Ҡотлайбыҙ!!!Бала тыуҙы, сабый донъяға килде! Әҙәм балаһы өсөн ошо хәбәрҙе ишетеүҙән дә бәхетле мәл юҡтыр. Беҙҙең коллективта ла оло шатлыҡ – хеҙмәттәшебеҙ Салауат Әбүзәровтың малайы тыуҙы.
Салауат, Лүзә! Һеҙҙе ҡыуаныслы көнөгөҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Сабыйҙың һау-сәләмәт, өлкән ҡыҙҙарығыҙға, улығыҙға иш булып, тәүфиҡлы, бәхетле, иманлы, аҡыллы, халҡыбыҙ өсөн файҙалы кеше булып үҫеүен теләйбеҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 373 тапҡыр // Тотош уҡырға
Спорт ҡорамалы кәрәкме? Сермәнгә бар Яҡташыбыҙ Азат Уйылданов ауылда Рәсәй кимәлендә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. 35 йәшлек ир-егет – Белорет районының Сермән ҡасабаһындағы төп предприятиеның генераль директоры. Өс йыл эсендә ул колхоздың ташландыҡ биналарында заманса спорт тренажерҙары етештергән һәм бөтә Рәсәй буйынса һатҡан табышлы предприятие — Урал спорт инвентары заводын ойоштора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 292 тапҡыр // Тотош уҡырға
Төрмәлә лә ял бирәләр... Һәр бала әсә ҡосағында тәрбиәләнергә тейеш булһа ла, үкенескә ҡаршы, тормошта һәр ваҡыт беҙ теләгәнсә килеп сыҡмай. Берәүҙәрҙе яҙмыш кескәйҙән ғәзиз кешеһенән айырһа, сабыйын шешәгә алмаштырыусылар ҙа юҡ түгел. Әсәһенең төрмәнән тиҙерәк азат ителеүен зарығып көткән балалар ҙа бихисап.
Ком: 0 // Уҡынылар: 380 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мәскәүҙә режиссер һәм фотограф Гөлназ Ғәлимуллинаның тәүге шәхси фотокүргәҙмәһе асылды. “Мәҙәниәттәр аралашыуы” күргәҙмәһендә үткән тантанала йәш артистар Камилла Бикҡолова, “Заман” этно-проекты, “Алтын ай” һәм “Шоңҡар” ансамблдәре сығыш яһаны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 388 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы менән берлектә “Мөғжизәле Башҡортостан – тыуған илем!” конкурсын иғлан итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 291 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Үҙәк штабы “Сүплектәрҙең интерактив картаһы”на мәғлүмәт индереүҙе дауам итә. Ошо көндәрҙә сүплектәргә бәйле тағы ла биш мөрәжәғәт килде. Улар иҫәбендә Белорет районының Үрге Арша ҡасабаһы һәм Өфө районының Дмитриевка ауылы эргәһендәге сүплектәр ҙә бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 248 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 Алға
Бит башына