Миңзәләнең  ижад серҙәре Театр яратҡан, таҡмаҡ сығарып, гармунда уйнаған ата-әсәнең балаһы, Салауат ҡалаһы театры спектаклдәрен ҡарап үҫкән, ауылдаштары бәләкәйҙән “артистка” тип йөрөткән кеше өлкәнәйгәс кем булһын инде! Әлбиттә, сәхнә оҫтаһы. Дим буйы ҡыҙының оло сәнғәткә юлы ана шундай бала саҡтан башлана. Ә бөгөн ул – Зиләйлүк, Миләүшә, Мәхмүзә, Аҫылбикә, Фатима, Зәлифә, Бибисара, Гөлфинә, Зөләйха, Йәмилә... Үҙенең ҡабатланмаҫ таланты, сәхнә оҫталығы менән тамашасыларҙы һөйөндөргән, талапсан, сәмле, ихлас, тыйнаҡ, тырыш актриса булып танылған Башҡортостандың халыҡ артисы Миңзәлә Хәйруллина ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 239 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балалар мәнфәғәте ҡайғыртылһын...
Бала – ул һинең киләсәгең, дауамың. Уны үҫтереп кеше итеүгә күпме көс һәм сығым китә?! Йо­ҡо­һоҙ үткән төн­дәрҙең хаҡын
биз­мәнгә һалып үлсәп булмай. Ә бына сабыйыңды матди яҡтан тәьмин итеү йылдан-йыл ҡыйбатлана. 50 процент ташлама “аҙ тәьмин ителгән ғаилә” статусына эйә булғандарға ғына ҡалдырылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 356 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һин халҡыңа АллаҺ тарафынан ебәрелгән изге аҡ бата Был иҫке өҫ­тәл, унда ятҡан боронғо китаптар, семәрле таяҡ кемдеке? Моғайын, изге берәй ҡәрҙә­ше­беҙҙең әйбер­ҙәрелер, тигән уй килә башҡа. Тәғәйен генә яуапты белмә­һәң дә, бында ниндәйҙер тә­рән хикмәт ят­ҡанын һиҙәһең.
Ком: 0 // Уҡынылар: 410 тапҡыр // Тотош уҡырға
Донъя гиҙер киңлеккә нисә “асҡыс”ың бар, Халҡым? Бөгөн туған телебеҙҙә аралашабыҙ, яҡындарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға уй-фекерҙәребеҙҙе әсә телендә еткерә алабыҙ. Рус телендә иркен һөйләшәбеҙ. Ә шулай ҙа үҙ телебеҙҙә иркен итеп аралашабыҙмы?
Билдәле булыуынса, уратып алған донъя, тирә-яҡ мөхит, йәмғиәт кешенең физик һәм рухи үҫешенә йоғонто яһай. Көнкүреш шарттары бик үк яҡшы булмаған ҙур ҡалаларҙа төрлө ауырыуҙар, законды боҙоу осраҡтары, мәҙәни кимәле юғары, уңайлы шарттары булған райондарға ҡарағанда, йышыраҡ күҙәтелә. Тәрбиәүи күҙлектән сығып ҡарағанда, әгәр ҙә бала ғаиләлә наҙлы һүҙҙәр йәки, киреһенсә, әрләү-битәрләүҙе ишетеп, үҙе йәшәгән ауылдың йәки ҡаланың матур мөхитен күреп йәки, киреһенсә, бысраҡ урам, ватыҡ тәҙрәле өй-ҡоролмалар уратымында үҫә икән, ул һис шикһеҙ донъяуи ысынбарлыҡты шундай төҫтәрҙә ҡабул итәсәк, үҙ аңында ла донъяны шулай төҙөйәсәк. Артабанғы әйтер һүҙебеҙ кеше үҫешенә йоғонто яһаясаҡ һау мөхит тураһында булыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 208 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бишҡурайҙың буйын урай-урай... “Нисек йәшәй бөгөнгө ауыл?” Ябай ғына был һорауға ҡапылдан яуап биреп булмай шикелле. Һәр ауылдың үҙ тарихы, үҙенсәлекле кешеләре, данлыҡлы шәхестәре, быуаттарға һуҙылған йолалары бар. Әле иһә заман ауырлығына һылтанабыҙ, халыҡты туплауы, бер маҡсатҡа ойоштороуы ауыр, тибеҙ. Был фекер менән Илеш районының Бишҡурай ауыл Советы рәйесе Замир Хәҙимуллин иһә килешмәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 355 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ашығырға яраттың...
“Ашығыуҙар яңылышыуға була –
Ашығырға никтер яраттым.
Ашығыуҙар — урман,
Яңылыштарым — буран,
Йүгерә-йүгерә инеп аҙаштым...”
Ошо йырҙағыса, гел ҡабаланды һеңлем. Аяҡтары ергә теймәй йүгереп йөрөр ине. Ниңә ашыҡҡандыр, ҡайҙа атлыҡҡандыр?..
Ком: 0 // Уҡынылар: 203 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Беҙҙең мәсеттә өлкәндәр көн дә тиерлек йыйылып, ауылдағы имеш-мимеште тикшереүгә әүәҫләнеп китте. Иман йортонда хәбәр һатыу дөрөҫ түгелдер бит, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Ком: 0 // Уҡынылар: 229 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Бергә тупланғанда ғына  беҙ көслө” Яҙыусы, отставкалағы подполковник Мәхмүт Сәлимов Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылында тыуған. Ғаилә йыш күсенеп йөрөй. Егет 1977 йылда әсәһенең тыуған төйәге Шишмә районының Иҫке Ябалаҡлы ауылындағы урта мәктәпте тамамлай һәм атаһының юлына баҫа – Хәрби команда-инженер училищеһына уҡырға инә. Уны тамамлағас, Себер хәрби округына хеҙмәткә ебәрелә. 1990 йылда Мәскәү хәрби академияһынан һуң, Мәхмүт Бакир улы Төньяҡ Кавказ хәрби округында хеҙмәт итә. Осетин-Ингуш бәрелешендә, Беренсе Чечен һуғышында ҡатнаша, ауыр яралана. Тап ошо осорҙа хикәйәләр яҙа башлай. 2006 йылда “Өфө” журналында уның беренсе хикәйәһе баҫыла. Русса ижад иткән яҙыусының әҫәрҙәрен бөгөн “Бельские просторы”, “Ватандаш”, “Шоңҡар”, “Истоки”, “Республика Башкортостан” кеүек мәртәбәле баҫмаларҙа уҡырға мөмкин. Мәхмүт Бакир улы уларҙы китап итеп тә сығарған. Әле Сәлимов – Ростов өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе. Уның Башҡортостанға ҡайтыуын тап итеп, илһөйәрлек, киләсәк быуынды тәрбиәләү һәм башҡалар тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 261 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тау-ташлы һуҡмаҡ буйлап Башҡортостан РеспубликаһыХөкүмәте йортонда йәш ғалимдарҙы тәбрикләнеләр. Ғилми эштәр конкурстары еңеүселәренә – 20 кешегә – республика гранттары тапшырылды. Быйыл аҡсалата бирелгән бүләктең күләме 90 мең һум тәшкил итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 200 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡышҡыһын боҙ өҫтөндә... Сибай – Асҡар юлынан үткән саҡта Ишҡол ауылы янындағы Ҡыҙыл йылғаһы буйында, боҙ туңыуға ҡарамаҫтан, палаткалар ҡороп, балыҡсыларҙың ултырыуына һәр кем иғтибар итмәйенсә үтмәйҙер, моғайын. “Ҡыш көнө ни эшләп ултыралар икән?” тигән һорауға яуап алыу өсөн улар янына туҡтап, балыҡсылар менән аралашырға булдыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 249 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына