Янып терелгән феникс-ҡоштай Ул көндө Себер иланы... Башҡортостан, Пермь, Ырымбур – бөтә ер-һыу иланы... Хатта “тимер кешеләр” – десантсылар иланы... 2015 йылдың 12 июлендә Омск ҡалаһы янындағы Светлый ҡасабаһында урынлашҡан Һауа-десант ғәскәрҙәренең 242-се уҡыу үҙәгендә казарма емерелде. 337 курсанттың 40-тан ашыуы кирбес-плитә өйөмө аҫтында ҡалды. 23 йәш егет шунда уҡ һәләк булды, берәү – аҙаҡтан дауаханала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 475 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда, бөтә илебеҙҙәге кеүек үк, выждан азатлығы тулы көсөнә эйә – һин үҙең теләгән динде тоторға йәки атеист булырға хоҡуҡлыһың. Ләкин был тәңгәлдәге дөйөм хәл тураһында йәмәғәтселек тейешенсә хәбәрҙар түгел әле. Шуны иҫәпкә алып, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы ошо хоҡуҡтың нисек тормошҡа ашырылыуын тикшерергә булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 369 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бөлгән ил бүтәндәрҙән дарман көтөр Теләйбеҙме-юҡмы, әммә Америка Ҡушма Штаттарының йоғонтоһо Рәсәй ысынбарлығына көндән-көн тәрәнерәк үтеп инә. Һүҙ бөтөн донъяны солғап алған финанс көрсөгөнөң Американан башланыуында ғына түгел. Иҫәп-хисап эштәрендә доллар иң төп фигура булғас һәм АҠШ иҡтисадының башҡа иҡтисадтарға шул дәрәжәлә бәйле икәнлеге хәҙер ошо рәүештә күренгәс, ни хәл итәһең.
Ком: 0 // Уҡынылар: 327 тапҡыр // Тотош уҡырға
Келәмдә – “Башҡорт” Ғинуар башында ҡатнаш көрәш сәнғәте буйынса профессиональ спортсы, яҡташыбыҙ Илфат Әмиров судьяларҙың берҙәм ҡарары менән Ҡытайҙа WLF сиктәрендә уҙған ярышта еңеүсе тип танылды. Сара Ченьжоу ҡалаһында үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты сәфәр йомғаҡтары буйынса йәш чемпион менән матбуғат конференцияһын ойошторҙо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 409 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфө ҡалаһы ҙур хоккей байрамы сиктәрендә гөр килеп торғас, “Салауат Юлаев” уйындарын ситтә уҙғарырға мәжбүр. Әле уларҙың юлы Ҡаҙағстанға төштө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 401 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баймаҡтың даланлы ҡыҙы Үҙенең бер шиғырында заманыбыҙҙың мәшһүр шәхесе Мостай Кәрим “Ҡатын-ҡыҙ — мәңгелек асылмаҫ сер” тип әйткәйне. Ысынлап та, минең быға бер ниндәй ҙә шигем юҡ. Алты тиҫтә йыл дауамында матбуғат биттәрендә төрлө быуын, һөнәр эйәләре булған аҫыл зат хаҡында һүрәтләмә, очерктар яҙырға насип итте. Уларҙың барыһы ла фиҙакәр хеҙмәте менән тарихта юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы. Был тәңгәлдә районда ғына түгел, республикала билдәлелек яулаған Социалистик Хеҙмәт Геройҙары Гәүһәр Фәйзуллина, Фира Ниғмәтуллина, Ленин ордены кавалерҙары Бикә Иҫәнбаева, Сәхипъямал Вәлиева (һауынсылар), табип Камила Яхина, уҡытыусы Ғәрифә Сабаеваны һәм башҡа исемдәрҙе телгә алыу ҙа етә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 293 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шоңҡар оса бейек ҡаяларҙа... Ошо көндәрҙә күренекле ғалим һәм яҙыусы Роберт Нурмөхәмәт улы Байымовтың тыуыуына 80 йыл тулған булыр ине. ХХ быуаттың 60-сы йылдарынан алып XXI быуаттың 10-сы йылдарына тиклемге әҙәбиәт ғилеме, тәнҡит, милли проза тарихын, мәғариф торошон уның эшмәкәрлегенән башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Уның гуманитар фәндәр өлкәһендәге төплө, концептуаль йөкмәткеле ғилми хеҙмәттәре ижтимағи, художество-эстетик фекер үҫешенә ҙур йоғонто яһаны, күп милләтле Рәсәй халыҡтарының рухи донъяһын теоретик яҡтан өйрәнеүҙә һиҙелерлек аҙым булды, художество әҫәрҙәре башҡорт прозаһының яңы биттәрен билдәләште. Роберт Байымов бар ғүмерен туған халҡына хеҙмәт итеүгә бағышланы, ысын мәғәнәһендә илебеҙҙең ҡайнар йөрәкле патриоты булып йәшәне, милли мәғариф һәм фән аҡһаҡалы булып танылды. Уның бөтә ғүмер юлы республикабыҙҙың төп уҡыу йорто менән айырылғыһыҙ бәйләнгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 509 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ленин юлы” журналына бер йыл тулды Башҡортостан партия ойошмаһындағы милли состав ҙур ғына бер урын тота, һәм ул һаман эшселәр, ярлылар, батрактар иҫәбенә үҫә тора. Был һандарҙы сифат яғынан тәрбиәләү эше, әлбиттә, партия матбуғатына бик ныҡ бәйләнгән. Бына шуларҙы иғтибарға алып, 1928 йыл баштарында партиябыҙҙың өлкә комитеты ерле партиецтарға (һәм шулай уҡ комсомолдарға) ҡарата бер партия журналы сығарыу сараһын күргәйне. Быйыл инде беҙ “Ленин юлы” тип аталған шул журналдың бер йыллығын уҙғарҙыҡ. Ғүмеренә нисбәтән уның ҡаҙаныштары ла, уңыштары ла кәмһенерлек йәки алда өмөтһөҙлөк тыуҙырырлыҡ мәле әҙ булманы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 406 тапҡыр // Тотош уҡырға
Элек икмәк бешергән һайын хуш еҫ бөтә өйгә, урамға таралыр ине. Хәҙер иһә, ниңә тәмле еҫ ул тиклем таралып бармай икән, тип уйлайым. Венер Исхаҡовтың “Башҡортостан” гәзитенең былтырғы 25 ноябрь һанында баҫылған “Икмәк ниңә тәмһеҙ?” тигән мәҡәләһен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡып сыҡтым һәм һорауҙарыма бер ни тиклем яуап алғандай булдым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 464 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡаршы һыҙатҡа сыҡма Өфөләге дәүләт автоинспекцияһы “Ҡаршы һыҙат” операцияһын үткәрә. Юл фажиғәләрен иҫкәртеүгә йүнәлтелгән саралар 10 ғинуарҙа башланып, 12 февралгә тиклем дауам итәсәк. м
Ком: 0 // Уҡынылар: 296 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына