2 – 20 ғинуарҙа Башҡортостанда уҡыусылар араһында Ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса республика спартакиадаһы үткәрелә.
Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойошторған спорт форумы “Ҙур хоккей аҙналығы”на арнала. Унда 700-ҙән ашыу йәш спортсы ҡатнаша.
Ком: 0 // Уҡынылар: 324 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы йыл байрамы осоронда өфөләрҙе “Өләсәйем һандығынан әкиәт” ҡулдан эшләнгән ҡурсаҡтар һәм уйынсыҡтар күргәҙмәһендә көтәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 319 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы йылдан баш ҡалабыҙҙа трамвай, троллейбустарҙа юл хаҡы бер аҙ түбәнәйҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 256 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мотлаҡ медицина страховкаһына индерелмәгән юғары технологиялы медицина ярҙамы хәҙер Федераль фонд бюджетында ҡаралған айырым бүлектән финансланасаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 277 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шәшке тигәнең ҡуян түгелме? Һуңғы осорҙа йәнлек тиреһенән тегелгән кейем менән сауҙа итеү бизнестың иң төшөмлө йүнәлештәре иҫәбенә инә бара. Йыл да, тәүге ҡар яуып өлгөрмәй, телевизорҙан йылҡылдап торған тундарҙы, бүректәрҙе ярты хаҡҡа һатып алыу мөмкинлеге тураһында реклама бирергә керешәләр. Хәйер, ундай тауарҙы маҡтау нимәгә – заман ҡатын-ҡыҙҙары араһынан бик һирәктәр генә модаға ярашлы кейенеүгә әллә ни әһәмиәт бирмәйҙер.
Тик, баҙарҙың һәр тармағындағы һымаҡ, тун алыусыларҙы ла һемәйеү хәүефе һағалай. Йорт ҡуяны тиреһенән тегелгән әйберҙәрҙе “шиншилла”, “шәшке” тип алдап һатыу осраҡтары хаҡында, йыш булмаһа ла, ишетергә тура килә. Тап шундай мутлашыуҙарға юл ҡуймау маҡсатында илебеҙ етәксе­леге яңы система ҡулланырға ҡарар итте лә инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 314 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көлгә күмһәләр – көлөп сыҡ Уҡытыусыбыҙ: “Ғаилә, ырыу-затығыҙҙан кемгә оҡшарға тырышыр, кемдән үрнәк алыр инегеҙ?” – тигән һорау ҡуйып, “Һинең кумирың кем?” тигән темаға ижади эш яҙырға ҡушты. Шунда уҡ күҙ алдыма өләсәйем Сафия Хәбиәхмәт ҡыҙы Насертдинова килеп баҫты. Нуриман районының Яңы Күл ауылында йәшәй ул. Уға ҡәҙер-хөрмәтем күңелемдең иң түрендә һаҡланғанғамы, һүрәтләмәмде һис шикһеҙ шәп итеп яҙасағыма ышанып, өйгә ҡанатланып ҡайттым. Әйҙә ғүмер юлының туғыҙ тиҫтәһен тултырасаҡ изге фәрештәгә ейәнсәренән бүләк булһын!
Ком: 0 // Уҡынылар: 259 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы йыл бүләге Быйыл өй түренә шыршының ылыҫ еҫе бөркөп торған ысынын ултыртыуына ҡыуанысының сиге юҡ Гөләйфәнең.
Ком: 1 // Уҡынылар: 569 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер ҡайтаһы ине йәшлеккә... Бына тағы юл төштө Учалы яҡтарына. Ә юлдар һуң! Елеп кенә үтерлек. Был төбәккә Өфөнән Белорет районы аша барып була. Ошо ике район еренән үткәндә, бала саҡ хәтирәләрем иҫкә төшә. Ауыр, ләкин минең быуын өсөн бик ҡәҙерле осор.
Ком: 0 // Уҡынылар: 236 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һөйөнсө, сабый тыуҙы! 31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡарай төндә республикалағы бала табыу йорттарында 13 сабый донъяға килде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 263 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яңы йыл менән!
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан халҡын Яңы 2017 йыл менән ҡотланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 349 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 24 25 26 27 28 29 30 31 32 33 Алға
Бит башына