Беҙ барыбыҙ ҙа – Урал батыр балалары Мәктәп йылдарында уҡ, “Урал батыр” эпосы менән танышҡандан һуң, ниңә ошо мәшһүр әҫәргә бағышлап кино йә йәнһүрәт төшөрмәйҙәр икән, тип уйлана торғайным. Ысынлап та, донъяға, йәмәғәтселеккә сығарып танытырлыҡ бына тигән сәнғәт өлгөһө булыр ине! Кесеһенән олоһона тиклем ҡарап, барыһы ла башҡорт халҡын таныу ғына түгел, ә тормош мәғәнәһе, асылы, ғүмер ҡәҙере, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһында ихлас уйланыр, ниндәйҙер һығымта яһар ине...
Ком: 0 // Уҡынылар: 321 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡортостан” гәзите – милләтебеҙ шәжәрәһе Мин үҙемде яратҡан гәзитем менән тиҫтер әҙәм балаһы кеүек хис итеп (93 йәшем тула), мөхәрририәт эшенең уңыштары өсөн ҡыуанып, һәр һанын тәүге битенән аҙаҡҡыһына тиклем уҡып, республикабыҙ тормошондағы барлыҡ үҙгәрештәр, яңылыҡтар менән танышып барам. Һүҙ ҙә юҡ, баҫма ошо арауыҡ эсендә ярайһы ғына үҙгәрештәр кисерҙе. Иң тәүге һан ғәрәп графикаһын файҙаланып баҫылһа, уҙған быуаттың 20-се йылдарында латинсаға күсеп, 40-сы йылдарҙа урыҫ графикаһында баҫыла башланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 217 тапҡыр // Тотош уҡырға
Парашют менән ырғыйым тиһәң... Йәнтешкә бар Республикабыҙ райондарында парашют спорты үҫешә. Мәҫәлән, Хәйбуллала район етәкселеге, мәғариф идаралығы ярҙамы менән Юнармия штабы ойошторолғайны. Ошо ойошма нигеҙендә йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү һәм уларҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү үҙәге асылды. Уның эш майҙансығы тип Йәнтеш ауылы мәктәбе билдәләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 202 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Тимер ат”һыҙ донъя һанһыҙ Юлда машина йөрөткән гүзәл заттың көндән-көн күбәйеүенә хәҙер күнегеп тә киттек. Һәр өсөнсө “тимер ат”ты ҡатын-ҡыҙ йүгәнләгән заманда йәшәйбеҙ. Күптәр рулгә ҡыйыу, үткер, заман менән йәнәш атлаған һылыуҙар ултыра тиһә, тәрән яңылыша. Һәр гүзәл заттың машина йөрөтөүенең үҙ сере бар: кемдер “мода”нан ҡалышмаҫҡа ынтылһа, икенселәре балаларын мәктәпкә илтергә, үҙенә эшкә барырға кәрәк булғанға таныҡлыҡ алырға мәжбүр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 247 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Иртә лә генә томан, кис тә томан,
Был томанҡайҙарға ни булған?
Тауға ла ғына менеп, ташҡа баҫып,
Һин ҡарарһың, бәғрем, мин булмам”.

Ошо йырҙы радионан йыш тапшыралар. Бына бөгөн дә уны ишеткәс, күңелем болоҡһоп, әрнеп торҙо. Әйтерһең, әсәйем Текәтауға менеп баҫҡан да үҙенең моңло тауышы менән беҙгә, балаларына, йырлаған кеүек. Тамағыма төйөр тығылды. Әсәйемдең яҡты иҫтәлеген тергеҙеп, күҙ алдымдан бер-бер артлы ваҡиғалар теҙмәһе үтте. Уйҙарымды бүлдереп, күрше Фәүзиә* килеп инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 197 тапҡыр // Тотош уҡырға
Донъя шулай ҡоролған Алған йүнәлешенән тайпылмай, ҡуйған маҡсатына үҙ һуҡмағынан барған һәм ҡорған ояһының ныҡлығын хәстәрләгән кешеләр һәр саҡ һоҡланыу уята. Уларҙың үткән ғүмер юлы, ылыҡтырғыс сергә сорнап, тирә-йүндәгеләрҙе лә үҙ өлгөһөндә йәшәргә сәмләндерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 172 тапҡыр // Тотош уҡырға
Терһәкте тешләп булмай... ...Беҙ Әнисә менән һабаҡташ. Уларҙың ауылындағы мәктәптә уҡыныҡ. Ул саҡта ситтән килгәндәр интернатта йәшәне. Ҡыҙ – класта комсорг. Бик етди, талапсан. Үҙе яҡшы уҡый. Уҡытыусылар: “Ана, Әнисәнән үрнәк алығыҙ”, – тип әйтә торғайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 203 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ком: 0 // Уҡынылар: 267 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хеҙмәттә үткән тормош Дәүләтша ҙур түгел, Атауҙы һәм Бөрсөнсө күлдәре араһында ятҡан ыҡсым ғына, матур ауыл. Рәүйә һәм Зекериә Сафиуллиндарҙың йорто ошо матурлыҡҡа тағы ла күркәмлек өҫтәп ултыра. Йорт хужалары ауыл ерендә, әммә ҡала шарттарында йәшәй. Рәүйә апай менән Зекериә ағайҙың бала саҡтары ил иңенә төшкән иң ауыр осорға тура килгән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 146 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иреккә, булмыштың асылына юл Мосолман халыҡтарының мәҙәни мираҫын тикшергәндә суфыйсылыҡ иғтибарҙы үҙенә тартҡан, әммә һис иғтибар етмәгән мәсьәлә булып ҡала килә. Суфыйсылыҡ, дөйөм алғанда, Ислам мәҙәниәтенә ныҡ тәьҫир иткән, айырыуса диндең мәҙәниәт менән бәйле өлкәләренең үҫешенә килтергән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 222 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына