Бүрек 1983 йыл. Беренсе курста уҡып йөрөгән ваҡыт. Ауылдан килгән балаларға ҡала тормошо ят, шомло күренһә лә, йәшлек дәрте ташып торған көс үҙенекен итте – арыу ғына уҡып киттек. Бына тәүге имтихандар... Баш баҫып шуға әҙерләнәм. Яңы йыл яҡынлашыуы үҙен һиҙҙертә – урамда шыршы һаталар, боҙ ҡаласыҡтары яһайҙар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 731 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һыуыҡта эҫенгән дуҫлыҡ Бынан байтаҡ йылдар уҙһа ла, Яңы йыл байрамын ҡаршылаған бер ваҡиға һис тә онотолмай, күңелдә йылы, матур хәтирә булып иҫтә ҡалған. Ә бит уға тиклем дә, унан һуң да күпме шундай кисәләр үтте. Хистәремде бәйән итмәк булып ҡулыма ҡәләм алдым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 436 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы һулыш биреп Алда – оҙайлы ял көндәре, туғандар, яҡындар менән осрашыр мәлдәр. Ошо ваҡытты файҙалы, фәһемле үткәреп, Яңы йылды яҡшы кәйефтә башлаһаҡ, иншаллаһ, Аллаһ Тәғәлә бәрәкәтен юллар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 450 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы йылға – ете “бишле” менән
Туған телгә, тыуған илгә һөйөү, ғаиләгә иғтибар, ололарға ихтирамлы ҡараш тәрбиәләгән, сәләмәт йәшәү рәүешен күтәреп сыҡҡан, тәбиғәттәй саф күңелле, яҡты бер матур донъя – нурлы ил бар беҙҙең еребеҙҙә. Башҡортостаныбыҙҙа халҡыбыҙҙың күҙ йәме, күңел ҡото булыр, балалар тауышынан гөрләп торған, үҙ эштәренә ихластан бирелеп ижад иткән йәмле “Тамыр” иле – балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы хаҡында һүҙем.
Үткәндәргә күҙ һалһаҡ, 1992 йылда башҡорт телевидениеһында тәүге ауаздарын һалып, Луиза Азамат ҡыҙы Фархшатова етәкләгән “Сәңгелдәк” тапшырыуындағы халыҡ күңеленән сыҡҡан рухи көйҙәргә бәүелә “Тамыр” донъяһы... Тәпәй баҫып атлап киткән хәйерле балалай йыл үҫәһен ай үҫеп, ай үҫәһен көн үҫеп, иң матур сағы – 25 йәшенә лә етеп килә ул хәҙер. Бар халыҡты ҡыуандырып ижад итә, йәмләнә, йыл һайын еңеүҙәре, уңыштары менән һөйөндөрә.
Был йылдың ете “бишле”һе менән ғорурланабыҙ, тип ҡыуанысы менән бүлешә Башҡортостан телерадиокомпанияһы “Тамыр” телеканалының директоры Гөлназ Ҡолһарина. Һүҙ – уға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 331 тапҡыр // Тотош уҡырға
2016 йыл ваҡиғаларға бай осор булды. Һайлау үтте, ауыл хужалығы иҫәбен алыу ойошторолдо, мәҙәни, ғилми, иҡтисади, спорт саралары күпләп уҙғарылды. Республикабыҙ менән башҡа төбәктәр, илдәр араһында хеҙмәттәшлек тағы ла киңәйҙе, үҙ-ара дуҫ-татыу, аңлашып йәшәү мөһимлегенә йәнә бер ҡат инандыҡ. Берҙәмлеккә әйҙәгән сараларҙа йәштәребеҙҙең күпләп ҡатнашыуы, хатта бәғзеләренең ойоштороусы ла булыуы айырыуса ҡыуаныслы. Ғөмүмән, улар араһында милләтенә, тарихына, туған теленә, диненә, мәҙәниәтенә, йолаларына иғтибарлылар күбәйә. Сикһеҙ ҙур шатлыҡ был, әл-хәмдү лил-ләһ! Йәштәребеҙ хаҡ юлға ынтыла, сәләмәт йәшәү өлгөһөн күрһәтә, иман нигеҙендә күркәм тормош ҡора икән, уларҙы һәр яҡлап ҡеүәтләргә, ярҙам итергә, күңелдәренә дәрт өҫтәп торорға онотмайыҡ, хөрмәтле йәмәғәт! Был ғәмәлебеҙ киләсәктә, иншаллаһ, үҙебеҙгә, алдағы быуындарыбыҙға меңләтә изгелек булып ҡайтыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 276 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хуш бул, Маймыл! Башҡортостан халҡының тормошо атҡа, һыйырға, кәзәгә һәм башҡа хайуандарға бәйләнгән, ә маймылға түгел. Беҙҙең әкиәттәрҙә лә маймылды табып булмай. Уның ниндәй хайуан икәнен документаль фильмдарҙан, телетапшырыуҙарҙан, сит ил әҙәбиәтенән генә беләбеҙ йә циркта күрәбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 404 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тынмаһын ҡурай моңо Пермдә башҡорт ҡоро үтте
1773 йыл Пермь ҡалаһы һәм Егошиха баҡыр иретеү заводтарына нигеҙ һалыу йылдары булараҡ билдәле. Егошиха һәм Пермгә яҡын урынлашҡан Юго-Камский, Юг баҡыр иретеү заводтарын ошо ерҙең аҫаба хужалары – Ҡуян һәм Башҡолтай ауылы башҡорттары руда менән тәьмин иткән. Санкт-Петербургта асылған Рәсәйҙең беренсе Тау институтының исеме лә Пермь башҡорто – Ҡуян ауылынан сыҡҡан мәғдәнсе Исмәғил Тасимов менән бәйле. Урал мәғдәнселәренең беренсе баш ҡалаһы – Пермдә Ҡурай байрамы һәм “Башҡорт халҡының рухи мираҫы” тип аталған “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 430 тапҡыр // Тотош уҡырға
Коммерцияға ҡарамаған “Викимедиа РУ” партнёрлығы Урал тау-металлургия компанияһы менән берлектә декабрҙә Екатеринбург ҡалаһының эйәрсене булған Юғары Пышмаға вики-экспедиция ойошторҙо. Ул “Рәсәйҙең баҡыр баш ҡалаһы” тип аталып, Рәсәйҙең эре сәнәғәт үҙәгенә беренсе шундай форматтағы сара булып тарихҡа инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 817 тапҡыр // Тотош уҡырға
Берҙәмлектә беҙҙең көс! Ошо көндәрҙә Сибайҙа ҡала башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булып үтте. Уның эшендә ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ирек Бикмәтов һәм башҡалар ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 444 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөрө ҡалаһында йәшәйем. Ейәнсәрем һәм ейәнем бар. Икеһе лә балалар баҡсаһына йөрөй. Хәстәрлекле олатай булараҡ, уларға туған телдәрен – башҡорт телен өйрәтергә тырышам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, маҡсатыма ирешеүе еңелдән түгел, сөнки балалар баҡсаһына барып, мин өйрәткән һүҙҙәрҙе бер көн эсендә елгә осороп ҡайталар. Улым менән дә шулай булғайны. Үҙемдә лә ғәйеп барҙыр, бәлки. Әммә ҡулдан килгәнсә эшләнем дә, эшләйем дә һымаҡ…
Ком: 0 // Уҡынылар: 431 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 35 Алға
Бит башына