Һыбай сапманы, ә киң аҙымдар менән йәйәү атланы Һәр әҙиптең эшенә, ижад һөҙөмтәһенә баһа биш йылға бер тапҡыр бирелә. Был инде, аңлашыла, юбилейҙар менән бәйле. Ким Әхмәтйәновҡа килгәндә, уның бөтә юбилейҙары (тиҙҙән һигеҙенсеһе — тыуыуына 85 йыл тула) үҙе мәрхүм булғас үткәрелде йәки уларға иғтибар ителде, сөнки уның йөрәге көтмәгәндә 49 йәшкә лә етмәй тыуған ауылы Әлмөхәмәттә (Әбйәлил районы) мәңгелеккә туҡтаны.
Ким Әхмәтйәнов — Әлмөхәмәт ауылынан таралған Өмөтбаевтарҙың бишенсе быуыны. Уның мулла ҡушҡан исеме — Нәзир, фамилияһы Өмөтбаев була, ләкин йәне-тәне менән совет власына бирелгән атаһы улының исемен дә, фамилияһын да үҙгәртә. Бынан һуң Нәзир Өмөтбаев Ким Әхмәтйәнов булып китә (Әхмәтйән — ырыу башлығы Өмөтбайҙың дүрт улының береһе, Кимдең бишенсе быуын олатаһы).
Ком: 1 // Уҡынылар: 615 тапҡыр // Тотош уҡырға
Татлы шөғөл оҫтаһы Көндәлек эшмәкәрлектән тыш ниндәйҙер өҫтәмә шөғөлдәре булғандарҙың тормошо ҡыҙығыраҡ тигән фекер менән күптәр килешер. Ниндәй өлкәгә бағышланмаһын, күңелгә яҡын һөнәр һәр кемгә оло ҡәнәғәтлек килтерә. Хәҙерге ҡатмарлы заманда уның аҙмы-күпме матди табыш биргәне, әлбиттә, икеләтә файҙалы. Ауылда буй еткереп, яҙмыш ҡушыуы буйынса артабанғы ғүмерҙәрен ҡалала дауам иткән күп кенә замандаштарыбыҙ бала саҡтарында һәм йәшлек йылдарында үҙ иткән шөғөлдәрен яңы шарттарҙа ла уңышлы дауам итә. Бөгөн үҙенең етенсе тиҫтәһен ваҡлаған ир-уҙаман Роберт Минәжев – шуларҙың береһе. Ул – татлы һөнәр оҫтаһы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 486 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры “Йәләлетдин олатай” спектаклен “Ту-154” самолетының һәләкәткә осрауы һөҙөмтәһендә вафат булғандар иҫтәлегенә арнай. 7 февралдә башҡорт труппаһы Мостай Кәримдең хикәйәһе буйынса ике шаршаулы спектакль тәҡдим итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 400 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күп фатирлы йортҡа кем идара итә ала? Шәхси өй хужалары бәхетле. Улар үҙ ерендә нимә теләй шуны эшләй ала. Күп фатирлы йортта йәшәгәндәр иһә идарасы компаниялар-ға күҙ төбәп тора. Улары коммуналь хеҙмәттәргә туҡтауһыҙ хаҡ арттыра, эштәренең сифатына ла дәғүә бар. Ә ниңә үҙ милкеңә үҙең хужа булмаҫҡа?
Белгестәр әйтеүенсә, бөгөн Рәсәй Федерацияһында күп ҡатлы йорттарҙың 90 процентын идарасы компаниялар үҙ ҡарамағына алған. Күпселеге – төрлө юлдар аша тейешле лицензияға эйә булған коммерция ойошмалары. Билдәле, уларҙы тәү сиратта табышты күберәк алыу ҡыҙыҡһындыра. Шуға ла беҙ йыш ҡына идарасы компанияларҙың торлаҡ хужаларының мәнфәғәттәрен бигүк һанға һуҡмауын, үҙ бурыстарын үтәүгә һалҡын ҡарауын күреп торабыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 501 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дәүләт Думаһы депутаттары автомобилде хәүефле йөрөткән өсөн язаны көсәйтергә ниәтләй. Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитет Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен бер нисә тапҡыр боҙған водителдең танытмаһын тартып алыу хаҡында төҙәтмәләр индерергә тәҡдим итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 335 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Ауылыбыҙҙағы өлкән йәштәге яңғыҙ ағай көн дә мәсеткә йөрөй. Иман йорто асылғандан бирле уның тупһаһына саң ҡундырмай. Әммә ҡайһы берәүҙәр быны оҡшатмай. “Уның көн дә йөрөүенән ни фәтүә? Хәйер ҙә һалмай, гел буш ҡул менән бара”, – тиҙәр. Ошондай осраҡҡа ҡарата ни әйтерһегеҙ, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
А. МӘМБӘТОВА.
Хәйбулла районы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 479 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Яҡындарығыҙға, яратҡан кешеләрегеҙгә күңелегеҙҙәге йылылыҡты, ихтирамды белдереп тороғоҙ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Бер-беребеҙгә күркәм тойғоларыбыҙҙы еткереп, ярҙам итешеп, ҡайғы-шатлыҡты уртаҡлашып йәшәһәк, йөҙөбөҙ ҙә, көнөбөҙ ҙә яҡты булыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 455 тапҡыр // Тотош уҡырға
Әсәй өсөн әмәлен табайыҡ Заманында бер ғалимдан ишеткәнемде бәйән итмәксемен. Үҙе менән булған хәлде тулҡынланып, күҙ йәше аша һөйләгәйне ул. Был ваҡиға күптәргә фәһем бирер, уйландырыр тигән өмөттәмен.
Ком: 0 // Уҡынылар: 855 тапҡыр // Тотош уҡырға
БЕР ҺӨНӘРГӘ ҠАРАП ҠАЛЫР ЗАМАН ТҮГЕЛБашҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы Өфөнән ситтә урынлашҡан вуздар араһында иң ҙуры булараҡ баһалана. Башҡортостандың көньяғын кадрҙар менән тәьмин иткән төп уҡыу йорто ла нәҡ ул. Физика-математика фәндәре кандидаты, белем усағы директоры Алексей Алексеевич КОВАЛЬСКИЙ менән ҡорған әңгәмәлә филиалдың бөгөнгө эшмәкәрлеге, маҡсаттары сағыла. Һүҙ шулай уҡ белем биреү өлкәһендәге яңылыҡ-үҙгәрештәр, йәштәр донъяһын да урап үтмәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 485 тапҡыр // Тотош уҡырға
Барыһы ла яҡшы – беҙ яман, Барыһы ла бойҙай – беҙ һалам Илебеҙҙә үҙенсәлекле, хатта ғәжәпкә ҡалырлыҡ холоҡло халыҡ йәшәй. Әммә шул ғәм араһынан сәйәсмәндәр һәм беҙ, журналистар, айырылып торабыҙҙыр. Ябай эш кешеһе тирә-йүнгә, алыҫта йәшәгән кешеләрҙең холоҡ-фиғеленә бигүк илтифат итеп бармай, ул өн-тынһыҙ ғына үҙ хәстәре менән мәшғүл. Ә бына сәйәсмәндәргә Хоҙай телеп һалырлыҡ тел бирһә, беҙҙең ҡулға иһә ни яҙһаң да күндәм ҡәләм тотторған. Ошо иркенлек күптәргә, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәрен сит-яттың шау-шыулы уйын-көлкөһөнә алмаштыра. Һәммә кинотеатрҙарҙа өҙлөкһөҙ күрһәтелә килгән Америка фильмдары тамашасының, айырыуса уйһыҙ-моңһоҙ йәш-елкенсәктең үҙебеҙҙең тормош һабаҡтарын һеңдереп өлгөрмәгән аңында, психикаһында ниндәй эҙ ҡалдырыуын аңлауы ауыр түгел.
Ком: 0 // Уҡынылар: 503 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 33 Алға
Бит башына