Киләсәгебеҙ кем ҡулында? Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеге әүҙемләште. Тәүҙә төбәк ойошмалары барлыҡҡа килһә, унан һуң йәштәр ҡоролтайы беренсе аҙымдарын яһаны. Бына хәҙер килеп Дыуан районы үҙәге Мәсәғүттә балалар ҡоролтайы үтте. Ысынлап та, милләт киләсәге улар ҡулында бит.
Дыуан районына Беренсе балалар ҡоролтайына барып, күҙ-баш алғас, ике һорау тыуҙы. Беренсеһе – балалар йыйынының әһәмиәте нимәлә?
Сараның “Яҡты киләсәк – беҙҙең ҡулдарҙа” тигән исеменә таянһаҡ, төньяҡ-көнсығыш төбәктәрҙә милли рухты уятыу, мәҙәни бәйләнеште һәм башҡорт телен тергеҙеү, балаларҙа башҡортлоҡто тәрбиәләү. Дыуан районындағы Республика лицей-интернаты тәрбиәсеһе Розалия Рафиҡ ҡыҙы Ибраһимованан ошо яуапты ишеткәс, бөтә миллилек телгә ҡайтып ҡалғанын иҫәпкә алып, шунда уҡ икенсе һорау тыуҙы: “Улайһа, башҡорт теле менән хәлдәр нисек тора был төбәктә?”
Ком: 0 // Уҡынылар: 419 тапҡыр // Тотош уҡырға
Юғары уҡыу йорттары көтөп ятмай Башҡортостандың дүрт юғары уҡыу йорто студент берләшмәләре эшмәкәрлеген үҫтереү программаларын һайлап алыу конкурсында еңеүсе булды. Улар иҫәбендә – Башҡорт дәүләт университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 383 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ысынбарлыҡта  китапты йәштәр күберәк уҡый” Китап – ҡартлыҡтың яҡын иптәше, шул уҡ ваҡытта йәшлектең иң яҡшы етәксеһе, тигән шотланд аҡыл эйәһе Самуэль Смайлс. Йәштәрҙең аҡыллы булыуына ишара түгелме ни был? Һәр хәлдә, китап уҡыу, әҙәбиәт һәм уны һөйөүселәр менән һөймәүселәр тәңгәлендә күптән бәхәс бара. Берәүҙәр, китап уҡыусыларҙың һаны кәмене, тип һығымта яһаһа, кемдәрҙер, бынан бер нисә тиҫтә йыл элек булған уҡыу культы яңынан башланып тора, йәғни халыҡ китапҡа ынтыла, тип фаразланы. Ә баш ҡалабыҙҙағы З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың “Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү” бүлеге мөдире Айгөл БУРАНҒОЛОВА иһә алтын урталыҡты һайланы. Биғәйбә, республикабыҙҙың төп китапханаһында бына инде ун йыллап эшләгән милләттәшебеҙгә асығыраҡ күренәлер был мәсьәлә. Шуға ла уның менән әңгәмәбеҙҙе лә тап ошо һорауҙан башланыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 389 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Туғаным, кил әле бында, кил.
Баҙарҙа аңшайып йөрөгәнемде күреп, себеш һатып торған ханым үҙенә әйҙүкләне:
– Минән генә ал, минән генә, иң яҡшыларын бирәм. Бында иң һәйбәттәре минеке. Бала кеүек ҡарайым бит уларҙы. Ғүмер буйы ҡошсолоҡ фабрикаһында эшләгәс, уның рәт-сиратын яҡшы беләм. Бүтәндәрҙеке тәк сибә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 490 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙҙең заман геройҙары Кемдәрҙер, заман ауырлыҡтарына һылтанып, тормош тулҡыны ыңғайына ғына йөҙгәндә, икенселәр, киреһенсә, бар ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығып, ҡуйған маҡсаттарына ынтыла, хеҙмәтенән тәм табып, һәр яңы көнгә шатланып, киләсәккә ныҡлы ышаныс менән ҡарап ғүмер итә. Истәк ауылы йүнселдәре Ленара менән Зиннур Вәлиевтәрҙе хаҡлы рәүештә шундайҙар рәтенә индерергә була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 422 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловҡа яҡташтары, Ырымбур өлкәһе Үрге Ильяс ауылы халҡы һәйкәл ҡуйырға ниәтләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 328 тапҡыр // Тотош уҡырға
20 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Республикаһының 2030 йылға тиклем үҫеш стратегияһының (“Стратегия-2030”) өҫтөнлөклө йүнәлештәре тикшерелде. Быйыл ҡабул ителәсәк документ проекты буйынса республика Хөкүмәте ағзалары, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, муниципалитеттар башлыҡтары, банк-финанс өлкәһе вәкилдәре, фәнни ойошмалар, юғары уҡыу йорттары етәкселәре үҙ фекерен әйтте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 321 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан парламентының быйылғы тәүге ултырышы иҡтисади мөхитте ҡанунилаштырыуға бай булды. Улар, нигеҙҙә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн уңайлыраҡ мөхит тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Ком: 0 // Уҡынылар: 211 тапҡыр // Тотош уҡырға
Республика йортонда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов менән “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте филиалы – Куйбышев тимер юлы начальнигы Рәшит Сәйетбаталов 2017 – 2019 йылдарға хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 266 тапҡыр // Тотош уҡырға
Стәрлетамаҡ ҡоролтайы былтыр 1 мартты Мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамы тип иғлан иткәйне. Быйыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә “Етегән” конкурсын башланы. Бәйгенең маҡсаты – мәңгелек, дөйөм кешелек ҡиммәттәрен — мөхәббәтте һәм тоғролоҡто һаҡлау, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, үҫеп килгән йәш быуында һәм йәштәрҙә рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләү.
Ком: 0 // Уҡынылар: 332 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 33 Алға
Бит башына