Үҫешкә юл алдыҡ Совет заманындағы биш йыллыҡтар илдең үҫешенә шаҡтай ҙур өлөш индергән. Быға миҫалдар күп. Әйтәйек, 1928 йылда ил башлығы И. Сталиндың ҡарары менән “биш йыллыҡ”ҡа план төҙөлгән, уны тормошҡа ашырыу өсөн бөтөн ил халҡы ең һыҙғанып эшкә тотонған. Йәмғеһе ил 11 “биш йыллыҡ”ты үткәргән. Уларҙың иң ҙур ҡаҙаныштарын телгә алып китәйек. Беренсе “биш йыллыҡ”: 1500 ҙур сәнәғәт предприятиеһы төҙөлгән. Днепрогрес электр станцияһы, ГАЗ, ЗИС автомобиль заводтарының эш башлауын ғына ла атау сәнәғәттең сәскә атыуын билдәләй. Икенсе “биш йыллыҡ” башында Иосиф Сталин үҙ сығышында былай ти: “Беҙ алдынғы илдәрҙән 50 – 100 йылға артта ҡалғанбыҙ. Был арауыҡты йә ун йыл эсендә йүгереп ҡыуып етәбеҙ, йә улар беҙҙе иҙәсәк”. Һөҙөмтәлә йәмғеһе 4 500 ҙур сәнәғәт объекты төҙөлә. Мәскәүҙә метроға нигеҙ һалына. Беломор – Балтика һәм Мәскәү – Волга каналдары сафҡа инә. Өсөнсө “биш йыллыҡ” Башҡортостан өсөн дә әһәмиәтле була: Өфө нефть эшкәртеү заводы төҙөлә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 271 тапҡыр // Тотош уҡырға
Байымовтың ғилми һәм ижади юғарылығы Ошо көндәрҙә күренекле ғалим һәм яҙыусы Роберт Нурмөхәмәт улы Байымовҡа 80 йәш тулған булыр ине. ХХ быуаттың 60-сы йылдарынан алып XXI быуаттың 10-сы йылдарына тиклемге әҙәбиәт ғилеме, тәнҡит, милли проза тарихын, мәғариф торошон уның эшмәкәрлегенән башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Уның гуманитар фәндәр өлкәһендәге төплө, концептуаль йөкмәткеле ғилми хеҙмәттәре ижтимағи, художество-эстетик фекер үҫешенә ҙур йоғонто яһаны, күп милләтле Рәсәй халыҡтарының рухи донъяһын теоретик яҡтан өйрәнеүҙә һиҙелерлек аҙым булды, художестволы әҫәрҙәре башҡорт прозаһының яңы биттәрен билдәләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 220 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кире тойғолар менән йәшәүҙән һаҡ булығыҙ Табиптар мөғжизә тыуҙырыусы ҡулы менән дә, һауыҡтырыу тылсымына эйә һүҙе менән дә кешеләргә ярҙам итергә Хоҙай тарафынан ебәрелгән, тиҙәр. Әлиә Сәләхова – ана шундайҙарҙың береһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 225 тапҡыр // Тотош уҡырға
Их, дуҫтарым, һеҙгә әйтәм... Күп кенә башҡа даими баҫмаларҙағы кеүек, гәзитебеҙҙә заман афәтенә әйләнгән эскелек һәм наркомания темаһына мәҡәләләр баҫылып сығып тора. Алкоголизм һәм наркомания сиренән ыҙа сиккән, әммә әлегәсә һәләк булып өлгөрмәгән яҡташтарыбыҙҙың ҡасандыр дөрөҫ юлға баҫыуҙарына өмөт итеп, илебеҙҙә киң таралған кире күренешкә битараф булмаған авторҙарыбыҙ ошо афәттән һәр төрлө ҡотолоу юлдарын күрһәтергә тырыша. Арабыҙҙа иң таралғаны эскелек булғанғалыр, һүҙҙе ана шул хаҡта йөрөтә күпселек.
Ком: 0 // Уҡынылар: 159 тапҡыр // Тотош уҡырға
Фемида Рәсәйгә күҙ һалғанда... Федераль Йыйылыш депутаттарына 2017 йылға Мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәй Президенты Владимир Путин суд органдары эшен телгә алмағайны. Быны, беренсенән, теория буйынса бойондороҡһоҙ һәм үҙаллы власть тармағы эшмәкәрлегенә ҡыҫылмау тип аңлатырға мөмкин ине, икенсенән, ил башлығы үҙ фекерҙәрен Рәсәй судьяларының былтыр декабрҙә үткән IX съезында еткерҙе. Судьяларға эштең самаһыҙ күплегенә иғтибарҙы йүнәлтеп, Владимир Путин был хәлдең хаталарға килтереү ихтималлығын билдәләне. Фемида әһелдәрен судья намыҫын һаҡларға, кеше хоҡуҡтарын яҡлаусы төп орган булараҡ судтарға ышанысты көсәйтеү кәрәклегенә баҫым яһаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 235 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Илле өс йыл бергә булдыҡ” Убалар ауылы тәбиғәттең һоҡланғыс бер мөйөшөндә урынлашҡан. Ҡасандыр төрлө тарафтарҙан күсеп килгән атай-олатайҙар төйәгендә бөгөн вариҫтары донъя көтә. Оло быуын вәкилдәре инде тарих булып хәтер төпкөлөндә һаҡланған был мәлдәрҙе әле лә онотмай, ошо хаҡта иҫкә төшөрөп һөйләп ала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 185 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мар. Сәлим ижады тормошонда тағы бер йыл Өфөлә “Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы: Марсель Сәлимов” тигән биобиблиографик баҫма донъя күрҙе. “Белая река” нәшриәтендә баҫылған йыйынтыҡ “Марсель Сәлимов. Журналист, шағир, яҙыусы-сатирик, йәмәғәт эшмәкәре” китабының дауамы булып тора. Унда сатирик тураһында “Who is Who в России” энциклопедияһы (Швейцария, 2013) һәм В.А. Никеровтың “Кто есть кто: Всемирное издание” биографик белешмәһе (Мәскәү, 2016) нигеҙендә төҙөлгән мәғлүмәттәр тупланған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 260 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңеленә ғаләм һыйҙырған ғалим Тормош юлында яҙмышыңды ҡырҡа үҙгәртеп ебәргән кешеләр ҙә осрап ҡуя. Кемеһелер тәғәйен ваҡытта ғына кәрәкле йүнәлеш бирә, ҡайһылары урынлы кәңәше менән ярҙам итә, өсөнсөләренә матди ярҙамы өсөн бурыслыһың.
Ком: 0 // Уҡынылар: 285 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҙебеҙҙекенә етәме! Магазин кәштәләрендә хәҙер тәбиғи әҙерләнгән ризыҡты табыуы ауыр. Әйтерһең, күбеһен аҙыҡ-түлек сәнәғәте түгел, ә химия тармағы етештерә. Хатта икмәккә лә әллә ниндәй өҫтәмәләр, тәмләткестәр ҡушыла. “Икенсе көнгә икмәк иҫкерә, ашап булмай, үҙең һалғанға етмәй инде”, – тигән зарланыуҙарҙы йыш ишетергә була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 172 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яҙғы ташҡын көслө булмаҡсы Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы яҙғы ташҡынға әҙерлекте башланы. Селектор кәңәшмәһендә йылғаларҙың ташыуына ҡаршы көрәшергә тейешле ҡотҡарыусылар төркөмдәрен ойоштороу мәсьәләһе тикшерелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 290 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына