Һүҙем Балтас районының Имән ауылында тыуып үҫкән Фәнәүи Ирғәли улы Шәйбәков тураһында. Ул 1930 йылдың 12 апрелендә тыуа. Йәшләй етем ҡала. Унан инде 80 йәшлек атаһын, ғәрип апаһын ҡарау уның иңенә төшә. Егет ҡорона ингәс, ауылдағы мәктәп уҡытыусыһы Йәннәт Ғиззәтуллина менән тормош ҡора. 1951 йылда Фәнәүи армия сафына алына. Йәш килен өс айлыҡ сабый менән ҡайны йортонда ҡала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 219 тапҡыр // Тотош уҡырға
Танылған музыканттар – З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессорҙары, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәжәп Шәйхетдинов менән Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Владимир Суханов “Көмөш диск” наградаһына лайыҡ булды. Ул Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең иң абруйлы башҡарыусыларына тапшырылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 153 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иң шәп килен кемдеке? Ошо көндәрҙә Өфөлә IV Бөтә Рәсәй гүзәллек форумы үтте. Сараны ойоштороусылар әйтеүенсә, уның төп бурысы – йәмәғәтселектең иғтибарын ғаилә һәм никах мәсьәләләренә йүнәлтеү, йәш ғаиләләргә ярҙам итеү юлдарын табыу.
Ком: 0 // Уҡынылар: 248 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Берҙәм Рәсәй” алданған өлөшсөләрҙән мөрәжәғәттәр ҡабул итеү өсөн “дольщики-ер.рф” онлайн-селтәрен ғәмәлгә индерҙе. Мәғлүмәт партияның үҙәк башҡарма комитетына тапшырыла. Ул мәсьәләләрҙе контролдә тотасаҡ, шулай уҡ төрлө инстанцияларға депутат һорауын ебәрәсәк. “Берҙәм Рәсәй”ҙең профилле төркөмө тиҫтә йыл инде өлөшсөләрҙең һәм вкладсыларҙың хоҡуғын яҡлау эшен алып бара. Ошо ваҡыт эсендә 1938 объектҡа бәйле проблемалар хәл ителгән, 195 567 өлөшсө торлаҡ менән тәьмин ителгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 195 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көндәр һыуыта Башгидрометтан һәм республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Башҡортостанда урыны менән 36 градусҡа тиклем һыуыта.
Ком: 0 // Уҡынылар: 199 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һомай тыуған ерҙә үҫкәс... Һәр кемгә бирелмәгәнме ни был тормошта ирекле йәшәргә, яҡшылыҡ ҡылырға, матурлыҡты арттырырға?! Был тәңгәлдә, әлбиттә, барыһының да уйланғаны барҙыр, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарҙың. Тик бына был осраҡта ирекле һүҙен генә һәр кем үҙенсә аңлар... Ә Бөрйән районында тыуып үҫкән, бөгөн йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәгән Миләүшә Мырҙағолова ирек һүҙен иһә үҙенсә ҡабул итә. Хәйер, үҙе дин юлын хуп күргән йәш хужабикә был осраҡта күптәргә, әлбиттә, сәйер ҙә күренер. Шулай ҙа бөгөн уның эшмәкәрлеге тураһында һөйләмәксебеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 658 тапҡыр // Тотош уҡырға
Булдыҡлыға халыҡ ышанаҺуңғы биш йылда дауам иткән реформа шарттарында торлаҡ-коммуналь тармаҡ йәмәғәтселектең көслө баҫымын тоя. Әйтерһең, тотош тармаҡта тәнҡиткә генә урын бар. Шул уҡ ваҡытта был өлкәлә өлгөлө, төбәктең социаль үҫешенә лайыҡлы өлөш индергән алдынғы предприятиелар ҙа байтаҡ. “Тепловик” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – шундайҙарҙың береһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 170 тапҡыр // Тотош уҡырға
Заман технологияларына таянып Бөгөнгө энергетика тармағы замандың яңы ҡаҙаныштарына ҡоролған сәнәғәт инфраструктураһы булып тора. Шуға ла энергетика өлкәһендәге һәр предприятие үҙ эшмәкәрлеген шундай юғарылыҡта ойошторорға ынтыла. “Бишбүләк энергосервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хаҡында шулай тиергә мөмкин. Уның үткәне һәм бөгөнгөһө республика энергетика тармағының үҫеше менән үрелеп бара. Бишбүләк энергетиктары заманға аҙымдаш булыуы менән айырылып тора. Предприятие үҙ тарихын 70-се йылдарҙа “Сельхозэнерго” берләшмәһе булараҡ башлай һәм ауылдарҙы электрлаштырыу менән шөғөлләнә. Төрлө осорҙарҙы кисерергә тура килә уға. Хатта ил сәнәғәте өсөн ауыр һынау булған үҙгәртеп ҡороу осоронда ла оҫта ойоштороу һәм техник саралар һөҙөмтәһендә коллектив үҙенең киләсәген ышаныслы ҡора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 150 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика йортонда төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары советы (CIOFF) президенты Филипп Боссан һәм CIOFF-тың мәҙәниәт эштәре буйынса вице-президенты Алехандо Камачо Гонсалес, шулай уҡ CIOFF-тың Рәсәй милли секцияһы президенты, Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова менән осрашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 176 тапҡыр // Тотош уҡырға
Улымды “Ҡыш бабай бүләк килтерә” тип алдағаныма бик үкендем. Бик ышаныусан, бер ҡатлы, саф күңелле бала әйткәнемә ышана ла ҡуя ине. IV класта уҡығанда күрше малай Володя: “Бүләктәрҙе Ҡыш бабай килтермәй, әсәйең һала”, — тигән. Улым бәхәсләшкән: “Ул йоҡлағанда ғына килә лә шыршы төбөнә һала”, — тигән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 316 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 35 Алға
Бит башына