисек көн күрәләрҙер? Етмәһә, йәнә ауырлы...
Ком: 0 // Уҡынылар: 1140 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡотолайыҡ был сирҙән
Алдымда – гәзиттәр. Туған телемдә. Исемдәре генә ни тора! “Йәнтөйәк”, “Ҡурай”, “Етегән”, “Сарманай”, “Йәйғор”... Ғорурлыҡ бармы күңелдә? Бар ҙа ул, тик шом күберәк. Был шом әлеге гәзиттәрҙең тиражы менән бәйле.
Ком: 0 // Уҡынылар: 371 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Ауылдашыбыҙ күптән мәсет төҙөтә башлағайны. Эш һаман дауам итә, яртыһына ла етмәгән. Ни өсөн тигәндә, ауылдашыбыҙ был иман йортоноң ҙур, мөһабәт булыуын, башҡаларҙан айырылып тороуын теләй. Бәләкәй итәйек тә ҡуяйыҡ, тип әйтеп ҡарағайныҡ та, “Был – минең мәсет, – тип ауыҙыбыҙҙы япты. – Эшемә ҡыҫылмағыҙ, бында кем хужа?” Ауылдашыбыҙҙың үҙен күрһәтергә теләүе кеүек килеп сыға түгелме был, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
(Хатҡа бер нисә кеше ҡул ҡуйған).
Ком: 0 // Уҡынылар: 429 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы йыл байрамы яҡынлаша. Уны мосолман нисек ҡабул итергә тейеш? Ошо йәһәттән ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәрҙе йыш ишетергә тура килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 487 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына